Дискриминация тиһәләр ҙә...28.03.2018
Хеҙмәт баҙарында йәш буйынса дискриминация төп проблемаларҙың береһе булып ҡала. Билдәле HeadHunter порталы мәғлүмәттәре буйынса, эш биреүселәрҙең 81 проценты кадрҙар эҙләү тармағында был проблема барлығын билдәләй. Яҙылмаған ҡанундар буйынса,
45 йәшен үткән кешене эшкә ҡабул итергә бер ҡайҙа ла атлығып тормайҙар.
Дискриминация киң таралған һөнәрҙәр араһында булған кеүек (секретарь, һаҡсы, административ персонал, мәҫәлән), юғары технологиялар өлкәһендә лә йыш осрай. Был, тәүге сиратта, заман күренеше: донъя, техник прогресс йәштәргә йүнәлеш тотоп үҫешә. Улай булғас, олоғая барғандарға һәм пенсионерҙарға нимә эшләргә һуң?
Социологтар белдереүенсә, хәҙерге хеҙмәт баҙары оло йәштәгеләр өсөн бик уңайлынан түгел. Эшсәндәрҙән талап ителгән “классик” сифаттар (физик көс, түҙемлелек, реакция тиҙлеге) менән бер рәттән, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡтың йышлығы һәм оҙайлығы (ололар оҙағыраҡ сирләй), яңы технологияларҙы үҙләштереү һәләте һәм ваҡыты, оҙайлы карьераға йүнәлеш тотоу кеүек талаптар һәм үҙенсәлектәр оло йәштәгеләр өсөн хеҙмәт баҙарының күп ишектәрен яба.
Статистика күрһәтеүенсә, илебеҙҙә 50 йәшкә тиклем ирҙәрҙең 83,8 проценты етә, 55 йәшкә тиклем – 77 проценты, 60 йәшкә тиклем – 69,4 проценты. Шулай итеп, һәр өсөнсө ир пенсия йәшенә лә етә алмай тигән һүҙ. Артабан китһәк, 65 йәшкә тиклем ирҙәрҙең 59,3 проценты ғына етә, 70-кә – 47,9 проценты.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың был йәһәттән күрһәткестәре юғарыраҡ: 55 йәшкә тиклем гүзәл заттарҙың 93,3 проценты тир түгә.
Эшләүсе пенсионерҙарға килгәндә, 60 йәшен үткәндәрҙең 18 проценты ғына эшләй, әммә хеҙмәт итергә теләүселәр һаны күберәк булғанлығы билдәле. Уларҙы, тәүге сиратта, пенсия күләменең түбән булыуы эшләргә мәжбүр итә. Артабан ғаиләнең башҡа ағзаларына матди ярҙам күрһәтеү, социаль статусты һаҡлау, һөнәри ҡыҙыҡһыныу, эштең йәшәгән урынға яҡынлығы, яңғыҙлыҡтан ҡасыу кеүек сәбәптәр пенсионерҙарҙы хеҙмәткә этәрә.
Ә эшләй алмағандарҙың төп сәбәптәрен әйтеп тормаһаҡ та билдәле – һаулыҡтың насар булыуы, теләк һәм көс етмәүе.
Белгестәр билдәләүенсә, бер яҡтан, Рәсәйҙә тормош сифаты яҡшыра һәм граждандарҙың ғүмере оҙоная, икенсе яҡтан, пенсия системаһына көсөргәнеш арта. Өсөнсөнән, Рәсәй алдынғы илдәрҙән үлем күрһәткесе буйынса ныҡ артта ҡалған: ул беҙҙә Евросоюзға ҡарағанда 4,5 процентҡа юғарыраҡ. Халыҡтың 70 проценты пенсия йәшенә ун йыл ҡалғанға тиклем үк (!) һаулыҡ йәһәтенән етди патологияларға дусар.
Тағы бер мөһим күҙәтеү. Илдәге халыҡтың ҙур тиҙлек менән ҡартайыуын инҡар итеп булмаған кеүек, демографик көрсөк ваҡытында тыуған, һан яғынан кәмерәк булған йәш быуын вәкилдәре хеҙмәт баҙарына сыҡҡан мәлдә йәшәгәнебеҙ ҙә мәғлүм. Бер яҡтан, заман фәҡәт йәштәргә йүнәлеш тотоп үҫешә тиһәк тә, икенсе яҡтан, уларҙың һаны төрлө тармаҡтарҙағы белгестәрҙе, һөнәр оҫталарын алмаштырырлыҡ күләмдә түгел. Бер генә миҫал. Тотош ил буйынса иң таралған һөнәр эйәләре – табиптарҙың, уҡытыусыларҙың катастрофик рәүештә етешмәүен генә алайыҡ, мәҫәлән. Бигерәк тә ауыл ерендә.
Ошонан сығып, һығымта яһайыҡ. Бер яҡтан, пенсия йәшен арттырыу ихтыяжы ифрат көнүҙәк тойолһа ла, икенсе яҡтан, кешеләрҙең ғәмәлдәге пенсия йәшенә лә барып етә алмауы, еткән хәлдә лә, сәләмәтлеге менән проблемаларҙың күп булыуы белгестәрҙе һәм ил етәкселеген дә борсомай ҡалмай, әлбиттә. Ә дискриминацияға килгәндә, оло йәштәге белгестәрҙән баш тартырға мөмкинлегебеҙ ҙә, хоҡуғыбыҙ ҙа юҡ. Ололарҙың тәжрибәһенән тыш, тормош рәтен белеп буламы һуң? Юҡҡамы ни беҙ, мәҫәлән, табипҡа барғанда, балаға уҡытыусы һайлағанда олораҡ, тәжрибәлерәк кешеләрҙе табырға тырышабыҙ...
Белгестәр билдәләүенсә, 2020 йылға тиклем илебеҙҙә эшкә яраҡлы кешеләрҙең һаны 3,1 миллионға кәмейәсәк. Хөкүмәт был күренешкә ҡаршы көрәшмәксе, әлбиттә. Оло йәштәгеләрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү ҙә – ошо планда. Тимәк, нисек кенә булмаһын, дискриминация булған хәлдә лә, барыбер эш биреүселәр оло йәштәге, тәжрибәле белгестәрҙән, уларҙың хеҙмәтенән баш тарта алмаясаҡ.