Нурасовтарҙың нурлы донъяһы30.03.2018
Нурасовтарҙың нурлы донъяһыМуллаҡай ауылында йәшәгән Гөлназ менән Вәхит Нурасовтар ҙа бәхеттәрен тыуған ерендә тапҡан. 2005 йылда өйләнешкән йәштәрҙең танышыуы — үҙе бер тарих. Әбдрәхмән ауылы ҡыҙы Гөлназ тыуған ауылында һатыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Магазинда уны күреп, Вәхиттең ағаһы ҡайтып ҡустыһына әйтә. “Матур ҡошто эләктереп ҡалһаң, үкенмәҫһең! Әйҙә, тәүәккәллә, ҡустым”, — тип уны март айының бер көнөндә Әбдрәхмән ауылына алып бара.

Юлда буран сығып, көрт һалып, машиналары батып, үҙҙәре өшөп тигәндәй, ҡыҙ эшләгән магазинға килеп керә улар. Тәү күргәндән үк егет ҡыҙҙы оҡшата, уны-быны һорашып, төрлө әйберҙәр һатып ала. Һатыусы уларҙы ситтән килгән ҡунаҡтар тип уйлай, һораған әйберҙәрен табып, һатып ебәрә. Бер нисә көндән Вәхит Азамат улы йәнә кибет ишеген тарта, был юлы ҡыйыуланып ҡыҙ менән таныша, килеүенең сәбәбен әйтә. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң гөрләтеп туй үткәрә.
Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Бынамын тигән яңы йорт һалып сыҡҡан йәштәр үҙ эшен асыу хаҡында хыяллана. Ғаилә башлығы 2013 йылда малсылыҡ йүнәлешендә крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, дәүләттән 300 һум субсидия алып, һыйыр малы һатып ала. Ғаилә һөтсөлөк буйынса махсуслаша. Йорт хужабикәһе һыйырҙарҙы үҙе һауа һәм көндәлек аҡты “Буранбай” кооперативына (етәксеһе — Фирҙәүес Алтынбаева) тапшыра. Әле һөттөң килограмын хужалыҡ халыҡтан 15 һумдан ҡабул итә. Гөлназ Нурасова әйтеүенсә, көндәлек аҡ 30 килограмм тәшкил итә, был һан көн һайын арта бара.
— Былтырҙан башлап 20 гектар ерҙе ҡуртымға алып арпа сәстек, — тип һүҙҙе дауам итте фермер. — Тәүге йылға уңыш яҡшы булды, гектар ҡеүәте 25 центнер тәшкил итте. Игенде сәсеү өсөн техника бар, ә бына йыйып алыуға комбайнды башҡа фермерҙан алып торорға тура килә. Беҙҙең төбәктә игенселек менән шөғөлләнеү еңелдән түгел. Беренсенән, мал күп, шунлыҡтан сәскән игенде тапап, бер көндә юҡҡа сығарырға мөмкин. Шуға күрә сәсеү майҙанын тулыһынса тиерлек уратып алырға тура килде, бының өсөн өҫтәмә сығымдар китһә лә, ышаныслы була. Шулай уҡ ағас эшкәртеү менән дә шөғөлләнәм. Эшҡыуарлыҡты төрлө йүнәлештә алып барғанда ғына уңышҡа өлгәшергә була.
Уңған кеше бар яҡлап килә тигәндәй, Нурасовтар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Әлегә үҙебеҙ өсөн тотабыҙ, аҙаҡ күҙ күрер, ти улар.
Бына шундай тырыш ғаилә йәшәй Муллаҡай ауылында. Күптәр кеүек “эш юҡ” тип тә ултырмай, тотҡандар ҙа үҙ эшен асҡандар, әмәлен табып, һәүетемсә донъя көтәләр. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан булыу күпкә яҡшыраҡ икәнлеген үҙ миҫалдарында дәлилләп, ауылдаштары өсөн өлгө булып тора Нурасовтар.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад