Башҡортостан Республикаһында “Балыҡты тынйыуҙан ҡотҡар” акцияһы башланды. Ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы һәм муниципаль райондар хакимиәттәре сығыш яһаны. Беренсе булып акцияны Ҡырмыҫҡалы районы Сиҡаныс күлендә башланыҡ. Экология министрлығы етәкселәре, ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәре, балыҡсылар ҡатнашлығында мәкеләр уйылып, ҡамыштар тултырылды.Экология министрлығының Өфө территориаль идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Мифтаховтың әйтеүенсә, күлдәрҙә балыҡтарҙың күпләп үлеүен бер нисә сәбәпкә бәйләргә мөмкин. Беренсенән, быйыл ҡарҙың әҙ булыуы, икенсенән, боҙ аҫтындағы ҡамыш-үләндәрҙең һәм ылымыҡтарҙың сереүе ошо фажиғәгә килтерә. Сиҡаныс күленең майҙаны 8,6 гектар, тәрәнлеге 15 метрға етә. Күлде шефлыҡҡа ошонда йәшәүсе Ғәлинур Ҡотлогилдин һәм Илдар Садиҡов алған. Улар балыҡсылар менән бергәләп мәкеләр уялар, яр ситен таҙарталар. Рәхмәт уларға, ти балыҡсылар.
Бер нисә көндән, ошо акция сиктәрендә, сәфәребеҙҙе Дәүләкән районында урынлашҡан Асылыкүл буйында дауам иттек. Иртән үк боҙ өҫтөндә ниндәйҙер йәнлелек хөкөм һөрә ине. Экология министрлығы, телевидение хеҙмәткәрҙәре, гәзит-журнал хәбәрселәре, һәүәҫкәр балыҡсылар һәм битараф булмаған ауыл халҡы йыйылғайны. “Асылыкүл” тәбиғәт паркы етәкселәренән инструктаж алғас, боҙтишкестәр тотоп күл буйына төштөк.
Һүҙгә һүҙ ялғанып, ошонда инспектор булып 15 йыл эшләгән Дамирдар Усмановтан бер нисә кәңәш тә алдыҡ.
— Беҙ ҡайһы ерҙә балыҡ ыуылдырыҡ сәсә, шунда мәке уйырға һәм ҡамыштар тығып ҡуйырға кәрәклеген күрһәтәбеҙ. Уларға һауа шул ҡамыштар аша инә. Күлдә балыҡ күп. Парктың өлкән инспекторы Ғәбделхай Миңлекәев һәм “Йәшел яр” йәмғиәте ойошмаһының экология һәм тәбиғәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Игорь Пелипенконың тырышлыҡтары күренеп тора. Бында суртан, һыла, алабуға, шамбы, карп, һаҙан, ҡарабалыҡ, сөгә һәм рипус үрсетелә.
— Йыл һайын беҙ балыҡтарҙы ҡотҡарыу маҡсатында ошондай саралар үткәрәбеҙ, — тип һүҙен дауам итте Экология министрлығының етәксе урынбаҫары Рөстәм Мифтахов.
Көнөнә 450-500 мәке уйыла. Башҡа район етәкселәре лә күтәреп алһын ине был изге эште тигән теләктә ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.