Мурҙа. Борон атай-олатайҙар уны әүҙем ҡуллана торғайны. Үҫенте талдан ҡышҡылыҡҡа дүрт-биш мурҙа әҙерләп ҡуялар. Уны ситәүкә үрә белгән һәр кем эшләй ала. Был ҡорамалдың эсе – “балаһы”, ә тышы “әсәһе” тип йөрөтөлә. Ике яҡтан балыҡты тотоп торған шарандар үрелә.
Ҡыш ҙур мәке яһап, мурҙаны шунда төшөрәләр ине. Уйылған урын ныҡ туңмаһын өсөн ҡар һибеп, өҫтөнә ҡамыш түшәп ҡуя торғайнылар. Хәҙер мурҙа ҡайһы бер кибеттәрҙә һатыла-һатылыуын, әммә балыҡты был ысул менән тотоу законға ярашлы түгел, тимәк, рәхәтләнеп ҡармаҡлағыҙ!
Һалдау. Борон был ҡорамалды кипкән һырғый ағастарҙан яһағандар. Уларҙың йыуанлығы өс-дүрт сантиметр булыуы яҡшы. Ағастың осо икегә йәки өскә бүленә. Айырылған өлөштәр үткерләнеп, табыш ысҡынмаһын өсөн һырҙар яһала. Ата-бабабыҙ ҡыш ошо ҡорал менән балыҡты мәкенән сәнсеп алған. Был таһыллыҡ, етеҙлек, төҙ сәнсә белеү, физик көс талап итә.
Йерә –ҡыш эре балыҡ тотоу өсөн ҡулайлама. Бер асалы ҡармаҡҡа 0,25-0,32 мм ҡалынлығындағы еп бәйләйбеҙ. Мәке уйғас, ваҡ балыҡты арҡаһынан йә өҫкө йөҙгөсөнән эләктерәбеҙ ҙә һыуға төшөрәбеҙ. Шамбы, суртан, алабуға, йәйен туралғандарына ла ҡаба. Йәй йерәне яр буйына ҡаҙап ҡуйырға ла була.
Карап. Был ҡорал да боронғоларҙан һанала. Ул күбәләкле ҡармаҡтарҙы йылғаның уртаһына йәки икенсе ярына тиклем алып барып еткерә. Төҙөлөшө ябай: 0,4-0,7 мм ҡалынлығындағы төп еп беркетелә һәм уға 10-12 күбәләкле ҡармаҡ бәйләнә. Катамаран тибындағы был ҡорамалды ике төрлө ҡалынлыҡтағы таҡтанан яһағандар. Гидродинамика ҡанундары буйынса һәр яҡҡа йөҙә алған.