Һәр ауылдың үҙ биҙәге – өлгөлө ғаиләләре булғандай, Уҫман ауылында ла бар ундайҙар. Шуларҙың береһе – Роза менән Илһам Искәндәровтар. Бер-береһенә пар килгән был ғаилә менән танышҡанда, уларҙың ихласлығына, йорт хужаһының тырыш, хужабикәнең хәстәрлекле булыуына һоҡланаһың.Илһам Усман улы тыумышы менән ошо ауылдан. Ҡатыны Роза Әнүәр ҡыҙы күрше Йөҙимәндән. Тиҫтерҙәре бәхет эҙләп ситкә һибелгәндә, Искәндәровтар, киреһенсә, тыуған тупраҡҡа, йәнтөйәккә береккән. Һәр эште бергәләп кәңәшләшеп, донъя йөгөн тигеҙ тартырға тырышып ғүмер итәләр. Үҙ көстәре менән йорт һалып ингәндәр, төкәтмә төҙөп, өйгә газ, һыу индергәндәр, канализацияһы ла бар, ҡыҫҡаһы, бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Йорттары ауылға ҡот, йәм биреп ултыра. Күңел йылылығы бөркөлөп торған өйҙәрендә ырыҫ, ҡот, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тамыр йәйгән.
Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Уҫман башланғыс мәктәбендә балалар уҡытҡан Роза Әнүәр ҡыҙы мәктәп ябылғас, әлеге мәлдә күрше Йөҙимән мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә, директор урынбаҫары ла үҙе. Ошо дәүер эсендә хәреф танымаған күпме кескәй балаға ғилем тауына үрләгәндә тәүге аҙым яһарға ярҙам иткән, оло тормош һуҡмағына баҫтырған мөғәллимә ул. Балаларға ҡарата һөйөү, күңел йылыһы уҡытыусының мөләйем йөҙөндә сағыла.
Туған Салауат исемендәге колхозда төрлө эште башҡарған Илһам Усман улы иһә Наумовкалағы ауыл хужалығы техникумында уҡып, агроном һөнәренә эйә булғас, тап ошо вазифала эшләй. Артабан Өфөләге аграр университетта тиҙләтелгән курста уҡып, юғары белемле белгес булып хеҙмәт юлын дауам итә. Әммә хужалыҡ тарҡалғас, ауыл клубы мөдире, һуңынан мәктәптә ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй. Уныһы ла ябылғас, эшһеҙ ҡалған ғаилә башлығы мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫа.
Ауыл ерендә йәшәгән кеше эшһеҙ тора буламы ни инде! Шәхси хужалыҡтарындағы ишле мал-тыуарҙы ҡарап-тәрбиәләү, өҫтәүенә, һимертергә ҡуйылған бер нисә баш йәш малды тейешенсә туҡландырырға кәрәклеген иҫәпкә алғанда, Илһамдың бер минут буш ваҡыты юҡ. Көр малдарының тәмле итен һатып алыусы үҙ клиенттары ла бар. Өҫтәүенә, йәйгеһен ауыл халҡынан һөт йыйып, Бурлылағы “Ғафури һөтө”нә тапшырғандар һәм үҙ ваҡытында иҫәпләшеп барғандар. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Бал ҡорттары күстәрен ишәйтергә иҫәптәре. Шулай уҡ һауын һыйырҙарын да арттырырға уйлайҙар. Уларҙы яңыртыу уйы менән Үзбәк ауылы фермаһынан таналар һатып алғандар. Һауын аппараттары ла бар. Мал аҙығын да күпләп әҙерләйҙәр, былтыр ете эҫкерт ултыртҡандар. Бының өсөн бар техника ла үҙҙәренеке. Хатта бесән ваҡытында ауылдаштарына ярҙамлашырға ла өлгөрә бөтмөр хужа, бынан да ғаилә бюджетына әҙме-күпме аҡса килә.
Йәшәүгә көс биргән дә, донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәткән дә, барлыҡ мәшәҡәттәрҙе, ҡайғы-хәсрәттәрҙе оноторға мәжбүр иткән дә – ул бала. Йәшәүҙең бар мәғәнәһе лә, асылы ла – һинең дауамың булған сабыйҙарҙа. Был күркәм, татыу, тырыш ғаиләлә Искәндәровтар быуынын дауам иткән биш бала үҫеп буй еткерә. Ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 26 йыл ваҡыт үткән. Ошо арауыҡта олатай-өләсәй булырға ла өлгөргәндәр. Иң өлкәндәре – Красноусолда төпләнеп, Балалар шифаханаһында эшләп, әле декрет ялындағы ҡыҙы Гөлназ – хәҙер үҙе күмәк балалы әсә. Ситтән тороп аграр университетта инженер-технолог һөнәрен дә үҙләштерә. Ғаиләләге икенсе ҡыҙҙары Илнара БДПУ-ны тамамлап, магистратурала уҡыуын дауам итә, автосалонда эшләй. Улдары Илнар Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында III курста уҡый. Илсаф I класта белем ала, ә иң бәләкәстәре Ильясҡа тиҙҙән биш йәш тула. 2016 йылда Роза Искәндәрова “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
Розаның уңыштарында Илһамдың роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – хәстәрлекле ғаилә башлығы, ярҙамсыл тормош иптәше, яратҡан атай. Кесе сабыйын өс айлыҡ ҡына сағынан ҡалдырып эшкә сығыуында иренең ныҡлы таяныс, ғаилә терәге булыуына инанаһың. Шулай икең дә бер төптән булғанда, донъяң да алға бара, йәшәүе лә күңелле. Ирле-ҡатынлы Искәндәровтарҙы ғаилә усағын дөрләтеүселәр генә түгел, ә ауыл тормошон йәнләндереүселәр йәки сараларҙы башлап йөрөүселәр, тип әйтергә мөмкин. Ғаилә башлығының маһир йырсы булыуы, хужабикәнең яҙыу-һыҙыуға оҫталығы ла ярҙам итә. Былтыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарыуға ла дәртле ауылдаштары менән берлектә Искәндәровтар күп көс һалған. Сарала “Өлгөлө ғаилә” номинацияһында билдәләүҙәре лә юҡҡа түгел, улар быға лайыҡ. Роза Искәндәрова иһә 2016 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашып, “Уҡытыусы-ижадсы” номинацияһына лайыҡ булды.
Ауыл Искәндәровтар кеүек уңған ғаиләләр менән матур.
Индира ИШКИНА.Ғафури районы.