Ислам матурлыҡты ярата23.03.2018
– Ауылыбыҙ мәсетендәге йәш имам-хатиптың ҡатыны, иренә эйәреп, күптән түгел дин юлына баҫты. Тик ул, минеңсә, мосолманлыҡты матур кейемдә генә күрә. Һөйләгәне “күлдәк тектерҙем, яулыҡ алдым, шунда шул әйбер һатыла...” кеүек хәбәрҙәрҙән үтмәй. Ялғанлыҡ була түгелме был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
М. ХӘКИМОВА.
Көйөргәҙе районы.

Башҡортостан мосолманда­ры­ның Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Яуапты динебеҙ тарихынан башлайыҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм Йәмәнгә үҙенең вәкиле итеп ебәргән Әбү Муса әл Әшәригә эште “Лә Иләһә Илләһ-лаһ!”тан башларға ҡуша. Әммә ғәмәлдең күпме ваҡыт алырын билдәләмәй. Был саҡырыуҙың Ҡөрьән тәғлимәте буйынса, йәғни күркәм вәғәз, ипле, мәғәнәле, ихлас һүҙ аша, башҡарылырға тейешлеген әйтә. Мәғлүм ки, тап шул рәүешле генә әҙәм балаһының күңелен яуларға мөмкин.
Саҡырыуҙы ҡабул иткән кешеләрҙе артабан намаҙға өйрәтергә ҡуша Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был эште атҡарып сығыуға ла ваҡыт ҡуймай. Унан инде кешеләргә ураҙаны, зәҡәтте һәм башҡа төшөнсәләрҙе өйрәтергә ҡуша. Береһенә лә ниндәйҙер сик, тәғәйен осор билдәләнмәй.
Ошонан күренеүенсә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, дин юлына тиҙ арала баҫыу мөмкин түгел. Уны күңелең менән ҡабул итеү мөһим. Аңға барыһы ла яйлап һалына. Мәғлүм ки, Исламда көсләү юҡ. Әгәр ҙә бәғзе берәүҙе иркенән тыш, рухи яҡтан әҙерлекһеҙ килеш дин юлына баҫтырырға тырышһаң, уның “кәртәләрҙе емереп” ҡасыуы ихтимал. Шуға ла был йәһәттән бик һаҡ, кешенең уй-кисерештәренә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыу зарур. Алда әйтелгәнсә, барыһы ла күркәм вәғәзгә, яҡшы һүҙгә, ваҡытҡа бәйле. Ашыҡҡан ашҡа бешкән тигән аҡылды оноторға ярамай.
Йәмғиәтебеҙҙә ҡабаланыу, һөҙөмтәне тиҙ күрергә ынтылыу осраҡтары булып тора. Әлеге һорауҙа ла тойола был. Ҡәрҙәшебеҙ дин юлына яңы аяҡ баҫҡан йәш ҡатынға дәғүә белдерергә теләй кеүек. Арабыҙҙан йәнә берәү Исламға яҡынайған икән, иң тәүҙә “Әл-хәмдү лил-ләһ, сөбханаллаһ!” тип әйтәйек, хөрмәтле йәмәғәт. Тота килеп ғәйеп өйә башламайыҡ, яҡшы яҡты күрәйек. Әҙәм балалары бит бер-береһенә оҡшамаған, был дингә килеүҙә лә сағылыш таба. Әлеге йәш ҡатын өсөн был юл кейемдән башланғандыр. Ул, мосолман гүзәл затының үҙен ҡарап, матур ҡиәфәттә йөрөргә тейешлегенә, Исламда ҡатын-ҡыҙ хаҡы юғары икәненә төшөнгәс, иншаллаһ, артабан үҫешкә ынтылыр, динебеҙҙең башҡа ғәмәлдәрен үтәргә тотонор. Был йәһәттән, әлбиттә ки, уратып алған мөхиттең, яныңдағы кешеләрҙең йоғонтоһо ҙур. Ә әлеге ҡатындың ире имам-хатип икән, тимәк, үҫеш оҙаҡ көттөрмәҫ.
Ғөмүмән, барлыҡ ғаиләләрҙәге кеүек үк, хаҡ юлдағы ирҙең төп терәге – ҡатыны. Ул һәр яҡлап таяныс булғанда ғына йәмәғәтенең эше алға ыңғайлар. Урында дини тәрбиә алып барыу өсөн яуаплы имам-хатиптың ҡатынына был йәһәттән айырыуса ҙур бурыс йөкмәтелгән. Уның тормошона, йәшәү ҡағиҙәләренә ҡарап, халыҡтың Исламда гүзәл заттың баһаһы хаҡында төрлө фекергә килеүе ихтимал. Мәҫәлән, имамдың ҡатыны мосолманса кейенмәй, тупһаһы таҙа түгел икән, башҡалар ни уйлаясаҡ? Улар мәсеттә һөйләнгән хөтбәләрҙе ысын күңелдән ышанып ҡабул итерме? Һөҙөмтәлә имам халыҡты үҙ артынан эйәртә алырмы, абруй ҡаҙанырмы?
Эйе, динебеҙ үҫешендә төп таяныс – көслө зат. Уларға иһә ҡатын-ҡыҙ һәр яҡлап терәк булырға тейеш. Яҡты йөҙ, яҡшы һүҙ, аҡыллы кәңәш, йылы өй, тәрбиәле балалар... Был теҙмәгә матурлыҡты ла индермәү мөмкин түгел. Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге, ҡупшылығы, ыҫпайлығы ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла әгәр ҙә ки араларынан кемдер Исламға юлды килешле күлдәк тектереүҙән, яулыҡ алыуҙан башлаған икән, һөйөнәйек, йәмәғәт. Динебеҙ матурлыҡты ярата. Алда әйтелгәнсә, әлеге ҡәрҙәшебеҙ тора-бара Исламдың төп ғәмәл-ғибәҙәттәрен дә үтәй башлар, иншаллаһ.
Раббыбыҙ биргән барлыҡ ниғмәттәрҙең, ваҡыттың ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙгә ихтирам-хөрмәт күрһәтеп, яҡшылыҡты баһалап йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад