Кәңәшле юл – табышҡа03.04.2018
Күптәр балыҡты ҡыш тоторға ярата. Уларҙың сафы йылдан-йыл арта. Йылы өйҙән һалҡын боҙ буйына ашыҡҡандарҙың күңелендә ниндәй ялҡын дөрләгәне һүҙһеҙ ҙә аңлашылып торалыр. Шулай ҙа, әҙерлекһеҙ юлға сығырға ярамағанды иҫтә тотоп, яңы шөғөлдәштәребеҙгә бер нисә кәңәш биреп үтәйек.
=Боҙҙо тишкәс, тәрәнлеген үлсәү мотлаҡ. Үтә ағын һыуҙа тотоу ауырға тура киләсәк. Көҙҙән үк тымыҡ урынды һайлап ҡуйырға кәрәк.
=Боҙ аҫтында балыҡ ысҡынып китеүсән. Бының сәбәбе ниҙә? Балыҡ сирткәс тә ҡапыл тартырға, унан бушатмай ғына сығарырға кәрәк.
=Алабуға, ҡыҙылғанат эләкһә, уларҙың йөҙгөсөн бер аҙ ите менән ҡырҡып алығыҙ ҙа ике-өс асалы ҡармаҡҡа кейҙерегеҙ. Уйнатып, суртан йә һыла балығын тоторһоғоҙ.
=Табыш эләккән ерҙән китергә ашыҡмағыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән көттөргән хәлдә лә, балыҡ яңынан ҡаба башлар. Яңы урын эҙләп ваҡыт үткәрмәгеҙ.
=Күл-быуала ҡыҙыл-аҡ төҫтәге бәләкәй ҡалҡыуыстар ҡулланыу яҡшы. Балыҡ ҡапһа – өҫкә ҡалҡа, ҡапыл ситкә тартһа – бата. Ошолай тотоу ғәжәп мауыҡтырғыс.
=Уртаса ҙурлыҡтағы тиреҫ селәүсендәрен ҡулланыу уңайлы. Уларҙы көҙҙән ҡаҙып алып һаҡларға кәрәк. Фанера йәшниккә һалып, йәшәгән ерҙәренән бер ҡар һыуы бөркөп торорға кәңәш ителә.
=Ҡарышлауыҡты ҡыш нисек һаҡларға? Таҡта киҫәгенә теҙеп һалабыҙ ҙа туңдырабыҙ. Унан һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
=Эхолот менән файҙалана белергә кәрәк – ваҡытығыҙҙы бушҡа үткәрмәгеҙ.
=Кейемегеҙ йылы, еңел булһын, тирләтмәһен. Термосҡа сәй ҡойоп алығыҙ.
=Боҙ ете сантиметр ҡалынлығына етмәйенсә, унда йөрөү тыйыла.
=Йылыныу һылтауы менән иҫерткес эсемлек йотһағыҙ, өйөгөҙгә ҡайтмауығыҙ ҙа ихтимал.
=Ҡыш балыҡ тотҡан урынды мотлаҡ емләү кәрәк.