Ҡул эштәре ала күҙ яуын!23.03.2018
Ҡул эштәре ала күҙ яуын!Күптән түгел баш ҡаланың “Урал” галереяһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре менән таныштырған “Сәсмәүерем – селтәрем” исемле милли күргәҙмә асылғайны. Халыҡ ҡомартҡыларын тергеҙеүгә ҙур көс һалған ил инәләренең береһе Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге сара Өфөлә өс аҙнаға яҡын баш ҡала халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын ҡул эштәренең сағыу төҫтәре менән һоҡландырҙы, уйландырҙы, шатландырҙы.[/b]


Шуныһы иғтибарға лайыҡ: күргәҙмә асылыу алдынан халыҡ ижады ынйыларына яңы заман һулыш биргән Сибай ҡалаһынан Асия Солтан ҡыҙы башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеме менән ҡыҙыҡһынғандарға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, кейем тегеү, милли башлыҡтар эшләү серҙәре менән таныштырҙы.
Билдәле булыуынса, Хәйбулла районында тыуып үҫкән Асия Ғәйнуллина – һөнәре буйынса уҡытыусы – оҙаҡ йылдар Баш­ҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында, ҡаланың 11-се мәктәбендә, радиоэлектроника колледжында уҡыусыларға һәм студенттарға белем бирә. Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә фольклор белгесе булып эшләй, “Арҡайым” этнография һәм фольклор, өзләү буйынса “Арман” төркөмдәрен етәкләй, “Яугөл” ҡумыҙсылар ансамблен ойоштора.
Ул – республика Сәсәндәр мәктәбенең ихтирамлы остазы ла. Ҡул оҫтаһы ғына түгел, ысын мәғәнәһендә ил инәһе, сәсәниә, ойоштороусы ла. Халҡыбыҙ ҡомартҡыларына арналған республика һәм халыҡ-ара конкурс­тар еңеүсеһенең милли күргәҙмә­ләре ойошторола. Кейеҙ, ҡорама тегеү, милли ҡатын-ҡыҙ кейем­дәре кеүек ижади эштәре Ҡурған өлкәһендә, Өфө, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында, Төркиә университеттарындағы күргәҙмәләргә ҡуйыла.
“Сәсмәүерем – селтәрем” күргәҙмәһендә иһә Асия Ғәйнул­линаның һәм шулай уҡ Архангел, Әлшәй, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы райондарынан 20-нән ашыу ҡул эштәре оҫтаһының селтәр, һаҡал, ҡашмау, муйынса, арҡыры яҡа, сәсҡап, алмиҙеү кеүек милли өлгөләре урын алды.
Күҙ нурҙары һалынған сағыу эштәр, ысынлап та, һоҡландыр­ғыс. Күргәҙмәне халыҡ мираҫына һәм рухи бөгөнгөһөнә битараф булмаған оло быуын вәкилдәре лә, урта быуын да, йәштәр ҙә ихлас ҡабул итте.
“Хөрмәтле Асия Солтан ҡыҙы! Халҡыбыҙҙың боронғо ижадын, мәңге иҫкермәҫ рухи гәүһәрҙәрен тергеҙеүгә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙҙең кеүек халыҡ ижадын тәрән өйрәнгән белгестәребеҙ, оҫталарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ мәңге йәшәйәсәк. Ҙур рәхмәт һеҙгә”, – тип оло рәхмәтен белдерҙе күргәҙмәне ҡарарға Ишембай районынан килгән Миңзилә Сабир ҡыҙы. Оло ҡыҙыҡһыныу менән күргәҙмәне ҡарап сыҡҡан Башҡорт дәүләт аграр университетынан бер төркөм студент та рәхмәт һүҙҙәрен һәм милли рух һағында торған апайҙарға артабан да дәртләнеп эшләргә тигән изге теләктәрен еткерҙе.
Милли йөҙөбөҙ, тарихыбыҙ һәм шуның менән бергә бөгөн әйтер һүҙебеҙ бар икән, халыҡ һәм уның киләсәге булыр. Ошондай күргәҙмәләрҙең үтеүе тағын бер тапҡыр беҙҙең барлығы­быҙҙы, әлеге заманда ла милли һулышыбыҙҙың иркен булыуын иҫбатлай.


Вернуться назад