Милләттең рухи тотҡаһы06.04.2018
Милләттең рухи тотҡаһыБилдәле башҡорт теологы, мосолман иленең мәғрифәтсеһе, бөйөк шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тыуыуына — 185 йыл. Ул 1833 йылда Учалы районының Шәрип ауылында донъяға килә. Бала саҡтан тиҫ-терҙәренән айырылып торған зирәк малай була. Тәүге белемде атаһы Хәбибулла хәҙрәт бирә. Биш йылда ала торған ғилемде ул өс йыл эсендә үҙләштерә. Артабан Ҡарт Муйнаҡ, һуңынан Ахун ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. Ахун имамы һәләтле мөғәллимде үҙендә ҡалдырырға тырышһа ла, Зәйнулла ишан артабан белем алырға Троицкиға китә. Уҡыуын тамамлағас, Аҡҡужа ауылына имам итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул үҙ мәҙрәсәһен аса.

Зәйнулла ишан Рәсүлев — Нәҡшбән­диә тәриҡәте суфыйы. 1870 йылда хаж ҡылғанында ул Нәҡшбәндиә Тәриҡәте хәлиҙиә тармағының шәйехе Әхмәт Зыяйетдин Гөмөшнәви менән таныша. Шәйех үҙенең мөриденә (уҡыусыһына) мөршид (рухи остаз) булыу хоҡуғын бирә, йәғни Зәйнулла Рәсүлев үҙе мөридтәрҙе тәриҡәтҡә ҡабул итә башлай. Тыуған яғына ҡайтҡас, Зәйнулла ишан икеләтә көс менән халыҡҡа иман сатҡыларын тарата башлай, ҡысҡырып зекер әйтеүҙе, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн билдәләүҙе, тәсбих тартыуҙы һәм башҡаларҙы индерә.
Троицкиҙа урындағы сауҙагәрҙең аҡсалата ярҙамы менән Зәйнулла Рәсү­лев “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен аса. Был уҡыу йортонда шәриғәт ҡанундарын, Ҡөрьәнде өйрәнеү генә түгел, ә донъяуи фәндәр буйынса ла белем бирәләр. Зәйнулла ишан тирәһендә бик күп билдәле шәхес­тәр тәрбиәләнә. 1917 йылда “Ваҡыт” ти­по­графияһында баҫылған “Шәйех Зәй­нул­ла хәҙрәттең тәржемәи хәле” исемле йыйынтыҡта бөйөк башҡорт ғалимы һәм тарихсыһы Ризаитдин Фәхретдинов мөхәррирләгән бер яҙмала бына ни тиелә: “Зәйнулла хәҙрәт – эске Русиялағы мәш­һүр заттарҙың иң олоһо һәм абруйлыһы... Ғасы­рыбыҙ уның ҡәҙәр мәшһүр һәм абруйлы зат күрмәгәндер тиелһә, яңылыш булмаҫтыр... Троицкиҙағы Зәйнулла хәҙ­рәт эске Русияла иң мәшһүр вә иң атаҡ­лыларҙандыр. Заманында уның һүҙе һәр кемгә закон-шәриғәт ине... Ахыры ғүмере­нә ҡәҙәр һәр кем уны олуғ бер шәйех, мөхтәбәр бер ғалим һанап хөрмәт итте...”
Петроградта нәшер ителгән Рәсәй Фәндәр академияһының “Мосолман донъяһы” баҫмаһы Зәйнулла хәҙрәттең эшмәкәрлегенә баһа биреп: “Ул үҙ халҡының рухи короле булып һанала”, — тип яҙып сыҡты.
Әхмәтзәки Вәлиди ҙә үҙенең “Хәтирәләр”ендә: “Ғаиләбеҙҙең иң күп аралашып йәшәгән даирәһе муллалар булды... Мин Троицкиҙан атайымдың рухи етәксеһе Зәйнулла хәҙрәт кеүек эскерһеҙ инсандарҙы, әхлаҡ һәм кешелеклелек өлгөһө булғандарын хөрмәт иттем”, — тип яҙа.
“Рухи етәксе” — һис шикләнмәйенсә ышанырға була был һүҙҙәргә. Тарихи мәғлүмәттәр һөйләүенсә, ХIХ быуат аҙағында һәм егерме беренсе йөҙ йыллыҡтың башында ҙур илдең төрлө тарафтарынан йәйәүләп тә, атҡа йә иһә дөйәгә атланып та Троицкиға Зәйнулла Рәсүлевтең кәңәштәрен тыңлау, унан фатиха алыу өсөн меңдәрсә кеше ағымы өҙөлмәй. Уның хисапһыҙ мөриттәре бөтөн мосолман төбәктәренә, улыстарына таралышып, ишандың шөһрәтен тағы ла арттыра. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа Зәйнулла Рәсүлиҙең исеме асылғас та, уның тәғлимәтен өйрәнергә тотонған тарихсылар, үҙ-ара һөйләшкән кеүек, был шәхесте Әл-Фараби, Ибн Фаҙлан, Лев Толстой, Жан-Жак Руссо, Шиһабетдин Мәржәни кеүек бөйөк ғалим һәм әҙиптәр рәтенә индерә башланы.
Бөгөн башҡорттар ғына түгел, ә татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡтар ҙа Зәйнулла Рәсүлевте оло хөрмәт менән иҫкә ала. Уға арнап төрлө семинарҙар, конференциялар, осрашыуҙар йыл һайын уҙғарылып тора, китаптар, ғилми эштәр яҙыла.
Ошо көндәрҙә республикала ишандың тыуған көнөнә арнап төрлө саралар ойошторолдо. Учалы районы мөхтәсибәтенең бөйөк шәйехтең тыуған көнөнә тиклем бер ай алдан уның рухына бағышланған хатм – тулыһынса Ҡөрьән уҡыу тәҡдимен күптәр күтәреп алды. Изге марафонға Урал аръяғы райондарының, Дағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Германия, хатта Африкалағы Малави иле мосолмандары ҡушылды.
Дин әһелдәре, ғалимдар, яҙыусылар, билдәле шәхестәр ҡатнашлығында Зәйнулла ишандың тыуған ере – Учалыла ла тантаналы сара уҙғарылды. Ҡурай моңо, “Арғымаҡ” этнотөркөмөнөң сығышы менән асылған рух байрамында милләтебеҙҙең данлыҡлы улының тормош юлы, башҡарған изге эштәре барланды, бөгөнгө болғауыр, рухи ҡиммәттәр буталған заманда уның тәғлимәттәренең мөһимлеге билдәләнде, киләсәккә пландар ҡоролдо.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов сығышында:
— Беҙ исеме Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла билдәле булған, төрлө халыҡтарҙа ҙур хөрмәт ҡаҙанған, бөйөк эштәр атҡарған, халҡын аң-белемгә, яҡты юлға әйҙәгән ошондай шәхесебеҙ булыуы менән ғорурланырға тейешбеҙ. Сит илдәргә сәфәр ҡылғанда Башҡорт­останды белмәһәләр ҙә, Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тыуған яғынан тиһәм, бөтәһе лә ҡайҙан икәнемде аңлай.
Зәйнулла Рәсүлевтең исемен мәңгеләштереү, уны йәштәргә танытыу эше әле саҡ башланып тора. Мәҫәлән, Өфөлә үткән “түңәрәк өҫтәл”дән һуң беҙ “Рәсүлев уҡыуҙары”н уҙғарыу, урамдарға, төҙөләсәк мәсеттәргә, мәҙ­рәсәләргә бөйөк шәйехтең исемен биреү, З. Рәсүлев исемендәге журналистар премияһы булдырыу, шәхескә арнап фильм төшөрөү, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә дин әһеленең хеҙмәттәрен баҫтырыу, уның исемендәге ғилми-тикшеренеү үҙәге булдырыу тураһында тәҡдимдәр индерҙек. Йәш быуын Зәйнулла Рәсүлевтең тәғлимәтен өйрәнһә, ҡабул итһә, сит ил мосолмандары йоғонтоһона бирелеп тә бармаҫ ине. Башҡорттар борон-борондан изгелеккә, игелеккә өндәгән Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә таянған. Йәштәргә ошоно аңлатыу кәрәк, — тип әйтеп үтте.
БДУ-ның Учалы вәкиллеге директоры, философия фәндәре кандидаты Зилә Рәхмәтуллина, Мәскәү шәрҡиәт институты профессоры Илшат Насировтың, З. Рә­сүлевтең мираҫы ислам фундаментализмына ҡаршы көрәштә тулыһынса ҡулланылмай, тигән фекерен билдәләне.
— Бынан йөҙ йыл элек ул үҙенең “Мәкәләт Зәйниә” эшендә киләсәктә ваххабизм ҡурҡынысы тураһында иҫкәрткән. Экстремизмға беҙ бөгөн дини һәм донъя­уи ғилемде генә ҡалҡан һымаҡ ҡаршы ҡуя алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә күп осраҡта ябай мосолмандарҙан алып юғары дин вәкилдәренә тиклем белем кимәле бик һай. Башҡорт халҡының беренселәрҙән булып автономия яулауы, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыуы уның юғары интеллектуаль һәм рухи элитаһы булыуы менән бәйле. Ислам белгестәре Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен ул замандағы мосолман донъяһының иң яҡшы колледждарының береһе тип һанаған. З. Рәсүлев — дини һәм донъяуи белемдең берлегенең өҫтөнлөгөн аңлаған шәхес.
“Һеҙҙең зекерҙәрегеҙ — ул һеҙҙең дәрестәрегеҙ”, — тип юҡҡа ғына шәкерттәренә әйтмәгән ул. Мәҫәлән, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең уҡыу планында Рәсәй империяһының закондарын өйрәнеүгә бик күп сәғәттәр бүленгән булған. Зәйнулла ишан яңы ижтимағи һәм иҡтисади шарттарға ярашлы алдынғы ҡарашлы мосолманды тәрбиәләргә тырышҡан, — тип билдәләне ул.
Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт­остан юлдаш телевидениеһы журналисы Салауат Хәмиҙуллин фекеренсә, ваххабиттарҙан айырмалы рәүештә, бигерәк тә Нәҡшбәндиә тәриҡәте суфыйҙарына донъянан ҡасыу, уны инҡар итеү хас булмаған. Зәйнулла ишан Рәсүлев — бөйөк башҡорт ихтилалдарынан һуң үҙ ҡәүемен һаҡлап, яҡлап алып ҡалған шәхес.
Тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире Әхәт Сәлихов сығышында Зәйнулла ишан, уның ғаиләһе хаҡында яңынан-яңы мәғлүмәттәр табылыуын белдерҙе. Мәҫәлән, күптән түгел улы Ғабдулла Рәсүлев рус-япон һуғышына үҙе теләп киткәнен асыҡлаған.
Зәйнулла Рәсүлевте бөтә мосолман донъяһы таный. Дағстан Республика­һының Махачкала ҡалаһында Зәйнулла ишан исемен йөрөткән мәсет асылыуын миҫал итеп килтереп була. Троицкиҙағы легендар “Зәйнулла ишан” мәсетенең имам-хатибы Аяҙбәк-хәҙрәт һөйләүенсә, күрше Силәбе өлкәһендә лә бөйөк яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалына. Йыл һайын үткәрелгән “Рәсүлев уҡыуҙары”нда губернатор Дубровский шәхсән үҙе ҡатнаша.
Юғары даирәләрҙән “Зәйнулла Рәсү­лев – беҙҙең бренд” тигән фекерҙәр ҙә яңғырай икән. Хәҙрәт шулай уҡ ҡыуа­ныслы яңылыҡ — йәйгә тиклем “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең тергеҙелеп бөтөргә тейешлеген белдерҙе. 5—7 июлдә Өфө — Учалы — Троицк ҡалаларында халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыу ҙа планлаштырылған.
Зәйнулла Рәсүлев — бөйөк шәхес, уны һәр халыҡ үҙенеке итеп күрергә теләй. Һуңғы ваҡытта ишандың ҡайҙа тыуғанлығы, ниндәй милләттән булыуы тураһында һүҙ ҡуйыртыусылар күбәйеп китте. Был сарала ла икеләнеп сығыш яһаусылар, дәғүә белдереүселәр, уның тормош юлын һәм эшмәкәрлеген башҡорт халҡының аяныслы яҙмышы менән бәйләүселәр булды. Әлбиттә, Зәйнулла Рәсүлев бар мосолман донъяһының ғына түгел, бөтә кешелектең изге вәкиле – илаһи зат, шулай ҙа, тәү сиратта, ул башҡорт халҡының тоғро улы.
Бөйөк шәйех киләсәктә үҙенең шәхесен “бүлешеү” буйынса тартҡылашыуҙар булыуын да белеп торғандыр инде. Уңың 1891 йылда Ҡазанда “Мөхәмәдиә” мәҙрәсәһенә нигеҙ һалғанда сығыш яһаған юлдары ла ошо ваҡиғаларға ауаздаш. “Үҙгәреү, мәғрифәт юлында ижтиһад (ихласлыҡ) күрһәтегеҙ, ошо өлкәгә хеҙмәт итегеҙ, дошманлашмағыҙ, милли һәм дини эштәрҙә бүленмәгеҙ — шуға фатихамды бирәм.” Бөгөн экстремизмға ҡаршы көрәш барғанда байраҡ булырҙай был һүҙҙәр бик көнүҙәк, заманса яңғырай.

Зәйнулла РӘСҮЛЕВ: “Халҡыбыҙҙың түҙемлеге, үҙебеҙҙең иманыбыҙ кеүек икһеҙ-сикһеҙ. Әммә Аллаһ Тәғәлә ғәҙел­дәрҙән-ғәҙел, беҙгә әжерен ҡайтарырға теләр. Мин ул көндәргә тиклем йәшәй алмам, әммә һеҙ Хәҡиҡәт нурын бер нәмә лә ҡаплай алмаҫ ваҡытты күрәсәкһегеҙ!”


Вернуться назад