Ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле30.03.2018
Был тормоштоң мәғәнәһе шунда: Аллаһтың ҡушҡандарын үтәп йәшәү һәм Уның гүзәл ҡоло булып баҡыйлыҡҡа күсеү. Раббыбыҙ илсеһе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең юғары хис һәм ынтылыш менән тулы тормош өлгөһөнән рухи ғилем алып, иманлылыҡ, яҡшылыҡ, сабырлыҡ кеүек күркәм һыҙаттарға ынтылыу зарур.

Динебеҙ тарихында дөрөҫ йәшәү юлдарын күрһәткән, яҡшылыҡтың барыбер еңеп сығасағын иҫбатлаған һабаҡтар бихисап. Быны айырым яҙмыштарҙа ла күрергә мөмкин. Мәҫәлән, мәғлүм ки, Ҡарун тәүҙә ярлы һәм иманлы була, Тәүратты иң яҡшы тәфсир ҡылыусыларҙың береһе һанала. Муса ғәләйһис-сәләмдең доғаһы менән уға алхимия ғилеме бирелә. Тик шайтан һәм нәфсе ҡотҡоһона төшкән Ҡарун байлыҡҡа ҡыҙыға башлай. Һөҙөмтәлә шул ҡәҙәр күп мөлкәт туплай: хазиналары ятҡан келәт асҡыстарын әзмәүерҙәй ир-егеттәр саҡ күтәреп йөрөтә. Маһайыусанлыҡтан, байлыҡ көҫәүҙән арыныу теләге булмай Ҡарунда. Хазиналары менән бергә яуызлығы ла арта барып, оҙаҡламай һауалы залимға әүерелә. Хатта ки остаздарының урынына яҫҡына башлай. Муса ғәләйһис-сәләм уға мөлкәтенән зәҡәт түләргә кәрәклеге тураһында иҫкәрткәс, Ҡарун әҙәпһеҙ һәм тупаҫ рәүештә былай ти: “Әллә минең байлыҡҡа күҙең ҡыҙамы? Барыһын да үҙем эшләп таптым!..” Ошолай бөтөнләй хаттин ашҡас, барлыҡ байлығын ер йота.
Ошонан күренеүенсә, бөтөн мөлкәттең хужаһы Аллаһ Тәғәлә икәнен онотоп, әҙәм балаһы байлыҡ, дәрәжә артынан ҡыуа башлаһа, ныҡ аҙаша, яңылыша. Был йәһәттән Ҡөрьәндә шулай тиелә: “Әгәр Беҙ теләһәк, уны аяттар менән күтәргән булыр инек. Ләкин ул ерҙәге аҙғынлыҡҡа, үҙ нәфсеһенә эйәрҙе...” (“Кәртәләр” сүрәһенән).
...Бәхетле осорҙа йәшәгән иманлы Сәғләбә, фанилыҡтың ялтыр биҙәктәренә ҡыҙығып, мәңгелек бәхетен юғалта. Тәүҙә ул мәсеткә даими йөрөй, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бер генә вәғәзен дә ҡалдырмай. Ә аҙаҡ, байығас, иман йортона барыуын һирәгәйтә, бер аҙҙан юлды бөтөнләй “онота”. Өйөнә зәҡәт йыйыусылар килгәс, мөлкәтенән өлөш сығарыуҙан баш тартып, үҙен ҡыҙғаныс яҙмышҡа дусар итә. Үлер алдынан иһә әрнеп, үкенеп, Пәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәрен ҡат-ҡат иҫенә төшөрә.
Күреүебеҙсә, фанилыҡтағы һуңғы минуттары ниндәй булырын берәү ҙә белмәй. Ғүмер буйы яңылышып йөрөп тә, ахирәткә күсер алдынан хаҡ юлды тапҡандар бар, шул уҡ ваҡытта ғәмәл дәфтәрен ҡаза менән япҡан Ҡарун кеүектәр ҙә юҡ түгел. Әлбиттә ки, һәр кемдең тайып китеүе ихтимал, нәфсе менән шайтан уңайлы мәлде һағалап ҡына тора бит. Яңылыш юлға баҫмаҫ өсөн Аллаһ Тәғәләгә һыйыныу, ярлыҡау һорау зарур. Һәр әҙәм балаһы бүләк итеп бирелгән ғүмеренең ысын хаҡын белергә, уны хеҙмәт һәм күркәм ғибәҙәттәр менән биҙәргә тейеш.
Мосолман халҡы пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенә эйәрә. Мәхмүт Сәми әфәнде тап шундай мөьминдәрҙең береһе була. Уның тормошо – күркәм һабаҡ. Изге Ҡөрьән ҡушыуы буйынса, Сәми әфәнде һәр нәмәлә, барлыҡ ғәмәлдәрендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенә таяна. Уның ғүмере намаҙға аҙан әйтелгәндә өҙөлә. Был мәлдә янында торғандар ҡәрҙәшебеҙҙең “Аллаһ, Аллаһ, Аллаһ!..” тигән һуңғы һүҙҙәрен ишетә.
Ошоноң кеүек илаһи һөйөү күңелебеҙҙе биләп алһын өсөн рухыбыҙҙы юшҡындарҙан, бысраҡтан таҙалау зарур. Шул саҡта һәр күҙәнәгебеҙҙе яҡтылыҡ солғап алып, бөтөн тормошобоҙҙо нурландырыр. Бындай кеше һәр яҡлап матурлыҡ, изгелек өләшеп йәшәй, башҡаларҙың хаҡына кермәй, һүҙе менән дә, ғәмәлдәре аша ла һис кемгә зыян килтермәй. Рухи тайпылыштар иһә Аллаһтың барлығын һәм берлеген танымауҙан килә. Бар гонаһтар Раббыбыҙҙы онотҡан мәлдә башлана.
Ғүмеребеҙҙе Аллаһтың ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, ғибәҙәттәр, күркәм ғәмәлдәр менән үткәреү мөһим. Беҙгә бирелгән ваҡыттың һәр минуты, сәғәте, көнө ҡәҙерле. Улар – изгелек ҡылыу, донъяны матурлыҡҡа күмеү өсөн бәхетле мөмкинлек.

А. НИҒМӘТУЛЛИНА.
Ишембай районы.


Вернуться назад