Бөрйәндең тоғро ҡыҙы06.04.2018
Бөрйәндең тоғро ҡыҙыБөрйән ҡаяларындай ныҡ рухлы, һыулап үҫкән Ағиҙелдәй моңло, күҙ өҫтөндә ҡаш булып ҡына йөрөрлөк талантлы, әйтер һүҙе менән халыҡты әйҙәр, бар булмышы менән ысын башҡорт, үҙенең “Башҡортлоҡ” тигән шиғырында әйткәненсә, “тәрән мәғәнәгә эйә башҡорт вәкиле булыу” тигәнде эше менән дә, һәләте менән дә аҡлаған шәхес ул Таңһылыу апай.


Күптән түгел байназарҙар талантлы ауылдашы, билдәле шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Ғ. Сә­ләм исемендәге республика пре­мияһы лауреаты Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышеваның 70 йәшлек күркәм юбилейын тотош ауыл байрамы итеп билдәләне.
Атаһы яғынан нәҫел-нәсәбе Ишембай районының Маҡар ауылынан – юрматы­ларҙың Ҡарамыш бей нәҫеленән булһа ла, Таңһылыу апайҙың кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫҡан, оло илгә инселәп-фатихалап, башҡорт теленең бөтә аһәңен күңеленә һеңдереп, йөрәгенә рух үреп сығарып ебәргән йәнтөйәге – эпостар иле, Урал батыр төйәге Бөрйән...
Бөгөн Таңһылыу Ҡарамышева – әйткәне йөрәк-сәптәргә тәңгәл килеп тейерлек һүҙ оҫтаһы, рух ныҡлығы менән илдең билен тотоп торорлоҡ шәхес, эше, халҡына фиҙакәр хеҙмәте менән быуын­дарҙы бәйләрлек, моңһоҙҙо уятырлыҡ, һерене һоҡландырырлыҡ, йөрәгендә рухы булғанды уйландырырлыҡ ил инәһе.
Юбилярҙы район хакимиәте башлығы исеменән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева ҡотлап, илен күтәрмәккә тип ҡуйған нәфис иңдәренә мамыҡ шәл һалғас, сәхнәгә “Баҙал” әҙәби берекмәһе ағзалары күтәрелде.
Берекмә етәксеһе, шағир, тәржемәсе Булат Усманов тамашасы хөкөмөнә Таң­һы­лыу Ҡарамышеваның үҙе тәржемә­һен­дәге шиғырҙарын тәҡдим итте, ҡәләм­дәшенә тәржемәләрен һәм М. Яма­летдиндең робағиҙар китабын бүләк итте.
Байназар мәктәбе уҡыусылары шағи­рәнең шиғырҙарын ятҡа һөйләгәс, мөҙҙәт ағинәйҙәргә етте. Бөрйәндең аҫыл затта­рының береһе Көнһылыу Ҡотлобаеванан тапҡыр әйткән кеше булмағандыр, моғайын: “Бөгөн халҡыбыҙҙы артынан эйәртер нәфис зат вәкилдәре, ваҡытында һәм үҙ урынында аҡыллы һүҙен әйтер, милләтебеҙ авангардында барыр зыялылар өсәү: Таңһылыу Ҡарамышева, Гүзәл Ситдыҡова, Мәрйәм Бураҡаева. Таңһылыу Фаяз ҡыҙы беҙгә заман күҙе менән баға, заман теле менән әйтә, замандың үҙе булып әйҙәй; заман үҙе уның күҙе аша ҡарай, уның теле аша өндәшә”, — тине һәм ауылдашына ағинәйҙәр үҙҙәре сығарған биографик китапсыҡты тапшырҙы.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән клас­таштары, бер сәхнә булып баҫып, мәктәп осоро хәтирәләре, балалыҡ шуҡлыҡтары менән уртаҡлашты. Бала саҡ дуҫы, күршеһе Мәстүрә Сөләймәнова иһә, иҫтәлектәренә ҡушып, моңло йырын да бүләк итте.
Нәзифә һеңлеһе шағирәгә ҡорама түшәк бүләк итте, Сәмиға еңгәһе халыҡ йырын арнаны. Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов, ауылдашын оло юбилейы айҡанлы тәбрикләп, изге теләктәрен юлланы, байназарҙар тотош район халҡы исеменән рәхмәт әйтте. Мәктәп коллективы иһә юбилярға түшелдерек бүләк итте, уҡытыусылар А. Мөхәмәтйәнова, Р. Баязитова шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Шағирәнең ҡыҙы Гәүһәр ҙә әсәһен ҡотларға бала саҡ эҙҙәре ҡалған Байназарға ғаиләһе менән ҡайтҡан, атай нигеҙен һыуытмайым тип, ауылына кире ҡайтып төпләнгән һеңлеһе Гөлсәсәк тә апаһына тәғәйен һүҙҙәрен ил-ғәм алдында матур итеп еткерҙе.
– Барығыҙға ла рәхмәт. Бөрйәндә тыуыуым, ошо изге ерҙә башҡорт теленең һутын аңыма, күңелемә һеңдереп үҫеүем менән бәхетлемен. Байназар ауылы, ошо ер миңә бөйөк тел биргән. Әле булһа уның матурлығын тойоп, ғорурланып йәшәйем. Беҙҙең тел – башҡорттоң уйлау рәүеше, донъяға башҡорт күҙлегенән баға алыу алымы. Һәр һүҙебеҙҙең күсмә мәғәнәһе – үҙенсәлекле образ. Балаларға ошо телебеҙҙең гәүһәрҙәрен түкмәй-сәсмәй тапшырығыҙ. Минән һеҙгә аманат — телебеҙҙе, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ! – тине Таңһылыу Фаяз ҡыҙы кисәне йомғаҡ­лағанда.
Эйе, үҙе әйтмешләй, ҡайҙа ла, һәр саҡта ла Байназар ҡыҙы булып ҡалған һәм ошо рух юғарылығын, аҫабалыҡ маркаһын һәр даим тотҡан ҡыҙын ҙурлап үҙе лә үҫте, бейеккә – рух асманына олғашты моңдар иле Бөрйән...



Вернуться назад