Борай кантоны феномены30.03.2018
Борай кантоны феноменыРәсәй Федерацияһына нигеҙ һалған Башҡорт автономияһы хаҡында һүҙ сыҡҡанда, беҙ күберәк Көньяҡ Урал райондарындағы хәлдәр хаҡында һөйләйбеҙ, Ырымбурҙағы ваҡиғаларҙы иҫкә алабыҙ. Эйе, ысынлап та, Бәләкәй Башҡортостан территорияһында барған хәлдәр халыҡты туплаған, әммә тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың документаль сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылған һәм “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған мәҡәләһен уҡып сыҡҡандар, моғайын, иғтибар иткәндер, әгәр граждандар һуғышы ялҡыны эсенән Борай кантоны башҡорттары автономия әләмен күтәреп сыҡмаһа, бөгөнгө Башҡортостан территорияһының ниндәй булыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Борай ауылы тарихының ошо осорон өйрәнгән Салауат Ишмөхәмәт улы мәҡәләһендә бына нимә тип яҙа: “Төбәк шуралары “Бәләкәй Башҡортостан” составына инмәгән һәм Өфө губернаһында ваҡытлыса тип һаналған райондарҙа ла ойошторола.
Борай кантоны феноменыОшондай төбәк шураларының береһе Елдәк ырыуы башҡорттары ерендә – ҙур башҡорт ауылы Борайҙа барлыҡҡа килә. Ауылдың атамаһы уға нигеҙ һалған Борай башҡорттан килә. Муса Йәшбулатов менән Якушка Исаев 1707 йылда үҙҙәренең ғаризаһында (челобитная) ошолай тип яҙып ҡалдырған: “Прадед их, башкирец Бурай, владел вотчиною и бортным ухожьем по Таныпу реке и тот прадед их Бурай переехал жить из Уфимского уезду в Казанский уезд, жил там и умер…” Элек-электән был төбәктә ҡыйыу рухлы халыҡ йәшәгән. Тарихи материалдарға күҙ һалһаң, уларҙың үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен ҡайтарып биреүҙе һораған Борайҙың ейәндәре лә теркәлеп ҡалған. Ә бит улар Ҡазан өйәҙенән тыуған Елдәк ерҙәренә ҡайтыуға өлгәшә.
Был хаҡта бөгөн тәфсирләп һөйләүебеҙ юҡҡа түгел: уҙған аҙнала Борай районында Борай башҡорт автономиялы кантоны ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан ғилми-ғәмәли конференция булды. Тарихи Борай кантоны Борай районы вәкилдәренән генә тормаған, әлбиттә. Унда хәҙерге Тәтешле, Бөрө, хатта алыҫ ятҡан һымаҡ тойолһа ла, Дүртөйлө районы халҡы ла ингән булған. Бөгөнгө сарала ла Бөрө төбәк-ара башҡорттары ҡоролтайына ҡараған райондарҙың тарихсылары, уҡытыусылар, ҡоролтай ағзалары ҡатнашты, йәғни Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Борай, Бөрө, Балтас, Благовещен райондары вәкилдәре.


Иң ҙур башҡорт ауылы – Борай

Ғәҙәттә, иң ҙур башҡорт ауылы тип Сәйетбабаны атайбыҙ. Был, ысынлап та, шулай. Ә бит заманында иң ҙур башҡорт ауылы Борай булған. Мәҫәлән, 1917 йылда унда 5 меңгә яҡын башҡорт йәшәгән. Тарихи сығанаҡтарҙа теркәлгән был факт тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың мәҡәлә­һенән алынды. Төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорт­тарының үҙәге тип тә ҡарарға була был ауылды. Заманында билдәле һәм билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында милли сәйәсәттең иғтибарынан ситтә тороп ҡалған милләттәштәребеҙҙә бөгөн – рухи тантана, тарихи ысынбарлыҡты тергеҙгән байрам.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошто­ролған сара район мәҙәниәт йортонда башланып китте. Бында конференцияға бағышланған күргәҙмә лә эшләне. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин алып килгән “Елдәк”, “Танып” ырыуы башҡорттары китаптарын халыҡ шунда уҡ таратып алып бөттө, сөнки үҙенең үткәне, ата-бабаларының яҙмышы менән бөгөн киләсәгенә битараф булмаған һәр кем ҡыҙыҡһына.
Байрам башҡорт халыҡ йыры “Абдрахман” менән асылды. Уны Эрнест Арыҫланов башҡарҙы. Афарин, егет! Ошо урында Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниевтең әңгәмә барышында әйткән кәлимәһе иҫкә төшә: “Бик күп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарам. Хәтер­ләүемсә, ерән сәсле, мыйыҡлы, һаҡаллы мишәр ҡартатайым “Азамат”ты йырлап илай торғайны...” Сығышы менән Борай районы егете Фәдис. Ә бит үҙ заманында бында, атап әйткәндә, 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбурҙа “Башҡурдистан автономияһы” иғлан ителгәс, Борай ауылында Бөрө өйәҙе мосолмандары съезы йыйыла, унда өйәҙ башҡорттары һәм мишәрҙәре, автономия идеяһын тулы­һынса хуплауҙарын һәм уға ҡушылыуҙа­рын белдереп, Үҙәк Башҡорт Шураһы (Советы) исеменә ике телеграмма һуға. Ошондай уҡ телеграмманы Бәләбәй өйәҙе аҫаба башҡорттары ла ебәрә. Башта Башҡорт республикаһы составына инмәгән Өфө губернаһы башҡорттары башҡорт автономияһы идеяһын һәр яҡлап хуплай һәм уға инергә әҙер булыуын белдерә. Тарихта башҡорттар менән мишәрҙәрҙең Рәсәйҙең бик күп яуҙарында бергә ҡатнашыуы, походтарҙа бергә йөрөүе билдәле.
Ә инде “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Азат Ибраһимов) сәхнәгә күтәрелеп, “Гөлнәзирә”не баш­ҡарған сағында беҙ ҙә саҡ уларға ҡушылып китмәнек. Башҡорт ҡайҙа ла башҡорт, тигәне шулдыр, күрәһең. Ф. Ғәскәровтың халыҡтың бар рухын, асылын тойоп һалған был бейеү сәнғәте өлгөһө кемдәрҙе битараф ҡалдыра алыр ине икән?! Иҫ киткес булды был бейеү! “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында еңеү яулай торғандар­ҙан! Мәктәп уҡыусыһы Алһыу Моратова­ның сығышы ла бик матур булды.
Сараны музыкаль сәләмләү менән башлап дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, Илһам Зөфәр улы, тип әйтке килде район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, ҡоролтай рәйесенә. Төбәктең сәнғәти кимәлен дә күрһәтә ул бындай сығыштар.
Артабан саралар райондың өс мәктәбендә дауам итте. Борайҙың 1-се мәктәбендәге “түңәрәк өҫтәл”дә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Баянов, район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Николай Хаматдинов, тарихсы Азат Ярмуллин, Бөрө төбәк-ара ҡоролтай етәксеһе Винер Ғәниев, Мишкә районы ҡоролтайы етәксеһе Мөнир Нурисламов, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рияз Мәсәлимов менән бергә төбәктәрҙән ҡатнашыусылар юлланды. Унда улар тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Азат Арыҫлановтың “Борай башҡорт автономияһы. Быуат аша ҡараш” тип аталған асыҡ дәресендә ҡатнашты. Унда шулай уҡ сараға йыйылған уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Кластан тыш “Тыуған ерем – Борайым” сараһын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Айгөл Мостафина, Рәмзиә Усаева, Гөлнара Фазулова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Лилиә Латипова ойошторған. Ошонда уҡ ҡатнашыусылар Борай кантонын ойоштороу ваҡиғаларын мәктәп уҡыусылары тарафынан сәхнәләштергән тамашаны ла ҡараны. Бик етди әҙерләнгән борайҙар был ваҡиғаға. Был осраҡта тарихи фактты ғына түгел, балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да тырышлығын әйтәм.
Борайҙың 2-се мәктәбендә осрашыуға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарихы буйынса комиссияһы рәйесе, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, яҙыусы, сатирик, Борай егете Марсель Сәлимов, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хужин, төбәк вәкилдәре барҙы. Бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағолова “Борай – батырҙар һәм шағирҙар иле” тигән темаға асыҡ дәрес бирҙе. Сараны әҙерләүҙә шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Елена Ғарифйәнова, Ләлә Кәбирова ла ҡатнашты. Балаларҙың әүҙем ҡатнашыуы тамашаларға йәнлелек өҫтәне. Был тарихи реконструкциялар формаһында ойошторолған сәхнә күренештәре тап уларҙың киләсәге өсөн мөһим.
Бындағы сығыштарҙан һуң тарихсы Нурислам Ҡалмантаев: “Земство начальнигы А. Плансон “Борай башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә хоҡуғын законлы рәүештә талап итә, әммә әгәр ҙә уларҙың үтенесенә ҡолаҡ һалыусы булмаһа, улар баш күтәрергә лә күп һорамай”, тип яҙып ҡалдырған. Был хаҡта бөтә Рәсәйгә билдәле факт та раҫлай: хатта Дәүләт Думаһында был мәсьәлә ҡарала. Һүҙем 1905 йылғы Борай бунты хаҡында. Үҙенең хоҡуғын яҡшы белгән ошондай халыҡтың 1917 йылдарҙа башланған милли хәрәкәттән ситтә тороп ҡалмауы көн кеүек асыҡ. Ә инде бөгөн килеп ошо темаға арнап дәрестәр ойошторолдо, тарихи ваҡиғалар сәхнәләштерелде. Был тарихи көндәр борайҙарҙың ҡанында һаҡланған булған икән, улар быны бөгөнгө сараға әҙерлеге менән күрһәтте. Ҙур рәхмәт уларға! Башҡалар уларҙан фәһем алырға тейеш”, – тине.
Борайҙың 3-сө мәктәбенә беҙ тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, телсе Искәндәр Сәйетбатталов, тыуған яҡты өйрәнеүсе Фидаил Сафин һәм төбәк уҡытыусылары ме­нән бергә юлландыҡ. Тарих һәм йәм­ғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Рәмилә Дәүләтбаева “Совет власы һәм 1917 – 1919 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте” тигән темаға асыҡ дәрес ойошторҙо. Был тема Борай мәктәптәрендә айырым-асыҡ өйрәнелә. Әсбапты ҡулға алам: тарихсы М. Ҡолшәрипов яҙған китаптан белем ала балалар. Марат Мәхмүт улының тарихи сығанаҡтарға таянып, ентекле дәреслек әҙерләүендә шик юҡ. Шуға күрә ҡыҙыҡлы дәрестә балаларҙың үҙҙәренең дә әүҙем ҡатнашыуы фәһемле булды. Ә инде “Борай ихтилалы” тип аталған кластан тыш дәресте тантаналар залында ойоштор­ҙолар. Бында ла уҡыусылар Лилиә Ғәйнетдинова, Зимфира Йәғәфәрова, Фәнилә Нуриханова ярҙамында ошо тарихи фактты сәхнәләштерҙе. Ирекһеҙҙән Р. Насировтың “Һәнәк һуғышы” романы иҫкә төштө. Ниндәй ҡатмарлы осор икәнлеген яҡынса булһа ла күҙ алдына килтерә алыр тамаша ҡылыусы.
Мәктәптә С. Хәмиҙуллин да һүҙ алып, балаларға Борай кантоны, ул осор хаҡында тағы ла мәғлү­мәттәр еткерҙе: “Борай Башҡорт милли советы (шураһы) үҙенең һәм күрше ете улыстың территорияһын Башҡорт респуб­ликаһы (“Бәләкәй Башҡортостан”) составына ҡараған Борай башҡорт автономиялы районы, Борай кантоны тип иғлан итә. Тирә-яҡтан Өфө губернаһы менән уратып алынған, үҙаллылыҡ иғлан иткән кантон изоляцияланған анклав рәүешендә булһа ла, борайҙар быға борсолмай, ҡыйыу эш башлай. Большевиктар продразверстка, йәғни крәҫтиәндәрҙән уларҙың хеҙмәт емешен тартып алыу тураһында иғлан итә. Аслы-туҡлы йәшәүгә мөмкинлек биргән минимум ҡалдырылып, артығы йолоп алына. 1918 йылдың февраль наряды Өфө губернаһына 1008 вагон он, 144 – ярма, 435 вагон һоло һәм башҡа аҙыҡ тәшкил итә. Мәскәү аҙыҡ-түлек комитеты анкетаһына яуап хатында Өфө властары былай тип яҙа: “Уфимская губерния является губернией вывозящей (т.е. регионом-донором)… К реквизиции и принудительному проведению закона о хлебной монополии население относится крайне отрицательно…” Автономия һәм айырылып сығыу тураһында иғлан ителгәндән һуң, Борай башҡорт милли советы: “…армия өсөн 500.000 бот күләмендә әҙер­ләнгән ондо һәм 300.000 һум ҡулаҡса йы­йылған кассаны автономиялы район­дыҡы тип танырға” тигән ҡарар ҡабул итә”, – тине. Эйе, улар власҡа ҡаршы сыға ғына түгел, хатта ҡораллы көрәшкә әҙерләнә, йәғни 1000-1200 кеше йыйыла был ғәс­кәрҙә. Һәр нимәһенә иғтибар итергә кәрәк, ас-яланғас ябай халыҡ ҡына түгел, был состав менән офицер, унтер-офицер хәрби исемдәре булған элекке фронто­виктарҙан торған штаб етәкселек итә.
Был ваҡытта большевиктар рухындағы “Көрәш” татар гәзите “Борай сыуалышы” тип аталған ихтилалдың рухи етәкселәре – “контрреволюцион буржуйҙар” Дүртөй­лөнән Сәхибзада Мәҡсүтов һәм Борайҙан Шәрәфи Хәмитов “Был халыҡ дошмандары, большевиктар мәсеттәрҙе емерергә, динде бөтөрөргә килә” тип Бөрө өйәҙендәге Маншыр ауылы кеүек аҫаба башҡорт ауылдары халҡын фетнә сығарырға өндәне. Ҡотҡо һөҙөмтәһендә Борай ауылында большевиктарға ҡаршы һуғышырға ҡарар иткән ҡораллы төркөм барлыҡҡа килде…”– тип яҙып сыға. Ә бит тап улар халыҡ мәнфәғәте, урындағыларҙың теләген тормошҡа ашырыу өсөн көс һала.

Һеҙҙең исем – халыҡ хәтерендә,
Һеҙҙең ғәмәл – тарихи документтарҙа


Төштән һуң Борай районы халҡы биләмә-ара район китапханаһы бинаһы эргәһенә йыйылды. Һибәләп ҡар яуа, әйтерһең дә, фәрештәләр сәләм тапшыра. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе вазифаһын башҡа­рыусы Рөстәм Баянов менән райондың ҡоролтай етәксеһе Илгиз Харисов “1918 йылдың мартында Башҡортостан автоно­мия­һының Борай башҡорт кантонын һәм Борай башҡорт милли шураһын ойошторған шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә” тигән яҙмалар теркәлгән таҡтаташты асыу тантанаһының тулҡынландырғыс минуттарын тиҙләтте. Бына ул Башҡорт автономияһы уңайынан төбәктең бер эше. Бына ул ниндәй ҡатмарлы йылдарҙа милли асылын юғалтмаған халыҡтың ҡаһарманлығына йылдар үткәс әйтелгән рәхмәт һүҙе!
Ошонда уҡ ҡунаҡтар халыҡ алдында сығыш яһап, төбәктең ил тарихында тотҡан урыны тураһында һөйләне. Артабан сара район мәҙәниәт йортонда дауам итте.
Халыҡты тәбрикләү һүҙе менән район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Николай Хаматдинов сығыш яһаны. Ул тарихи сығанаҡтарҙы, төбәк башҡорттары, уларҙың Башҡорт автономияһы өсөн көрәштә башҡарған эштәрен атап күрһәткән тарихсыларға, ғалимдарға рәхмәт һүҙен еткерҙе. Тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Салауат Хәмиҙуллин, Азат Ярмуллин, телсе Искәндәр Сәйетбатталов ентекле рәүештә Борайҙағы ваҡиғаларға, тел үҙенсәлектәренә баһа бирҙе.
Урындағы тыуған яҡты өйренеүселәр Алик Усаев, Әлфис Мөғәллимов шәхестәре, Борай башҡорт кантонының башҡорттарҙың теләген тормошҡа ашырыуға индергән өлөштәре хаҡында һөйләне. Әлфис Мөғтәсим улы төбәктең генә түгел, башҡорт халҡының олуғ шәхесе Шәрәфи Хәмитовтың шәжәрәһен тулыһынса өйрәнеп, бөгөнгө вариҫтары тураһында ла еткерҙе.

Шәрәфи Хәмитов – башҡорт шәхесе

Шәрәфи Хәмитовты бында яҡшы хәтерләйҙәр, әммә һораусыларға “Шәрәфи байҙы әйтәһегеҙме?” тип мөрәжәғәт итеү­ҙәре лә ихтимал, сөнки уны “Шәрәфи бай” тип беләләр бында. Беҙгә ул йәшәгән ҙур ағас йортто ла, һалған мәсетте лә күрһәт­теләр. Шуныһы ҡыҙыҡ, ағас йорт бер ни булмағандай, быуаттан ашыу ваҡыт уҙһа ла, шығырҙап ултыра. Мәсет нигеҙендә яңыһын һалғандар, йылы үткәрелгән, хатта ҡайһы бер дини йолалар ҙа атҡарыла икән. Иншаллаһ, быйыл яңынан асыу тантанаһы ла ойошторолор!
Архивта Шәрәфи Хәмитов хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланған. 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу анкетаһында түбәндәге яҙмалар теркәлгән:
“Йәшәгән урыны: Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Борай улысы, Борай ауылы.
Исеме: Хәмитов Шәрәфетдин.
Сословиеһы: ер биләүсе (вотчинник).
Милләте: башҡорт.
Малы: 4 ат, 2 һыйыр, 2 быҙау.
Сауҙа-сәнәғәт биналары: ярма ярғыс – 1; тирмән – 3; иген пристане – 1.
Кәсебе: сауҙа.
Ауыл хужалығы инвентары: тимер тәгәрмәсле 7 арба.
Ғаилә составы: ирҙәр: хужа – 53 йәш; улы – 7 йәш; эшсе – 28 йәш; эшсе – 43 йәш; ҡатын-ҡыҙҙар: әсәһе – 100 йәш; ҡатыны – 52 йәш; ҡатыны – 28 йәш; ҡәйнәһе – 62 йәш; ҡыҙы – 5 йәш; ике ҡыҙ туғаны – 17-шәр йәш”. Шәрәфи бай иген һатыу менән етди шөғөлләнгән эшҡыуар, төбәгендә бик билдәле шәхес булған. Уның иген пристане, Ағиҙел буйлап иген ташыған баржалары булған. Шунан баһалап ҡарағыҙ инде уның эшмәкәрлек кимәлен!
Йәнә лә шундай ҡыҙыҡлы факт та билдәле икән тарихта: ул он тейәлгән баржаһын юрамал йылғаға батырған, тоҡтар тыштан ғына сылана, эстәгеһе ҡоро килеш ҡала. Йәнәһе, батҡан караптар өсөн страховка алғас, тоҡтарҙы һыуҙан кире сығарып, ярлы-ябағаға таратҡан. Шул рәүешле үҙе лә аҡса эшләгән, ас халыҡты ла туйындырған. Уның тураһында яңы мәғлүмәттәр ҙә билдәле.

Улар башҡортса һөйләшмәй,
улар башкортча сүләшә!


Йәмәғәт эшмәкәре, шағир, сатирик Марсель Сәлимов – алдынғы ҡарашлы заман­дашыбыҙ. Ул – 1996 йылда уҡ үҙенең диалектында, йәғни башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында китап сығарыуға өлгәшкән кеше. Был сарала ла ул яҡташ­тарына төбәп: “Өфөлә – һөйләшә­ләр, Ҡазанда – сөйләшәләр, Борайда башкорт теленең төньяк-көнбайыш диалектында сүлиләр”, – тине. Марсель Шәй­нур улы үҙ диалектында сығыш яһап, шиғырҙар уҡып, яҡташтарын рухландырып ҡайтҡандыр, тигән өмөттәбеҙ. Үҙ кешең әйтмәһә, кем әйтһен һиңә кемлегеңде, асылыңды, дөрөҫлөктө?!
Бер ҡараһаң, был төбәктә һөйләшкән башҡорттарҙың диалекты күптән инде раҫланған, танылған, әсбаптарҙа, ғилми эштәрҙә өйрәнелгән. Ә нисәмә конференция ойошторолған тап ошо диалектты күтәреү маҡсатынан. Әммә эш нимәлә һуң? Ниңә ошо төбәктә йәшәгән милләт­тәштәре­беҙ башҡортса, әҙәби телдә һөйләшеп китмәй. Баҡтиһәң, сәбәбе ябай икән: ә ни өсөн әле улар ата-бабалары борон-борондан һөйләшкән телде, йәғни “сүләйем” кеүек һөйләш формаларын оно­торға тейеш? Был бит бөтә башҡорттарҙың ата-бабалары уҡыған китаптарҙың теле – боронғо башҡорт теле, иҫке төркисә. Беҙҙең уны оноторға, юҡ итергә хаҡыбыҙ юҡ! Бары тик икенсе әҙәби тел итеп танып, китаптар сығара башларға кәрәк!
Бына ошо теманы күтәреп сығыш яһаны ла инде ғалим Искәндәр Сәйетбатталов. Ул үҙ заманында Мөхәмәтша Буранғоловҡа ла: “Ул әҙәби башҡортса һөйләшмәй, һаман төркичә сөйләшә”, – тип ризаһыҙлыҡ бел­дергән документтар табылыуы хаҡында ла әйтеп китте. Был төбәктең һөйләше, тел­де яҡлау өсөн һәр заман ғалимдар кө­рәш­кән, милләтте һаҡлап ҡалыу өсөн фекерен белдергән. Искәндәрҙең “башҡорт” тигән ҙур донъяның үгәйһетелгән балаһы түгел, ә ғәзиз уллары һәм ҡыҙлары был һөйләштә аралашыусылар, тигән фекере менән килешмәйенсә булмай. Уны хупларға кәрәк!
Нимәһе ҡыҙыҡ: бөгөнгө башҡорт әҙәби теле шул тиклем камил, Урал ҡуйыны­нан сыҡҡан йәншишмәләй саф тел, уны ла һаҡлау мөһим. Ул тел – Урал батыр теле. Иң ҡыуандырғаны – беҙҙең бит тап ана шул телдә лә һөйләшкән райондары­быҙ, диалектыбыҙ бар. Башҡорт теле мәжбүри рәүештә уйлап табылған, соҡоп килтереп сығарылған, махсус институт булдырған тел түгел, ул – тәбиғәттең үҙе кеүек тәбиғи, мөҡәддәс тел.
Башҡорт тархандары Мутиндар тоҡо­мо­нан булған тарихсы Радик Бәхтиев тә булды ул сараларҙа. Эйе, эйе, тап Аҡтанышта Башҡорт автономияһы өсөн көрәшкән Илдархан Мутиндың иҫтәлегенә таҡтаташ астырыуға өлгәшкән егет ул. Радик сәхнәнән тороп башҡорт теленең үҙенсәлеге, Татарстандың Аҡтаныш районында йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында бына нимә тине: “Минең ата-бабаларым башҡортса һөйләшмәгән, улар башкортча сүләшкән”. Әйткәндәй, тарихсы, телсе ғалимдарыбыҙға башҡорт теленең үҙенсәлеге хаҡында брошюра яҙып, халыҡҡа таратҡанда һис ҡамасауламаҫ ине. Бөтә кеше лә сарала ҡатнаша алмай, бөтәһе лә “Башҡортостан” гәзитен уҡымай, ә брошюралар район халҡына барып етеп, аңлатыу эшен еренә еткерер ине.
Сара һуңында резолюция ҡабул ителеп, уның нигеҙендә төбәктәрҙә эш дауам ителергә тейешлеге хаҡында әйтелде. Борайҙа башҡорт Борай кантоны данын Мәскәүҙәргә еткергән Шәрәфетдин Хәми­товҡа бюст асылһа, бик яҡшы булыр ине. Ул бит Башҡорт автономияһы өсөн көсөн һалған шәхестәрҙең береһе. Әйткәндәй, был хаҡта материалдар Бөтә донъя башҡорттары сайтында ла, “Башҡортостан” гәзитендә лә булды. Башҡорт автономияһының 100 йыллығы тантаналары киләһе йыл киң билдәләнер, ә бюст ҡуйылһа, ул халҡы өсөн һүҙен әйтеп, мәңгелеккә хеҙмәт итеп торор!

Борай районы.


Вернуться назад