Төбәктә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса тауыш биреү тамамланды. Сара республикалағы 20 меңдән ашыу кеше йәшәгән 24 ҡалала һәм тораҡ пунктында булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 ғинуарҙан 9 февралгә тиклем республика халҡынан йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителгәйне. Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкән 988 мең граждан ҡатнашҡан. Ошо ваҡытта республика граждандарынан 78 мең тәҡдим килгән. Муниципаль йәмәғәт комиссиялары тәҡдим иткән 186 биләмәнең 109-ы һайлап алып раҫланған. 18 мартта үткән рейтинг тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса 38 йәмәғәт урыны – парк, сквер, аллея, яр буйҙары һәм йәйәүлеләр зонаһы еңеү яуланы. Улар 2018-2019 йылдарҙа төҙөкләндереләсәк.
Быйылғы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты еңеүселәре: Өфөнән – “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркы, “Тулҡын” скверы, Ағиҙелдән – “Еңеү паркы” мемориаль комплексы, Күмертауҙан – Юрий Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы, Стәрлетамаҡтан – Хоҙайбирҙин урамында йәйәүлеләр зонаһы, Сибайҙан – “Йәшлек” скверы, Ветерандар аллеяһы, Маяковский исемендәге сквер, Салауаттан – “Октябрь” кинотеатры артындағы сквер, Нефтекаманан – Ҡала паркындағы төп сәхнә скверы, Октябрьскийҙан – “Ял” скверы биләмәһе, Туймазынан – Ветерандар аллеяһы, “Олимпсы” спорт-сәләмәтләндереү комплексы, Бөрөнән – “Умникум” үҙәге сауҙа-офис комплексы паркы, Ишембайҙан – Стахановсылар урамы буйынса йәйәүлеләр зонаһы, Мәләүездән – “Дан” мәҙәниәт һәм ял паркы, Белореттан – Блюхер һәйкәле һәм уның эргә-тирә биләмәһе, Дәүләкәндән – Ҡаланың үҙәк паркы, Бәләбәйҙән – Ҡала быуаһы, Сәләмәтлек һуҡмағы, Коммунистик урамы буйынса тротуар; Үҙәк мәҙәниәт һарай янындағы биләмә, Шишмә ҡасабаһынан – 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға арналған обелиск, Учалынан – Ҡунаҡбаев урамында йәйәүлеләр тротуары, Чехов урамында йәмәғәт биләмәһе, Яңауылдан – Мәҙәниәт һәм ял паркында фонтан, Дүртөйлөнән – А. Матросов исемендәге парк, Благовещендан – Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан, Иглиндан –Ленин исемендәге обелиск, Баймаҡтан – “Хеҙмәт” стадионында балалар өсөн уйын майҙансығы, Чекмарев урамы буйынса сквер, С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы, “Имамов” магазинынан С. Юлаев проспектында сквер, Приютованан – Тыныслыҡ бульварында йәйәүлеләр зонаһы, Комсомол урамында йәйәүлеләр зонаһы, Пролетар урамында йәйәүлеләр зонаһы, Межгорьенан – Олимпия урамында йәйәүлеләр зонаһы; Ленин урамында парк.