Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтар03.04.2018
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарМәғдән – алтындан да юғарыраҡ баһаланған ҡаҙылма байлыҡ һәм, әйтергә кәрәк, уның запасы бик аҙ. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Советтар Союзында ла мәғдән ятҡылыҡтары бик ныҡ һайығая, был хаҡта үҙенең шымсылары аша белгән Гитлерҙың Советтар илен теҙ сүктереренә ышанысы бермә-бер арта. Фашист баштан-аяҡ ҡоралланған, ә СССР һуғышҡа бөтөнләй әҙер түгел. Тимәк, еңеү мотлаҡ Германия яғында буласаҡ. Баш командующий ярым-ярты ҡоралланған илгә танк, самолет эшләү өсөн махсус ҡорос етештереү талабын ҡуя, ә ҡорос өсөн мәғдән мотлаҡ.


Әбйәлил районының ер аҫты ятҡылыҡтары, ҡаҙылма байлыҡтары менән дан тотоуы сәбәпле, ҡаты ҡоросто Магнитогорск металлургия комбинатында етештерергә ҡарар ителә. Мәғдәнгә айырыуса Күсем, Йәлембәт, Ниязғол, Бикҡол, Таштимер ауылдары тирәһе бай була. Күп тә үтмәй, Мулдаҡҡа яҡын урынлашҡан ауылдарға Советтар Союзының төрлө тарафтарынан геологтар, шахтерҙар, инженерҙар ағыла. Ниндәй генә милләт кешеләре юҡ улар араһында! Әммә мәғдәнде сығарыу, эшкәртеү, Магнитогорск металлургия комбинатына оҙатыу, һуңынан иһә унан ҡорос ҡойоу, самолет һәм “Т-34” танкыларына деталдәр, снарядтар эшләү өсөн тейешле база, ҡорамалдар етешмәү сәбәпле, кәрәкле машина һәм станоктарҙы илдең башҡа комбинат һәм заводтарынан килтереү талап ителә. Һыуыҡ барактарҙа аслы-туҡлы йәшәгән эшселәр, ике-өс смена эшләп, ил өсөн мөһимдәрҙән-мөһим булған мәғдән сығара, ул металлургия комбинатына оҙатыла.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәр өсөнсө снаряд, һәр икенсе “Т-34” танкыһы броняһы, әллә күпме самолет деталдәре беҙҙең мәғдән ҡоросонан ҡойола. Үтә ауыр шарттарҙа йәшәүенә, эшләүенә ҡарамаҫтан геологтар һәм шахтерҙар норманы һәр саҡ арттырып үтәй, сөнки Еңеү хаҡына партия шуны талап итә. Билдәле журналист Серафим Вайсман үҙенең “Там, у горы Катукай” исемле китабында (Ҡотоҡай тауы ниңәлер “Катукай” тип тәржемә ителгән) түбәндәгеләрҙе яҙа: “Мәғдәнһеҙ ҡалған Рәсәйҙең көндәре һанаулы, тип иҫәпләй Гитлер. Ул әлегә Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда был металдың урындағы ятҡылыҡтары эшкә ҡушылғанын белмәй. “Т-34” танкылары дошмандың ҡотон ала”.
Танк һуғышы идеологы, фашист генералы Гейнц Гудерман былай һүрәтләй: “1941 йылдың ноябрендә күренекле конструкторҙар, сәнәғәтселәр һәм ҡоралланыу идаралығы офицерҙары танк армияһына рустарҙың “Т-34” танкы менән танышырға килде. Ул беҙҙең хәрби машиналарҙан күпкә өҫтөнөрәк. Урында бөтәһен дә асыҡларға һәм хәрби хәрәкәт тәжрибәһенән сығып беҙгә ҡайтанан техника буйынса рустарҙан уҙып китеү сараһын күрергә тигән бурыс ҡуйҙы. Фронт офицерҙарының “тиҙ арала килеп тыуған хәлде төҙәтеү өсөн тап шундай танкылар эшләргә кәрәк” тигән тәҡдиме конструкторҙарҙа бер ниндәй ҙә яҡлау тапманы. Сөнки “Т-34”-тең мөһим деталдәрен яһау мөмкинлеге юҡ ине”.
Гитлерсылар, әлбиттә, хәрби серҙе асыу өсөн күп көс һала: әсиргә яралы килеш эләккән совет танкистарын танкка ултыртып, артиллерияға ҡаршы ебәрә һәм ян-яҡтан ут аса. Беҙҙең хәрби машинаның “йомшаҡ” ерен табырға кәрәк уларға. Гусеницаны емерәләр, яғыулыҡ багын яндыралар, ахырҙа машинаны экипажы менән бергә шартлаталар, әммә броняны тишә алмайҙар.
Ә Ҡотоҡай тауы тирәһендә мәғдән сығарыусылар әленән-әле яу ҡырына китә. Фронтҡа алынған шахтерҙар урынына быуындары нығынып етмәгән үҫмерҙәр, хатта ҡатын-ҡыҙ баҫа. Күсем мәғдәне директоры Алексей Павлов менән партия ойошмаһы секретары Әхмәт Бикмәтов оборона өсөн тиңе булмаған үтә лә мөһим ятҡылыҡтарҙы көслө эшсе ҡулдарһыҙ ҡалдырмаҫ өсөн бөтәһен дә эшләй, әммә забойщиктар берәм-берәм яу ҡырына алына.
Хөббөниса Айытбаева — “Красная Башкирия” совхозында тракторсы булып эшләп, һуңынан Күсем мәғдәнендә забойға төшкән беренсе ҡатын-ҡыҙ. Үҙ теләктәре менән фронтҡа китеп, ҡайтҡас рудникта эшләүен дауам иткән Валентина Баранова һәм Анастасия Помилуйко, бер туған Вертопраховтар, офицер Вәкил Йәһүҙин, Муса Зекрин, Тайфур менән Ғәйфулла Ғайсиндар, Ғәбдрәшит Саматов, Өмөтбай Хөсәйенов, Тажетдин Кусимов, Рыҫйән Усманов, Сабур Ғәлимов, Фәсхетдин Ғилманов, Йомаҙил Заһретдинов, Вәлиәхмәт Сәғитов, Хажиәхмәт Ҡужәхмәтов, Сөләймән Шаһбалов, Йәнсәйет Йәнйегетов, Хужәхмәт Фәйезов, Айытҡол Әхмәтов һәм башҡалар… Ғүмерҙәрен рудниктағы ауыр хеҙмәткә бағышлаған йөҙҙәрсә фиҙакәр эшселәрҙең бер өлөшө генә әле был.
Шуларҙың береһе тураһында ентекләберәк. Бөйөк Еңеүгә 40 йыл тулған осорҙа, үткән быуаттың 80-се йылдары уртаһында, йәш эҙәрмәндәр сал Ирәндек тауҙарында һуғыш осоронда эшләгән геологтарҙың эҙҙәрен таба. Улар араһында Күсем ауылынан Тажетдин Кусимов та була. Һунарсы, йырсы, улай ғына ла түгел, халыҡ йырҙарын йыйыусы. Сәйәхәтсе, уҡытыусы булып эшләгән еренән мәғдәнде оҙатып йөрөүсе булып эш башлай, һуңынан кесе коллектор, ә 1942–1943 йылдарҙа геология тикшеренеү партияһында десятник булып китә. Уның тәҡдиме буйынса Көньяҡ Уралда бик күп мәғдән ятҡылыҡтары асыла. Үҙенең бай тәжрибәһе менән йәштәргә ярҙамға килә. Бергә эшләгән иптәштәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе лә ул. Шахтанан тыш, хеҙмәткәрҙәрҙе ашатыу, фронтҡа ойоҡбаштар бәйләп оҙатыу ҙа уның иңендә.
Тажетдин Һиммәт улы ғүмеренең аҙағынаса ошо һөнәренә тоғро ҡала. Һуғыштың уртаһы еткәндә инде ул геолог-разведка төркөмөнөң етәксеһе вазифаһын башҡара. Көньяҡ Уралда урынлашҡан күп кенә мәғдән ятҡылыҡтары уның тәҡдиме буйынса тикшерелә. Тажетдин Кусимов ҡаҙылма байлыҡтарҙы тикшереүсе генә булмай. Геологтарҙың, тау эшселәренән, мәғдәнселәрҙән айырмалы, даими йәшәү урыны ла, аҙыҡ-түлек һатып ала торған магазины ла, хужалығы ла, мәктәбе лә, клубы ла булмай. Улар һәр ваҡыт юлда. Тажетдин Һиммәт улы иһә уларҙың һуғыш һөҙөмтәһендә тағы ла ауырая төшкән күсмә тормошон еңеләйтеү өсөн күп көс һала. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, яңы ерҙәрҙә геологтар өсөн йоҡларға урын таба, хаттарҙы ташый.
Танылған журналист С. Вайсман бил­дәләүенсә, Тажетдин Кусимов геологтарға тыныс осорҙа бигүк кәрәк булмаған, әммә һуғыш мәлендә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә мәғдән ятҡылыҡтарын табырға ярҙам итә. Магнитогорск комбинаты Әбйәлил мәғдәне ярҙамында көрсөктән сыға, фронт өсөн “Т-34” танкылары, самолеттар, снарядтар күпләп етештерелә башлай. “Ул ҙур йөрәкле кеше булды” тип хәтерләйҙәр ине уның тураһында Күсем ауылынан Хажиәхмәт Ҡужәхмәтов, Йәнсәйет Йәнйегетов һәм башҡалар.
Тылдағыларҙың фиҙакәр хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!”, “Үҙең өсөн генә түгел, ә фронтҡа киткән иптәшең өсөн дә эшлә” – тылда ошо лозунг девиз булып яңғырай, ә эшсе ҡулдар — башлыса үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар.
Бөгөн Күсем, Йәлембәт, Бикҡол һәм Ниязғол ауылдарында матур тормошта йәшәйҙәр. Ҡотоҡай тауының тирә-яғында заманса йыһазландырылған шифаханалар, ял йорттары, балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары урынлашҡан. Күсем ауылында халыҡтың данлы үткәнен, бәхетле бөгөнгөһөн сағылдырған музей эшләй. Уға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған Ғүмәр ағай Ғилманов нигеҙ һалғайны. Тарихтың яңы биттәре асыла, музей улар иҫәбенә тулылана бара. Йән аямай оборонаны мәғдән менән тәьмин иткән, һуңынан силикоз, туберкулез кеүек ауыр сирҙәрҙән вафат булған шахтерҙар, геологтар хаҡындағы яҡты иҫтәлек халыҡ хәтерендә йәшәй.

Азия КУСИМОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
хеҙмәт ветераны.


Вернуться назад