Һәүәҫкәрҙәргә – һабаҡ03.04.2018
Һәүәҫкәрҙәргә – һабаҡЯңыраҡ һәүәҫкәр балыҡсылар өсөн китап донъя күрҙе. Авторы – Ғафури районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Юрий Теплов.

Ул хәрби училище тамам­лағас, взводҡа, батареяға командалыҡ иткән. Аҙаҡ А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында белем алған. Оҙаҡ йылдар “Красная звезда” гәзитендә махсус хәбәрсе булған, Байкал – Амур магистрале төҙөлөшөн, Афған һуғышын киң яҡтыртҡан.
Юрий Теплов – 14 китап авторы. Әҫәрҙәренең күбеһе тәбиғәт, балыҡсылыҡ тура­һында. Заманында “Рыбалка” журналы мөхәррире булған, “Ҙур балыҡ энциклопедияһы”н яҙыуҙа ҡатнашҡан шәхес әле хаҡлы ялда, отставкалағы полковник, Мәскәүҙә йәшәй.
Яңы донъя күргән китабына килгәндә, ул аңлайышлы, ябай тел менән яҙылған. Һәр айға балыҡсы күҙлегенән сығып һүрәтләмә бирелгән. Табыш артынан айырыуса ҡайһы мәлдә йөрөү отошло? Ниндәй балыҡ ҡасан яҡшыраҡ тотола? Урынына ҡарап, емде нисек һайларға? Ошо һәм башҡа бихисап һорауға китаптан тулы яуап алырға мөмкин.
Һәүәҫкәрҙәргә – һабаҡӘле, мәҫәлән, балыҡтар донъяһында ниҙәр бара? Көн оҙайҙы, ҡайһы бер һыу ятҡы­лыҡтары боҙҙан әрселә башланы. Ошондай осорҙа балыҡтар һирәкләп булһа ла ҡышлауынан сығып, аҙыҡ эҙләй башлай. Күберәк яр буйына йыйылалар. Әммә балыҡсыларға, боҙ йоҡарыу сәбәпле, был мәлдә бик һаҡ, иғтибарлы булыу кәрәк.
Ҡыштан яҙға күсәбеҙ. Тап ошо осорҙа балыҡтар ыуылдырыҡ сәсеүгә әҙерләнә башлай. Һәр береһе үҙ тиҫтерҙәре араһынан пар эҙләү менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта әле һыу аҫтында аҙыҡ өсөн талаш бара. Балыҡтар өйөр-өйөр булып тупланып йөрөй, шуға ла үҙҙәрен тотоу күпкә еңелләшә. Улар ағас ҡортона, селәүгә, ҡарышлауыҡҡа ихлас ҡаба. Ике мәке уйыу отош­ло: өҫтәгеһенә ем төшөрәһең, ә аҫтағында тотаһың. Март аҙағында опто һунарға сығыусан. Күп балыҡсылар уны төнөн аулап, табыштан ҡәнәғәт булып ҡайта. Әле шулай уҡ селбәрәгә алабуға, һыла, суртан тотоу өсөн уңайлы осор.


Вернуться назад