Баштан үткәндәрҙән03.04.2018
Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте инде. Һәүәҫкәр балыҡсы булараҡ, күл буйына барып, мәке уйып, алабуға ҡармаҡларға ултырҙым.

Мин килгәндә урта тирәлә 50 – 60 кеше бар ине. Беҙ, тәрән ер эҙләп, ҡармаҡтарҙы емләп төшөрҙөк. Бер сәғәт уҙҙы, бер ни ҡапманы. Аптырап ултыра бирҙек. Ҡараһам, ярҙан алыҫ түгел бер балыҡсы урын алған. Ҡыҙыҡһынып, хәлен белергә барҙым. Ул эре-эре алабуғалар тотҡан! Тикшереп ҡарағас, аптырап ҡалдым: боҙ аҫтында һыу аҙ ғына. Мин дә ошонда мәке уйып, алабуға эләктерә башланым. Унан барыһы ла беҙҙең янға күсте, береһе лә балыҡһыҙ ҡайтманы.
Киләһе шәмбелә иһә бөтөнөһө лә яр буйын һайлағайны. Балыҡ тәрән ергә өҫтөнлөк бирә тигән һүҙ ҡайһы саҡта дөрөҫлөккә тап килмәй икән.


Вернуться назад