Сей ризыҡ һаулығын ҡайтарған26.04.2012
Сей ризыҡ һаулығын ҡайтарғанӨфө ҡалаһында йәшәүсе 26 йәшлек программист Ринат Нагаев дүрт йылдан ашыу икмәк, картуф, ит һәм башҡа бешкән ризыҡ ашамай. Өҫтәлдән өҙөлмәгән сәй урынына ла һыу менән һут эсергә ҡарар иткән. Егеттең әйтеүенсә, ғәҙәти булмаған туҡланыуға күскәс, бала сағынан бирле яфалаған хроник ауырыуҙары юҡҡа сыҡҡан.
Сей ризыҡ яҡлылар өс төркөмгә бүленә: берәүҙәре, йәшелсә-емешкә ҡушып, балыҡ менән итте лә бешермәйенсә ашай; икенселәре фәҡәт емеш менән туҡлана, ә Ринат кеүектәрҙең менюһы йәшелсә-емеш, үлән һәм сәтләүектән тора. Бындай “мода” Рәсәйгә уҙған быуатта Америка менән Көнбайыш илдәренән килә. Туңдырылған, консерваланған, химик матдә ҡушылған һәм башҡа эшкәртелгән ризыҡ күбәйгәс, һимереү, гипертония, шәкәр диабеты, яман шеш осраҡтары һиҙелерлек йышая. Сәләмәтлеккә илтеүсе юлдарҙы эҙләү һөҙөмтәһендә иттән баш тартыу, сей ризыҡ ашау, ваҡытлыса асығыу һәм башҡа төрлө туҡланыу менән мауығыусылар барлыҡҡа килә. Ҡайһы берҙәренә эйәреүселәр бөгөн Рәсәйҙә лә байтаҡ. Сей ризыҡҡа күсеүселәр бигерәк тә Өфөлә күп, тиҙәр. “Ҡояшлы Башҡортостандың сей ризыҡ ашаусылары” төркөмөнә берләшеп, ике аҙна һайын йыйылыш үткәрәләр, тәжрибә уртаҡлашалар, республиканың тау һәм йылға-күлдәренә сәйәхәт ҡылалар. Былтыр июндә Сипайлово биҫтәһендәге бер сауҙа үҙәгендә улар өсөн “Йәшәү тәме” (“Вкус жизни”) тигән махсус бар асылған. Унда йәшелсә-емеш, шытҡан бойҙай, көнбағыш, сәтләүек, бал кеүек сей ризыҡтан һут, коктейль, кәнфит әҙерләйҙәр. “Синтетика яланына бәләкәй генә йәшел шытым ултыртылды”, — тип һөйөнә туҡланыусылар.
Көнө-төнө экрандарҙан күҙ ҡыҙҙырырлыҡ аш-һыу рекламаланған, магазин кәштәләрендә тәмлекәстәр теҙелгән заманда ҙур ихтыяр көсө талап иткән йәшәү рәүешен үҙендә һынаусы Ринат Нагаев һөҙөмтәнән ҡәнәғәт:
— Йәшелсә-емешкә күсеүем ниндәйҙер шауҡымға ҡушылыу түгел. Организмым тәүҙә үҙенән-үҙе колбасаны инҡар итте, һуңынан ит менән балыҡты ашағым килмәй башланы. Уларҙан баш тартҡас, үҙемде яҡшыраҡ тойғандай булдым. Аҙаҡтан бешкән һәм төрлөсә эшкәртелгән ризыҡһыҙ йәшәп ҡарарға булдым, сөнки уларҙа файҙалы матдәләр аҙ тип иҫәпләйем. Яңы йәшәү рәүешемде әсәйем ваҡытлыса мауығыу тип ҡабул итте. Өләсәйем, киреһенсә, хупланы, хатта миңә эйәреп, бер ай иттән тыйылып ҡараны. Тәүге йылда туҡланыуға көнөнә 500 һум китә ине. Аҙыҡ-түлектең барыһын да ашаған кешенең организмы файҙалы матдәләрҙе үҙләштереп еткермәй. Аҙаҡ ашҡаҙаным сей ризыҡҡа өйрәнде шикелле — көнөнә ике алма ла туйҙыра. Йышыраҡ алма, сәтләүек ашайым, ризыҡты бер-береһе менән бутамайым. Аҙнаһына бер-ике көн бөтөнләй бер нәмә лә ашамайым, организмымды таҙартам. Шуныһы ҡыҙыҡ: биш йыл элек ауырлығым 61 килограмм ине, бөгөн — 68 килограмм.
Иң һөйөндөргәне — һаулығымдың яҡшырыуы. Ошо дүрт йыл ярымда пневмония менән гайморит юҡҡа сыҡты, хатта табиптар хайран ҡалды. Бала саҡта һары ауырыуы менән сирләгәнлектән, күҙемдең ағы, тотош тәнем һары була торғайны. Хәҙер тышҡы ҡиәфәтемә лә зарланмайым.
Сайттар төҙөп, Интернет киңлегендә реклама урынлаштырып аҡса эшләүсе Ринат күпселек ваҡытын компьютер артында түгел, саф һауала үткәрергә ярата: йүгерә, велосипедта йөрөй, турникта күтәрелә. “Спорт менән шөғөлләнә башлағас, битемдәге һытҡылар бөттө. Элек уларҙан бер ниндәй ҙә дарыу ярҙам итмәй торғайны”, — ти егет.
Сей ризыҡ менән туҡланыуҙың кеше организмына йоғонтоһо әлегә тейешенсә өйрәнелмәгән, ҡараштар ҙа ҡапма-ҡаршы. Тимәк, биш йылға яҡын бер ҡалаҡ та йылы аш тәмләмәгән Ринатҡа эйәреү файҙалы йә зарарлы тип өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын. Шулай ҙа уның сәләмәт булырға ынтылыуы, йәштән үк һаулығын нығытыу юлдарын эҙләүенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Нурзиә ХӘСӘНОВА


Вернуться назад