Үҙе янып, бүтәндәргә ҡуҙ өҫтәүсе генә ысын уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөргә хаҡы бар, тиҙәр. Ошо һөнәрҙе һайлағанһың икән, тимәк, һин тырышлыҡ, сәмселлек, ныҡышмаллыҡ кеүек сифаттарҙы үҙ итергә тейешһең.
Һәр йылдағыса март аҙаҡтарында уҡытыусылар оҫталыҡта көс һынаша, быйыл да ул бик көсөргәнешле барҙы. Үткән аҙнала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йылдан-йыл сараның ҡоласы киңәйә бара, көслө заттарҙың бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеүе шатландыра. Юғиһә бер йылда конкурсанттар шыр ҡатын-ҡыҙҙар ғына ине.
Быйыл “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсында Өфө ҡалаһы 39-сы гимназияның инглиз теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эмма Сафиуллина еңеүсе тип табылды. Хәйер, Эмма Эдуард ҡыҙының исеме күптәргә таныш. Ни өсөнмө? Өфө ҡалаһы буйынса педагогтар араһында ойошторолған ярышта уға етеүсе булманы. Шунан сығып, бәхет бер юлы йылмаймай тиергә тел әйләнмәй!
“Бәләкәйме ул, ҙурмы, һәр кемдең маҡсаты күңелендә йәшәргә тейеш, шәхсән мин дә ниәтемде тормошҡа ашырҙым”, – тип уның әйткәне хәтерҙә.
Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе асыҡлау еңелдән булманы. “Оҫтаны асыҡлау тау аҡтарып алтын эҙләүгә тиң ине” тип әйтеүҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.
– Беренсенән, уҡыусыларыма рәхмәтем сикһеҙ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул. – Һәр төрлө ярҙамдан өҙмәнеләр, бары тик улар менән ошондай үрҙәр яуланым. Ҡайһы саҡта кескәй генә нәмәнән дә кинәнес табаһың, янымда булыуҙары үҙе ҙур бәхет.
Ата-әсәләрҙең теләктәшлек тойғоһон йышыраҡ тойһаҡ, беҙҙе ғәзиздәренең серҙәше итеп күрһәләр ине, тигән теләген дә еткерҙе Эмма Сафиуллина
Бынан тыш, уға “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем дә бирелде.