Нимә ашайһың, беләһеңме?28.03.2018
Кеше һаулығына бик күп факторҙар – экология, стресс, генетика — йоғонто яһай. Әммә иң ныҡ тәьҫир иткән ғәмәл – туҡланыу рәүеше. Аҙыҡ организмыбыҙҙың биологик системаһына үтеп инеп, беҙҙең көс-ҡеүәт балансын тулыландыра, шуның өсөн дә нимә ашауыбыҙ бик мөһим.
Аҙыҡтың тәьҫире ыңғай ҙа, кире лә булыуы ихтимал. Бер ниндәй файҙаһы булмаған, йәғни балласт ризыҡтар ҙа бар. Витаминдарға, микроэлементтарға бай, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яйға һалған, файҙалы матдәләрҙе үҙләштерергә ярҙам иткән ризыҡтар ҙа етерлек.
Татлы, ыҫланған, үтә тоҙло аҙыҡ-түлек менән артыҡ мауығыу яман шешкә булышлыҡ итеүе ихтимал. Шулай итеп, һәр кеше өсөн төп ҡағиҙә – тоҙло, майлы, ыҫланған ризыҡтарҙы, шәкәрҙе сикләү. Шашлыҡ, чипсы, торт, ҡурылған картуф менән үҙегеҙҙе мөмкин тиклем һирәгерәк һыйлағыҙ, улар көндәлек ризыҡҡа әйләнмәһен. Колбаса менән дә шул уҡ хәл.
Иң мөһиме — ризыҡ иҫкермәгән һәм тәбиғи булырға тейеш, тигән кәңәш бирә табиптар, күберәк йәшелсә ашарға, сама менән ит, балыҡ ҡулланырға тәҡдим итә улар. Яңы әҙерләнгән ризыҡ витаминдарға һәм башҡа файҙалы элементтарға бай була, улар кеше организмы күҙәнәктәрен туҡландырыуға булышлыҡ итә. Икенсе шарт – етештереү үҙенсәлектәре менән таныш булған, йәғни үҙегеҙ белгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Ҡаптың бөтөнлөгөн тикшерергә, ярлыҡтағы яҙыуҙы уҡып, ризыҡтың составы, яраҡлылыҡ ваҡыты менән танышырға иренмәгеҙ, уның дөрөҫ һаҡланыуы менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ.
Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе фаст-фудһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Был ризыҡтар тиҙ әҙерләнә, тәмле, хуш еҫле, тышҡы күренеше менән дә ылыҡтырғыс. Шул уҡ ваҡытта фаст-фуд – ул буш калориялар. Тиҙ туҡланыу селтәрҙәрендә тәҡдим ителгән был ризыҡтар майлы, юғары калориялы, ә витаминдар һәм минералдар уларҙа юҡ кимәлендә. Фаст-фуд бигерәк тә балалар өсөн зыянлы. Уларҙы даими ҡулланыусылар организм үҫеше өсөн кәрәкле матдәләрҙе алып еткермәй. Ғәҙәттә, майлы ризыҡтарға татлы газлы эсемлектәрҙе ҡушып бирәләр, һуңғылары ашты һеңдереүгә тотҡарлыҡ яһай. Төрлө ароматизаторҙар ҡулланыу сәбәпле, тәмле булып тойолғас, уларҙы ашаған һайын ашағы, эскән һайын эске килә. Һөҙөмтәлә – һимереү, диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары, бауыр, ашҡаҙан сирҙәре һәм башҡалар барлыҡҡа килә.
Эсемлектәр тураһында һүҙ алып барғанда, туҡланыуҙың иң мөһим факторы булып һыу һанала. Рәсәй халҡы һыуҙы аҙ эсә. Бында тәбиғәт шарттары ла йоғонто яһайҙыр, моғайын. Әммә, белгестәр билдәләүенсә, сәләмәт кеше көнөнә 1,5-2 литр һыу эсергә тейеш.
Республиканың нефть химияһы сәнәғәте үҫешкән Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡы өсөн һуттар айырыуса файҙалы, уларҙағы пектин матдәләр организмдан төрлө ауыр металл тоҙҙарын сығарыуға булышлыҡ итә. Бының өсөн көн һайын кәм тигәндә 300 грамм һут эсергә кәңәш бирә белгестәр. Емеш-еләкте үҙегеҙ һығып һут яһау мөмкинлеге булмаһа, концентраттар ҡушылмағанын һатып алығыҙ. Шулай уҡ йәй компоттар әҙерләгеҙ, емештәрҙән яһалған морстар, кеҫәлдәр ҙә файҙалы.
Кемгәлер был ябай ғына хәҡиҡәт иҫкергән булып тойолор, әммә уның хаҡында иҫкә төшөрөп үтеү артыҡ булмаҫ. Насар ғәҙәттәрҙән – тәмәке тартыуҙан, алкоголь ҡулланыуҙан баш тартығыҙ. Спиртлы эсемлектәр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына сәбәпсе була, бауыр һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙа, мейе күҙәнәктәрен емерә. Никотин тын юлы системаһына һәм ҡан әйләнешенә зарарлы йоғонто яһай, үпкә, ҡыҙыл үңәс, бөйөр һәм башҡа ағзаларҙа яман шеш барлыҡҡа килтереүе ихтимал.