Һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар02.12.2011
Ишембай ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында Чечен Республикаһында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алыу тантанаһы үтте. Һуғышта һәләк булған һигеҙ егеттең ата-әсәһенә ил батырҙары үҫтергәндәре өсөн Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин оло рәхмәтен белдерҙе.
Ул шулай уҡ “Яугир” йәмәғәт ойошмаһының эшен юғары баһаланы. “Яугир”ҙең рәйесе Илгиз Баҡыев хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан егеттәргә эш табыуҙа, реабилитация үҙәктәрендә дауаланыуға мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа. Сарала ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды, яугир-интернационалистар хөрмәтенә һәйкәлгә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды.
“Торатау”,
Ишембай ҡалаһы.


Вернуться назад