Лифтта түләп йөрөрбөҙмө?04.04.2018
Беҙгә был төшөнсә ғәжәп кеүек күренһә лә, түләүле лифттар Грузияла, Ҡаҙағстанда, Украинала күптән ғәмәлгә инде. Яңыраҡ Ҡытай халҡы ла лифтта йөрөгәне өсөн кеҫәһенән аҡса сығара башланы.
Лифтһыҙ иҫке бейек йорттарҙы камиллаштырыу өсөн былтыр Пекин етәкселәре бина тышынан элеватор шахталары ҡуйып, лифттар ебәрҙе. Йәйәү атларға теләмәйһең икән, 0,2 юань түлә лә рәхим ит. Был сумма пластик картанан тотоп ҡалына. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, өс кешенән торған ғаилә айына 100 юань (900 һум) сарыф итәсәк. Проектты тәүҙә баш ҡаланың көньяҡ райондарында бойомға ашырып ҡараһалар, һуңынан бөтә ҡалала, аҙаҡ ил буйынса үткәрергә уйлайҙар. Был яңылыҡтан халыҡ ҡәнәғәт, сөнки хәҙер уларҙың һайлау мөмкинлеге бар — элек йәйәү йөрөп яфаланһалар, хәҙер иһә үҙеңдең фатирыңа түләп күтәрелергә мөмкин. Өлкәндәргә, инвалидтарға, йәш балалы атай-әсәйҙәргә атлап йөрөүҙең ни тиклем мәшәҡәт икәнлеген һәр кем аңлай.
Ҡытайҙан айырмалы, элекке союздаш республикаларҙа түләүле лифттар бер нисә тиҫтә йыл эшләп килә. Мәҫәлән, Грузияла был сараны 1990 йылдарға ҡәҙәр планлаштыралар. Тбилиси һәм Батуми ҡалаларындағы иҫке лифттарҙа баҡыр аҡса ҡабул иткән төймәләргә баҫып, аҡсаңды төшөргәс кенә, лифт урынынан ҡуҙғала. Һөҙөмтәлә аҡсаһын кеҫәһендә ҡалдырырға теләгәндәр йәйәү йөрөһә, икенселәр ғәҙел генә түләп күтәрелә. Мутлашырға теләүселәр ҙә юҡ түгел: тәңкәне бауға бәйләйҙәр ҙә, ул төшөп киткәндәй тойолғас, ҡапыл ғына тартып алалар икән.
Бөгөнгө Грузияның яңы йорттарында тинлек төшөрә торған иҫке “һауыттар” урынына замансалары, электрон түләү системалары ҡуйылған. Мәҫәлән, 18-се ҡатта йәшәгән берәү 200 тапҡыр йөрөүгә 10 лариға (132 һум) йөрөү билеты алыуы хаҡында яҙа. “Аҡса бөткәс, лифт эйәһен табып, картаңдағы иҫәпте тултырыу, әлбиттә, еңел мәсьәлә түгел. Лифтҡа ингәс, картаңды махсус тишеккә тығып, кәрәкле ҡатты һайларға һәм тиҙ генә уны тартып алырға кәрәк. Әгәр мыштырлаһаң, аҡса бушҡа тотонола, ә лифт урынынан ҡуҙғалмай.
Ҡайһы бер лифттар бары күтәрелгән өсөн генә ала, ә төшкәндә түләүһеҙ. Әммә бөтәһе лә түгел. “Беҙҙең йортта күтәрелгәндә лә, менгәндә лә аҡса кәрәк”, — ти шул уҡ Тбилиси кешеһе. “Ҡайһы ваҡыт лифтты бер тапҡыр файҙаланған өсөн бер нисә ҡат йөрөү хаҡы сығып китә. Мәҫәлән, беренсе ҡатҡа төшкәндә, лифт юлда алтынсы ҡатта ла туҡталыш яһай. Әйткәндәй, ҡайһы ваҡыт артабан хәрәкәт итһә лә, ҡайһы ваҡытта картаны ҡуймайынса ҡуҙғалмай”.
Бер нисә йыл элек Украинала һәм Ҡаҙағстанда ла түләүле лифттар эшләй башланы. 2016 йылда, имеш, Рәсәй ҙә ошо тәжрибәне ҡабул итәсәк тигән хәбәр таралды. Йәнәһе, Санкт-Петербургтағы бер идарасы компания иҫке лифтты аҡса ҡабул итә торған яңыһына алмаштырыу хаҡында һүҙ алып бара. Бында бишенсе ҡатҡа күтәрелеү өсөн биш һумыңды сығараһың, артабан юғарыға менергә теләйһең икән, тағы ла биш һум кәрәк. Был яңылыҡ ҡалала һаман йөрөй. Аҙаҡ асыҡланыуынса, был ни бары 1 апрель шаярыуы булған, ә халыҡ ысынға ҡабул иткән...
Шулай итеп, Рәсәйҙә лә түләүле лифттар булырмы? “Был законға ярашлы түгел”, — ти белгестәр. Бының сәбәбен улар былай аңлата: Рәсәйҙә түләү системаһы бөтөнләй икенсе. Лифтлы йортта йәшәүселәр унан файҙаланған өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндә иҫәпләшә.