Учалы ауылы – райондың иң ҙур биләмәләренең береһе, унда ете меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 809-ы – мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр. Ауыл йылдан-йыл үҫә, йәштәр яңы йорттар һалып төпләнә. Быға тиклем уларҙы балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһе борсой ине. Ниһайәт, Барвиха биҫтәһендә күҙалланған ваҡыттан һуңлаңҡырап асылған яңы социаль объект был проблеманы тулыһынса хәл итте. Дауыт Юлтый урамында урынлашҡан ике ҡатлы мөһабәт бина әллә ҡайҙан күренеп балҡып ултыра. Балалар баҡсаһы 139 урынға иҫәпләнгән. Ул 2014 йылда төҙөлә башлай, ошо маҡсатта республика бюджетынан 89 миллион һум аҡса бүленә, аукцион һөҙөмтәләре буйынса Өфө “Медтехника” предприятиеһы подрядсы хоҡуғына эйә була, заказсы булып БР Капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһай.
Дөйөм майҙаны 3733 квадрат метр тәшкил иткән бина 1-се балалар баҡсаһының икенсе корпусы булып һанала.
— Беҙҙең балалар баҡсаһы быйыл үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 160 урынға иҫәпләнгән баҡсаға, урындар етмәгәс, 190 бала йөрөнө, әлбиттә, был уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Яңы корпус баҡса коллективы һәм ата-әсәләр өсөн юбилейға ҙур бүләк булды, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ике тиҫтә йылдан ашыу мөдир йөгөн тартҡан тәжрибәле етәксе, мәғариф отличнигы Эльвира Йәрмөхәмәтова.
Ул беҙгә бина буйлап экскурсия уҙғарҙы. Баҡсаның ҙурлығы һәм күркәмлеге һоҡланырлыҡ. Балалар өсөн бында уңайлы шарттар ҙа булдырылған: кескәйҙәрҙең йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бина заманса мебель менән йыһазландырылған, уйнау һәм үҫешеү өсөн төрлө ҡорамалдар урынлаштырылған. Логопед, педагог-психолог, тыуған яҡтың тәбиғәтенә арналған кабинеттар ҙа бар. Йоҡо бүлмәләре иркен.
Балаларҙың шат ауазы ишетелгән бүлмәгә инәбеҙ. Был беренсе класҡа әҙерлек төркөмө икән. Буласаҡ беренселәр үҙҙәрен нәҡ мәктәптәге кеүек тота, белгәндәрен уҡыусылар кеүек ҡулдарын күтәреп кенә яуап бирәләр.
— Кескәйҙәргә тәүге белем нигеҙҙәрен өйрәнеүгә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, быға бигерәк тә ата-әсәләр шат, — ти 36 йыл ғүмерен балаларға арнаған, мәғариф алдынғыһы Рузалия Ғарипова.
Балаларҙан ошо арауыҡта нимәгә өйрәнгәндәре менән ҡыҙыҡһынам, улар уҙышмаҡтан унға тиклем һанап күрһәтәләр, төшөргән һүрәттәрен һуҙалар.
— Миңә бында бик оҡшай, уйынсыҡтар күп, дуҫтар менән төрлө уйындар уйнайбыҙ, пластилиндан әүәләргә яратам, — ти саф башҡортса Диана Сәлихова.
Артабан физкультура залына инәбеҙ. Унда урта төркөм балалары мәж килә. Зал кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән тренажерҙар менән йыһазландырылған. Швед стенаһы, йүгереү юлдары, батут та бар, спорт ҡорамалы ла күп.
Музыка залы төрлө байрам саралары, иртәлектәр уҙғарыу өсөн бик ҡулай, мөйөштә пианино урын алған. Медпункт та заман талаптарына яраҡлаштырылып йыһазландырылған, кәрәкле медицина препараттары менән тәьмин ителгән.
Аҙыҡ-түлек блогына йүнәләбеҙ. Ул үҙе генә ун өс бүлмәнән тора. Йәшелсә, он, ит цехтары бар, һыуытҡыс өсөн дә айырым бина ҡаралған. Әҙер аҙыҡ икенсе ҡаттағы төркөмдәргә лифт аша оҙатыла.
Бинала шулай уҡ кер йыуыу бүлмәһе лә бар, унда өс автомат машинаһы, киптереү һәм үтекләү аппараттары урынлаштырылған.
Балалар баҡсаһы яңы газ ҡаҙанлығынан йылытыла, үҙенең скважинаһы аша һыу менән тәьмин ителә.
Дөйөм алғанда, балалар баҡсаһының проекты бар нескәлектәрҙе күҙ уңында тотоп, уңайлы итеп эшләнгән. Кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп, һәр төркөм бүлмәһенә һәм биләмәгә видеокамералар ҡуйылған, ингән урында вахтер һәр кешенең исем-шәрифен теркәп бара.
Беренсе ҡатҡа төшкәс, балаһын алырға килгән Әлиә Теләүбирҙинаны осратып һөйләштек.
— Улыбыҙ Эмилгә бер йәш тә туғыҙ ай, күптән түгел генә баҡсаға йөрөй башланы, өйрәнгәнсе төшкә тиклем алып ҡайтабыҙ. Өлкән улыбыҙ Радмир ҙа тиҙҙән был корпусҡа күсәсәк. Үҙебеҙ бынан алыҫ түгел РТС биҫтәһендә йорт һалып сыҡтыҡ. Яңы балалар баҡсаһының асылыуына бик шатбыҙ. Бина иркен, яҡты, иҙәндәрҙә йылытыу системаһы урынлаштырылғас, ифрат йылы. Тәрбиәселәр, баҡса хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, балаларыбыҙҙы улар ҡарамағына ышанып, тыныс күңел менән ҡалдырабыҙ, — тине әсә кеше.
Тышҡа сығабыҙ. Ихатаға беседкалар ҡуйылған.
— Төҙөкләндереү эштәре әлегә тамамланмаған, көндәр йылынғас, ҡом менән уйнау урындарын, бәүелсәктәр, эскәмйәләр урынлаштырыу бурысы тора. Йәшелләндереү буйынса ла пландарыбыҙ бар, — тине Эльвира Урал ҡыҙы.
Шул арала өлкән төркөм балалары әҙерлек дәрестәренән һуң, саф һауаға сыҡты. Ихата уларҙың шат ауаздарына күмелде.