Хәтер һандығына03.04.2018
1. Боҙ тишкестең ниндәйе яҡшы?
Хәҙер күпселек осраҡта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән шнеклы боҙ тишкестәр ҡулланыла. Улар бысағына, тишкестең диаметрына ҡарап айырыла. Мәҫәлән, ваҡ балыҡтар өсөн – 57-70, һылаға – 125-130, суртанға 150 миллиметр диаметрлыҡ тишкес кәрәк. Бысаҡтары тура, ярты ай рәүешендә һәм түңәрәк була.
2. Ҡыш көйәнтәле йылтырма (балансир) ҡулланыу һәйбәтме, әллә ябайынмы?
Беренсе боҙҙа – көйәнтәлеһе, декабрь – февраль айҙарында ябай йылтырма яҡшы. Алабуғаға – биш, һылаға – ете, суртанға 11 сантиметр ҙурлыҡтағын ҡулланыу кәңәш ителә.
3. Боҙ аҫтынан эре аҡ балыҡ тотоу өсөн борсаҡты нисек бүрттерергә?
Утыҙ минут ҡайнатҡандан һуң үҙенең һыуында 10-12 сәғәт тотаһың. Емләү өсөн ярылған борсаҡ та ярай. Ҡайнатҡанда шәкәр (өс аш ҡалағы), тоҙ (бер аш ҡалағы) һалырға онотмағыҙ.
4. Боҙ аҫтынан йыртҡыс балыҡ тотоу өсөн төп епкә нәҙегерәген бәйләгәндә флюорокарбон ҡулланырғамы, әллә тимер сыммы?
Йылтырмаға икенсеһе яҡшыраҡ.
5. Ҡыш балыҡ айырыуса нимәнән ҡурҡа?
Боҙҙо тишкән ваҡыттағы шау-шыуҙан, шулай уҡ аяҡ тауышынан.