Матур кешеләр04.04.2018
Матур кешеләрҺәр ауыл үҙенең эшһөйәр, матур халҡы менән дан тота. Исмаилда иһә Ҡашҡаровтар – абруйлы ғаиләләрҙең береһе. Барлыҡ мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан йәш ғаиләне тирә-яҡ ауыл халҡы ла танып-белеп бөткән. “Йәш ғаилә”, “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” бәйгеләрендә уларҙың призлы урындар яулауына барлыҡ ауылдаштары ҡыуанып бөтә алмай.


Ғаилә башлығы Салауат Урал улы Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында уҡытыусы ғаи­ләһендә тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән ошо изге һәм ауыр һөнәрҙең нескәлектәрен, яуаплылығын үҙ күҙҙәре менән күрһә лә, Салауат ғүмерен мә­ғариф өлкәһенә бағышларға була. Күмертау педагогия колледжын уңышлы тамамлағас, Бүре­бай ҡасабаһында физкультура дәресенән уҡыта.
Тормош иптәше Үрге Йәркәй ҡыҙы Лилиә Фә­нис ҡыҙы менән 17 йыл элек ғаилә ҡора­лар. Бер аҙҙан тормош елдәре йәш ғаиләне Дүрт­өйлө районының Исмаил ауылына алып килә.
Лилиә лә уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Атаһы Фәнис Хөсәйен улы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, профессиональ белем биреүҙең мәғариф алдынғыһы. Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика һәм математика факультетын тамамлаған ҡыҙ Бүребай ҡасабаһында хеҙмәт юлын башлай.
– Эшемдән ҡәнәғәтлек алһам да, нимәлер етмәгән, күңел буш кеүек ине. Миндә башҡорт теленә, әҙәбиәткә, сәнғәткә булған һөйөү һүрелмәгәйне. Шуға ла башҡорт филологияһы факультетына ситтән тороп уҡырға индем һәм уңышлы тамамланым. Хәҙер рәхәтләнеп тел һәм әҙәбиәт дәрестәренән уҡытам. Эшем оҡшай, – ти үҙе был хаҡта.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән әйтем тап Салауат Урал улына ҡарата әйтелгән кеүек. Булдыҡлы ғаилә башлығы Силәбе ҡалаһының Көньяҡ Урал һөнәри институтын тамамлап, инженер-программист һөнәрен үҙләштерә. Мәктәптә физкультура дәресен алып барһа ла, әлеге көндә тирә-яҡта танылған компьютер белгесе, техника менән ҡыҙыҡһына.
Матур, уңған ғаиләлә ике ҡыҙ һәм бер ул үҫә. Оло ҡыҙҙары Лилиана IX класта уҡый. Музыка менән шөғөлләнә. “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә ул. Уртансы ҡыҙҙары Аделина V класта уҡый, оҫта бейеүсе булараҡ та танылған. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Үҫкәс артист булырға хыяллана ул. Кесе улдары Дамир әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Әкиәт тыңларға ярата.
Буш ваҡыттарында Ҡашҡаровтар тәбиғәт ҡосағында ял итә: йылдың ниндәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, улар күмәкләшеп йыш ҡына урман-ҡырға, болонға сыға.

Дүртөйлө районы.


Вернуться назад