Ҡотлайым!06.04.2018
Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән хөрмәтле Арсений Рәфҡәт улы Мөхәмәтйә­новты күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым!
Кешелекле, һәр эште намыҫлы еткереп башҡарған егет Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығына эшкә урынлаша. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп юғары белем ала. Тырыш йәш кеше тәүге көндәрҙән үк һәр эште еренә еткереп үтәүе, һүҙендә тора белеүе менән барыһының да ихтирамын яулай.
Арсений Рәфҡәт улы юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы, уға ҡараған башҡа ойошма-учреж­дениеларҙың ер-мөлкәткә булған документтарын тулыһынса тәр­типкә килтерә, рәсмиләштерә. Һәр саҡ яңылыҡҡа, алға ын­тылған егеттә ошо юҫыҡта үҙ эшен асыу теләге уяна. Ул белемен камиллаштырыу өсөн кадастр инженеры һөнәрен үҙләш­терә, үҙе кеүек алдынғы ҡараш­лы, янып торған йәштәрҙе йыя. Шулай итеп, 2008 йылда “Меридиан” йәмғиәте донъяға килә. Йылдар дауамында унда бик күп йәштәр сынығыу үтә, уларҙың күптәре Арсений Рәфҡәт улынан алған һабаҡтарын һәм тәжри­бәһен файҙаланып үҙ эшен асты, кемдер башҡа йүнәлештә уңышлы эшләй.
Элекке колхоздарҙың пай ерҙәренең документтарын тәр­типкә килтереүҙә лә күп көс һалырға тура килде Арсений Рәфҡәт улына. Шулай уҡ йорт, төрлө мөлкәтте рәсмиләштереү өсөн дә кешеләр нәҡ “Мери­диан”ға килә.
Арсений Мөхәмәтйәновтың фиҙакәр хеҙмәте Башҡортос­тандың дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығының һәм башҡа наградалар менән билдә­ләнде. Үҙ еренең яҙмышын хәс­тәрләгән ир-уҙаман – төрлө сара­ларҙың даими бағыусыһы ла.
Минең үҙемә лә оҙайлы йылдар Арсений Рәфҡәт улы менән эшләргә тура килде. Йылдар дауамында беҙ фекерҙәштәргә генә түгел, ә дуҫтарға ла әүерелдек. Уның ярҙамында миңә лә үҙ эшемде асырға насип булды, бының өсөн ҙур рәхмәт.
Гөлнара һәм Арсений Мөхә­мәтйәновтар береһенән-береһе уңған, аҡыллы өс балаға ғүмер бирҙе: Лилиә Екатеринбург ҡалаһындағы медицина университетын тамамлай, Салауат Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәй, Морат гимназияла уҡый, киләсәктә табип булырға хыяллана. Мөхәмәтйәновтар тормоштоң һәр мәленән йәм-тәм табып, ҡыуаныс-шатлыҡтарын ишәйтеп, өлгөлө ғаилә булып йәшәй.
Арсений Рәфҡәт улына уңыштарға сорналып, һәр көндөң сағыу биҙәктәрен күреп, тик бәхеттә йәшәүҙе теләйем.



Вернуться назад