Ҡотлайбыҙ!30.03.2018
Класташыбыҙ, дуҫыбыҙ Ғәйфулла Ғәйнулла улы Хәйруллин үҙенең ғүмер байрамын — 80 йәшен билдәләй. Беҙ уны ысын күңелдән иҫтәлекле юбилейы менән ҡотлайбыҙ, уға сәләмәтлек, алдағы тормошонда тик ҡояшлы көндәр һәм ыңғайлыҡтар теләйбеҙ.
Ул Әбйәлил районы Ҡужан ауылында тыуа. Асҡар урта мәктәбен тамамлағас та ауылына ҡайта, бөтә ғүмерен ауылдаштарына һәм колхоз эшенә бағышлай. Ул эш һайлап тормай, уның төрлөһөндә ҡайнай: клуб мөдире лә, звеновод та, тракторсы ла, көтөүсе лә, ферма мөдире лә, хисапсы ла, бухгалтер ҙа, “Госстрах” агенты ла була, бөтә вазифаларында ла бирелеп эшләй, ауылдаштарының, урындағы етәкселәрҙең ыңғай баһаһын яулай. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша: колхоздың, сельпоның һәм райондың ревизия комиссияһы ағзаһы, комсорг та, профорг та, парторг та, пропагандист та, партком ағзаһы ла була, район конференцияларына делегат итеп һайлана, ауыл Советы депутаты, һайлау комиссиялары секретары һәм рәйесе була. Ауылында ла, районда ла ҙур абруй ҡаҙана. Көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күскән тормош иптәше менән дүрт ир һәм бер ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ул бөгөн дә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ауылдаштары иғтибарында, уларға кәрәклеген тойоп, йәмәғәтселек эшендә ҡатнашып, тынғыһыҙ, ләкин ҡәнәғәт тормош юлын дауам итә, класташтары менән осрашыуҙар ойоштора, уларҙы матур һәм йөкмәткеле итеп үткәреүгә күп көс һала. Ғәйфулла дуҫыбыҙ һәр ваҡыт үҙе булып ҡала, үлсәп һәм аҡыллы фекер йөрөтә, йылы һәм йөкмәткеле әңгәмәсе, тоғро һәм ышаныслы дуҫ булыуы менән беҙҙе ҡыуандыра. Рәхмәт һиңә, беҙҙең Ғәйфуллабыҙ! Оло байрамың мөбәрәк булһын, йәшә әле, Ғәйфулла, йәшә!
Класташтары исеменән
Вил ӨМӨТБАЕВ.