Һаулыҡ һағында03.04.2018
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының 2017 йылғы эш йомғаҡтарына һәм киләсәккә эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренә арналған киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.
— Һаулыҡ һаҡлауҙы камиллаштырыу — төп өҫтөнлөгөбөҙ. Был мәсьәләләр менән даими, көн дә шөғөлләнәм. Кәңәшмәләр, фекер алышыуҙар ойоштороп ҡына ҡалмайым, әҙәбиәтте, шул иҫәптән махсус әҙәбиәтте лә, ярайһы уҡ тәрән өйрәнергә тырышам, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙә байтаҡ ҡыҙыҡлы симпозиумдар, форумдар уҙғарыла. Һуңғы йылдарҙа Офтальмохирургия буйынса халыҡ-ара конференция, Рәсәй онкологтарының IХ съезы, беренсе Рәсәй — Ҡытай нейрохирургтары конгресы, Бөтә Рәсәй “Шифахана” форумы һәм башҡалар кеүек саралар ойошторолдо. 2015 йылда үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң Өфө Рәсәй Федерацияһының конгреслы баш ҡалаһына әүерелде. Залда махсус конгресты юғары кимәлдә яҡшы итеп үткәрергә теләгәндәр бар икән, һеҙҙе Өфөгә саҡырам. Бөтәһе лә юғары кимәлдә буласаҡ.
Республика Башлығы былтыр Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлылығының 70 йылдан артыуын билдәләне.
— Бөгөнгө 71,5 йылға тиң күрһәткес беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки дүрт йыл элек кенә 68 ине. Был үҫеш сифат йәһәтенән алға китеш хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Йыл һайын беҙ көтөлгән ғүмер оҙайлылығына бер йыл өҫтәйбеҙ.
Үҙенең сығышында төбәк етәксеһе Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, яңы объекттар төҙөү, республика ғалимдарының инновациялы ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
— Бөгөн Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау, сәләмәтлеккә мөнәсәбәт пирамидаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баштүбән әйләндерелгән, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөтә нәмәнең нигеҙендә сәләмәт тормош, артабан — иҫкәртеү, унан һуң медицина һәм иң өҫкө баҫҡыста юғары технологиялы медицина булырға тейеш. Әлегә, үкенескә ҡаршы, был ҡатламдар үҙ-ара дөрөҫ урынлаштырылмаған, пирамида килеп сыҡмай. Сәләмәт тормош һәм профилактика төп нигеҙ булырға тейеш.
Республика етәксеһе 2025 йылға тиклем сәләмәт тормош булдырыу, йоғошһоҙ сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға контроль стратегияһы проектын хупланы. Документҡа ярашлы, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә халыҡтың һаулығын һаҡлау өлкәһендә Хөкүмәт комиссияларын ойошторорға кәңәш ителә. Рөстәм Хәмитов бындай комиссияға шәхсән етәкселек итергә әҙер булыуын билдәләне.
— Табиптар — йәмғиәттең алдынғы отряды. Быға иманым камил. Медицина, табиптар, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре илде алға әйҙәмәһә, быны кем эшләһен. Бергәләп беҙ ошо бурысты тормошҡа ашыра алабыҙ һәм ашырырға тейешбеҙ, — тине ул.