Күпмелер йыл элек әңгәмә ҡорған юғары уҡыу йорто уҡытыусыларының береһе төпкөл ауылда тыуғаны, ата-әсәһенә фермала һарыҡ көтөшөп, кәзә һауышып үҫкәне хаҡында һөйләне. Текста ошолар хаҡында яҙып, баҫмаға бирер алдынан педагогтың үҙенә уҡытҡас, ул ҡапыл ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе: – Фермаға йөрөгәнемде әйтмәһәгеҙ ҙә булыр ине. Кеше ни уйлар? Абруй бар бит әле...
– Бәй, киреһенсә, хеҙмәт белеп үҫкәнһегеҙ бит. Эштең ни ояты? Атай-әсәйегеҙ, фермала тир түгеп, һеҙҙең әлеге тормошоғоҙға юл һалған.
– Мине үҙҙәре менән бергә көсләп эшләттеләр инде. Һөнәр бел, йәнәһе. Һыҙып ташлағыҙ ул юлдарҙы...
Ике-өс йыл элек иһә мәктәптә эшләгән йәш педагогтарҙың береһе менән әңгәмәләшергә насип булды. Һөнәр һайлау мәсьәләһенә туҡталғас, ир уҡытыусы: “Бар хеҙмәт төрҙәре лә һәйбәт, – тип белдерҙе. – Тик улар кешенең һәләтенә, зауығына, теләгенә ярашлы дөрөҫ һайланырға һәм лайыҡлы башҡарылырға тейеш. Уҡыусыларым араһынан кемдер киләсәктә, мәҫәлән, шәп слесарь, оҫта сантехник йәки өлгөлө малсы булып таныла икән, минең мөғәллимлек бурысым үтәлде тигән һүҙ. Ә бәғзе берәү, юғары белем алып та, һөнәрен яратмаһа, тейешле кимәлдә башҡара алмаһа, унан ни фәтүә?”
Шул уҡ ваҡытта тәүге әңгәмәсенең әлеге эшендәге ауырлыҡтарға, ҡағыҙ мәшәҡәте күбәйеүгә, студенттарҙың белемһеҙлегенә зарланыуы, әммә үҙенең мәғариф өлкәһендәге яңы бурыстарға, талаптарға бәйле бер ниндәй яңы фекер әйтә алмауы, аныҡ пландары булмауы уйланырға мәжбүр итте. Ә икенсе педагогтың ниәт-маҡсаттарының сиге юҡ: әле үҙ предметы буйынса үтәсәк аҙналыҡҡа әҙерләнә, уға, балаларҙы нығыраҡ ҡыҙыҡһындырыу шартында, яңы конкурс индергән; ай аҙағында ҡаланың бер музейында үҙенсәлекле осрашыу ойошторасаҡ – хеҙмәткәрҙәр менән килешелгән; каникул осоронда, йылдағыса, уҡыусыларҙы сит илгә сәфәргә алып сығырға йыйына – бындай сара фәнде яҡшыраҡ үҙләштереү мөмкинлеген бирә... Йәш уҡытыусы шулай уҡ заман мәғарифындағы төрлө көнүҙәк проблемалар буйынса үҙ фекерен белдерҙе, уларҙы хәл итеү йәһәтенән уйҙарын еткерҙе, белем биреү тармағын ғаилә менән сағыштырып, уға ир “ҡулы”, тәрбиәһе етмәгәнлеген билдәләп, был мәсьәләне яйға һалыу юлдарын барланы һ.б.
Әңгәмәләшкән әлеге кешеләрҙең икеһе лә педагог, йәш быуынға белем бирә, төрлө йылдарҙа бер үк юғары уҡыу йортон тамамлағандар. Хеҙмәт төрҙәренә, заман мәғарифына ҡарата фекер айырмалыҡтары йәш үҙенсәлектәренә генә бәйле түгелдер. Төп сәбәп – эшеңде яратыуҙа, тормошта үҙ зауығыңа ярашлы тәғәйен урыныңды табыу-тапмауҙа. Белгестәр әйтеүенсә, һөнәрҙе дөрөҫ һайлауҙың шәхес булараҡ формалашыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Булмышына тура килгән, һәләтен асҡан шөғөлдө башҡара икән, кеше барыһынан ҡәнәғәтлек кисереп йәшәй, яҙмышына зарланмай, арымай, насар уйҙарға бирелмәй, асыу һаҡламай. Күңеле таҙа, пак, бөтөн була.
Тимәк, һөнәрҙе дөрөҫ һайлау – йәмғиәттең дә сәләмәтлек нигеҙе. Был йәһәттән төп бурыс ата-әсәгә һәм уҡытыусыларға йөкмәтелгән. Улар баланың һәләтен аса, теләген ишетә белергә тейеш. Бөгөнгө йәмғиәттә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәрҙең йәш быуынға үҙ фекерен көсләп тағыу осраҡтары юҡ түгел. “Аҡсалы урында эшләрһең” тип, балаһын, әллә күпме сығым түгеп, уның күңеленә бөтөнләй ят һөнәргә уҡытҡандар бар. Киләсәктә был тырышлыҡ аҡланырмы һуң? Балалары йәне тартмаған урында үҙен бәхетле тойормо, артабан үҫешкә ынтылырмы? Ата-әсәһенә рәхмәтле булырмы?
Ошо мәсьәләгә бәйле бөгөнгө мәғариф тармағында уҡыусыларҙы алдан айырым йүнәлеш буйынса әҙерләй башлау хуплауға лайыҡ. Төп дәүләт имтихандарында уҡ балалар киләсәктә һайлаясаҡ һөнәренә ҡағылышлы фәндәрҙән һынау тотоп, үҙ көсөн баһалап ҡарай. Был алым, һис шикһеҙ, ата-әсәгә лә уйланыу, ул-ҡыҙының һәләтенә, күңел ынтылыштарына аныҡ күҙлектән бағыу мөмкинлеген бирә.
Һөнәрҙәргә килгәндә, тормошта уларҙың барыһы ла мөһим. Түбәне лә, өҫтөнлөклөһө лә юҡ, тик файҙалы, кәрәкле булыуҙары, ихлас күңелдән теләп башҡарылыуҙары шарт. Айырыуса үҙеңде ҡарап үҫтергән, кеше иткән атай-әсәйеңдең һөнәрен ихтирам итеү зарур, был тәү сиратта – яҡындарыңа хөрмәт билдәһе, тимәк, дөрөҫ йәшәүҙең төп нигеҙе.
...Бәләкәйҙән йәне-тәне менән тәбиғәтте һөйгән, урмандан башҡа йәшәй алмаған егетте ҡалалағы тынсыу офиста эшкә урынлаштырҙылар, ти. Түҙерме ул? Аҙна ла үтмәҫтән “кәртәләрҙе емереп”, урманына ҡасасаҡ. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ урынында күңеленә ятҡанды башҡарырға, һәләте аша һөнәрен камиллаштырып, дөйөм үҫешкә өлөш индерергә тейеш. Дәүләт, йәмғиәт бөтөнлөгөнөң нигеҙе был.