Белерҙәр кем икәнде!28.03.2018
Уйынлы-ысынлы

“Йоҡосо” тиҙәр мине. Уң яҡтағы күршем дә, һул яҡтағы күршем дә: “Бешмәгән, ялҡау, йоҡосо, Салауат заводынан тәҙрә йыуырға тип әҙерләнгән шыйыҡсаны араҡы тип халыҡты алдап һатмаһаң, аслыҡтан күптән бөлгән булыр инең бит”, – тип иртән һауылмай, быҙауын имеҙмәй киткеһе килмәй, төшкә тиклем баҡырып торған һыйырымды күрһәләр ҙә, ғүмере буйы сысҡан менән турғайҙан башҡа йүнле аҙыҡ күрмәгән бесәйкәйем – Йомшағым себештәрен ҡырып-тамаҡлап сыҡһа ла, мине әрләйҙәр.
Халыҡты, бигерәк тә әллә ҡасандан һатылмай ятып, иҫкереп бөткән һыра-коктейлдәрен һатып, йәш-елкенсәкте, ҡаланан ауылға каникулға ҡайтҡан уҡыусы балаларҙы боҙа, һаулығына зыян килтерә, тип тағы ла мине һүгәләр. Алйоттар, минең ниндәй ҙур эш башҡарып, “разливной” араҡы менән бергә төнгө урамға күҙ-ҡолаҡ булып торғанды белмәй бит улар. Мин булмаһам, үҙегеҙ уйлап сығарған мәхлүк “чупакабра”нан ҡурҡып, күптән ауылдан сығып тайған булыр инегеҙ бит. Ә мин үҙемдең һаҡ ҡолағым, төнгө сауҙам арҡаһында һеҙҙе һаҡлап алып ҡалдым, “чупакабра”ның да аяғын “ҡыҫҡарттым”.
Уф, “чупакабра” тигәс, тағы һеҙҙең дә ҡотоғоҙ осоп ҡуймаһын. Әйткәс әйтәйем инде: беҙҙең ауылдың, дөрөҫөрәге, урамдың “чупакабра”һы, ваҡ-төйәккә ҡул һуҙыусылар – ут күршем, герой-әсә Зарифа һәм уның алтын миҙалға тип йыл һайын тупылдап тыуып торған, хәҙер инде үҙҙәре лә тауыҡ урларға, күрше-күләндең ваҡ-төйәген сәлдерергә арыу уҡ өйрәнгән биш малайы. Был ике аяҡлы, кеше һүрәтендә йөрөгән “чупакабра”лар таң мәлендә, ауыл халҡының иң тәмле йоҡоһо ваҡытында тауыҡҡа “һунарға” сыға ла инде. Үҙҙәре йыраҡҡараҡ йөрөргә лә шөрләй бит әле, гелән генә күшеләрҙекенә йәбешә. Кешенеке тигәс тә, улары ла һанаулы – урамдың тауыҡтары бер ҡышҡа ла етмәне быларға. Әммә аптырап торманылар, ире вахта менән Себергә киткән һайын кире әсәһе янына һыпыртҡан күрше киленебеҙҙең һарыҡтарына йәбештеләр.
Минең зәм-зәм һыуынан мәңге айный алмай, һәр саҡ һалмыш йөрөгән участковый ҙа, хатта мәғлүмәт эҙләп ары-бире сапҡан “районка” хәбәрсеһе лә килде. Килеү менән шундай һығымтаһы ла эшләнде: “Урал аръяғы халҡынан ялҡып, “чупакабра” хәҙер беҙгә күскән! Бөтөн бәләнең башы шунда ғына!” Участковый үҙенең эшенән, хәбәрсе гәзитенә күптән уҡытыусыларҙан, уҡыусы балаларҙан, ауылда ҡуйылған концерттарҙан башҡа тема таба алғанлығына шатланып ҡайтты ла китте, ә эше миңә ҡалды. Ипләп кенә теге күрше киленде, герой-әсәне, шул уҡ чупакабраны әлеге енәйәте өсөн иҫкәртергә, тағы ла күрһәм, яҡшылыҡ булмаясағын аңлатырға тура килде.
Ғәйебен тиҙ генә танырға теләмәне теге: “Үҙеңде бел, албаҫты, йоҡосо, һин барған урынға мин дә барырмын, нимә менән шөғөлләнгәнеңде, нисек йән аҫрағаныңды мин дә әйтермен!” – тип яр һалды. Әммә бындай ваҡытта ауыҙҙарын яптыра торған үҙемдең дә “кнопкам” бар, районға барһам, түрә-ҡараның үҙемде танып-күрешеп тороуын, ике туған һеңлемдең кейәүе ауыл биләмәһендә ҡарауылсы булып эшләүен иҫенә төшөрөргә тура килде. Шулай итеп, минең ярҙам, минең көс менән “чупакабра”ның тауыҡтарға “әпитите” бөттө, төнгө бурлыҡтарына юл ҡыҫҡарҙы.
Ә минең кәсеп-шөғөлгә килгәндә, ауыҙҙарын ябып, арттарын биш урындан ҡыҫһындар, эсәм тигән кеше минең араҡынан башҡаһын да табып ала. Балала­рының ауыҙынан өҙөп йә ата-әсәһенең пенсияһын талап, магазиндағы дүрт-биш тапҡырға ҡиммәтерәк араҡы алып эскәнсе, минең илле һумлыҡ ярты әллә күпмегә етә, халыҡтың пенсияһы ла, балалар аҡсаһы ла кеҫәһендә күберәк ҡала. Тик ошоно аңлап етмәгәндәре, һаман да миңә ябырылырға торғандары етерлек. Бер нисәүһен, мине “йоҡосо” тигәнен “күршеһенә әхлаҡи зыян килтергәне өсөн” ауылдан ҡыуҙыртһам, белерҙәр минең кем икәнде!

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.


Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад