Һандар телендә03.04.2018
Күптән түгел республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән кәңәшмәлә промысла балыҡсылығын үҫтереү, халыҡты ошо төр продукция менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Сараға ошо ведомство, күҙәтеү органдары, прокуратура вәкилдәре, һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға алыусылар һ.б. саҡырылғайны.
Төп доклад менән министрлыҡтың хайуандар донъяһын һаҡлау һәм күҙәтеү бүлеге белгесе Рәлим Хажиев сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, былтыр йылға-күлдәргә 400 меңдән ашыу балыҡ ебәрелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер төрҙәрҙең кәмеүе борсоуға һала. Балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 19 промысла балыҡсыһы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 1931 протокол төҙөлгән. Тәбиғәткә 808, 266 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. Ҡанун боҙғандарҙан 3,5 тонна балыҡ тартып алынған, дүрт меңдән ашыу табыш ҡоралы юҡ ителгән, 15 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылған, Ағиҙелгә 367 меңдән күберәк уҡбалыҡ, Түбәнге Кама һыу һаҡлағысына 5 600 һаҙан, 36 мең самаһы һөмбаш ебәрелгән.
Йәнә шуныһы: Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан раҫланған документҡа ярашлы штрафтар күләме бер нисә мәртәбә арттырылған. Мәҫәлән, бер шамбы өсөн элек 100 һум түләргә кәрәк булһа, хәҙер – 600 һум. Шул уҡ ваҡытта ул ыуылдырыҡ сәскән мәлдә тотолһа – 1200 һум, инәһенә – 1800 һум, айырыуса һаҡланған урындарҙа ауланһа – 1800 һум.