Төрлө кешеләр бар. Тирә-яғым яу булһын, өйөм эсе һау булһын, тип үҙ эсенә генә бикләнеп, бөтә нәмәгә битараф, тормош ағымы ыңғайына ғына йөҙгәндәр була. Һәм, киреһенсә, ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем, тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәгәндәр осрай. Улар менән аралашҡандан һуң үҙеңде бер башҡа үҫеп киткәндәй тояһың, донъяға ҡарашың, аң-даирәң үҙгәргәндәй була.
Учалы районының Ҡолош ауылында йәшәгән Хәҙис Сафиуллин — тап шундайҙарҙың береһе. Һигеҙ балалы ябай ауыл ғаиләһендә тыуған малай шуҡ, сос, ҡыҙыҡһыныусан булып буй еткерә. Атаһы Ғибәҙулла ғүмере буйы малсылыҡта эшләй, ат көткәндә бәләгә осрап, бер аяҡһыҙ ҡала. Шуға күрә хужалыҡтағы ауыр көс талап итә торған эштәр дүрт малайҙың иңенә ята. Ҡыҙҙар йортта әсәләренең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы була. Ғөмүмән, ғаиләлә һәр кем бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә.
Ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, Хәҙис күрше Ҡотой мәктәбенә йөрөп һигеҙ класты тамамлай. Көн һайын биш-алты саҡрым араны саф һауала йәйәүләп үтеү үҫмерҙе физик яҡтан сыныҡтыра, тыуған яҡ тәбиғәтенә ғашиҡ итә. Ауыл тирәһендәге һәр ағас, һәр шишмә, һәр таш уға таныш булып, атай-олатайҙарҙың үткәнен һөйләгән кеүек тойола. Тап шул ваҡыттан башлана ла инде уның тыуған яҡ тарихы менән “ауырыуы”.
Мәктәпте тамамлағас, Хәҙис колхозда төрлө эштә йөрөй, һуңғараҡ механизаторҙар курсын бөтөрөп, комбайнсы булып эш башлай. Рафиҡ ауылы һылыуы Фәүзиә менән ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бирәләр. Колхоз йәштәргә бәләкәй генә бура бирә, шуны күтәреп, йортло булалар.
Тиҫтә йылға яҡын комбайнсы булып эшләү дәүерендә Хәҙис Сафиуллиндың “диңгеҙ карабын” гел “йондоҙҙар” биҙәй. Аҙаҡ малсы булып урынлаша. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Хәҙис Ғибәҙулла улы тырышып, намыҫлы хеҙмәт итә, әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Колхоз-совхоздар бөтөрөлөп, донъялар үҙгәргәс тә, Сафиуллиндар юғалып ҡалмай. Заманға бирешмәй, ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп донъя көтәләр, өр-яңынан йорт һалып инәләр. Әммә төп ҡомары – тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуын ташламай ир-уҙаман. Йыйған һәр экспонатты ул тирә-яҡ ауылдарҙың музейҙарына тапшырыр була.
Бер ваҡыт ауыл зыяратында сәйер тамғалар менән яҙылған ташҡа иғтибар итә ул. Эҙләнә торғас, руна тамғаларын өйрәнгән ғалим менән дә таныша. Ташҡа “177-се һижри йыл” тип яҙылғанлығы асыҡлана, тимәк, Ҡолош ауылына кәмендә 1221 йыл тип иҫәпләп сығара улар.
Ғөмүмән, ҡолоштар ата-бабалары тарихына бик хөрмәт менән ҡарай, бергә йыйылып кәңәшләшкәс, ошо урында обелиск та урынлаштыралар.
Шәхси музей асыу уйы Хәҙис Ғибәҙулла улына бынан биш йыл элек килә. Ғүмере буйы ауыл китапханаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатыны Фәүзиә Муса ҡыҙы ла иренең теләген хуплап ҡына ҡалмай, уның беренсе кәңәшсеһенә һәм ярҙамсыһына әйләнә.
Иҫке йорттарын ремонтлап, кәштәләр урынлаштырып, музейға яраҡлаштырып ала Сафиуллиндар. Был хәбәрҙе ишетеп, ауылдаштары боронғо әйберҙәрҙе, көнкүреш кәрәк-ярағын килтерә башлай. Музей тиҙ арала экспонаттар менән тулыландырыла, уның даны тирә-яҡҡа тарала.
Бөгөн бында ике меңдән ашыу экспонат иҫәпләнә, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Боронғо өй кәрәк-ярағы бик күп: күмер үтеге, тирмән, йөн иләү ҡоролмаһы, һауыт-һабаларҙың күплегенән күҙҙәр ҡамаша. Бөгөнгө көнкүрештән сыҡҡан ҡайһы бер әйберҙәрҙе хатта олораҡ быуын да ҡайҙа һәм нимә өсөн ҡулланылғанын тиҙ генә иҫенә төшөрә алмаҫ. Ә Хәҙис Ғибәҙулла улы һәр экспонат тураһында тулы мәғлүмәт бирә ала. Улай ғына ла түгел, һәр әйбергә уның атамаһы һәм ҡасан, кем тарафынан музейға тапшырылғанлығы тураһында табличка ла беркетелгән.
Йорттоң бер мөйөшөндә башҡорт тирмәһе йыһазландырылған, унда балаҫтар түшәлгән урындыҡ өҫтөндә милли кейемдә башҡорт ҡатындары еҙ самауырҙан “сәй эсә”, стеналарға сигелгән таҫтамалдар, ҡул эштәре эленгән. Ситтәрәк — төбәктә сыҡҡан файҙалы ҡаҙылмалар коллекцияһы, башҡорт музыка ҡоралдары, боронғо аяҡ кейемдәре, сабата һ.б.
Советтар осорона ла бер урын бүленгән. Пионер галстуктары, значоктар, байраҡтар, Лениндың һыны, барабан, торбалар күптәрҙе шул йылдарға “алып ҡайтып”, ностальгия тойғоһо уятыр.
Дингә арналған мөйөштә төрлө дини атрибуттар урын алған, бик боронғо “Ҡөрьән-Кәрим” китабы ла бар. Иғтибарымды стеналағы быяла эсенә беркетелгән таяҡтар йәлеп итте.
— Улар “ишан таяҡтары” тип атала. Беҙҙең ауылда Мөхәммәт исемле мулла йәшәгән, ул Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтә белем ала. Ишан иң яҡшы шәкертенә ошо таяҡтарҙы бүләк иткән. Ғәрәп телендә ниҙер яҙылған таяҡтар тылсымлы көскә эйә булған тип тә һөйләйҙәр. Мөхәммәт мулла доға уҡыһа, уларҙың орсоҡ кеүек әйләнгәнен һәм мулланың бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөүен дә күргәндәр, — тип белгәндәре менән уртаҡлашты Хәҙис Сафиуллин.
Ғөмүмән, ул һәр экспонат тураһында оҙаҡ итеп һөйләй ала.
— Бына был ҡул тирмәне, уны беҙҙең ауылдан Мәхийән бабай Рәхмәтуллин заказы буйынса һуғыш осоронда Белорет районының Мәхмүт ауылы оҫтаһы эшләгән. Заказ әҙер булғас, Мәхийән бабай уны, 18 саҡрым юл үтеп, йәйәүләп күтәреп алып ҡайта. Ҡайтып етә лә өҙлөгөп йығыла һәм бер ай түшәктә ята. Әммә үкенмәй, тирмән хужаһына унан файҙаланғандары өсөн бер ус он менән түләгәндәр бит, — тип ҡомартҡы тарихы тураһында һөйләне эҙәрмән.
Музейҙа сит илдәрҙән килеп эләккән әйберҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, иероглифтар менән сыймаҡланған Ҡытай балтаһына ике быуаттан ашыу, тип билдәләгән музейҙы ҡарарға килгән Өфө ғалимдары. Һиндостан вазаһының да бик боронғо икәнлеген асыҡлағандар. Әйткәндәй, музейҙың экспонаттарға бай булыуына ғәжәпләнә улар.
Бөйөк Ватан һуғышында Ҡолош ауылынан утыҙ кеше ҡатнаша, уларҙың яртыһы ғына тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта. Музейҙа шул шанлы йылдарға бер стенд арналған, һәр яугирҙең фотоһы, улар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Еңеү көнөндә сыҡҡан “Правда” гәзитенең һаны ла һаҡланған.
— Йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышына бәйле тарихи ваҡиғалар менән бик ҡыҙыҡһына, олатайҙарының фотоларын күреп ғорурлыҡ тойғоһо кисерәләр. Бер нисәүһе 9 Майҙа “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыу өсөн фотоларҙы алып торҙо, — ти Хәҙис Сафиуллин.
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡолоштар тылда ла фиҙакәрлек күрһәтә. Һуғыш йылдарында ауылда саңғы эшләү цехы асыла. Урындағы оҫталар уҫаҡтан саңғылар эшләп фронтҡа оҙата. Уларҙың бер пары һәм таҡта ярыу яйланмаһы бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йортҡа һыймағас, улар ишек алдына урынлаштырылған.
Төрлө йылдарҙа әрме хеҙмәте үткән, ҡыҙыу нөктәләрҙә һалдат бурысын намыҫ менән үтәгән Ҡолош, эргә-тирәләге ауылдарҙың ир-егеттәре тураһында ла мәғлүмәт бар. Йәш быуын күңелендә патриотик рух, үҙ тамырҙарың менән ғорурлыҡ уятыу өсөн уларҙың әһәмиәте һанап бөткөһөҙ ҙур.
Музейҙа бөгөнгө заман өсөн дә урын бүленгән.
— Һәр үткән көн тарихҡа яҙыла, шуға күрә ҡала, район, ауыл кимәлендә булған мөһим хәл-ваҡиғаларҙы фотоға төшөрөп, теркәп барырға тырышам, — ти Хәҙис Ғибәҙулла улы.
Былтыр Учалыла уҙғарылған “Мәргән уҡсы” республика бәйгеһе, район һабантуйы, ауылдағы саралар тураһында стендтар ҙа бар бында. Район һәм республика гәзиттәренең һәр һанын йыйып бара эҙәрмән, урындағы яҙыусыларҙың яңы сыҡҡан китаптарын да ҡәҙерләп һаҡлай.
Әйткәндәй, Хәҙис Сафиуллин тыуған яҡ тәбиғәтен яҡшы белә. Таныш-белештәрен ул үҙе Ирәмәлгә оҙатып алып бара, ҡыҙыҡһынғандарға Учалы урмандарында табылып, бөгөнгә тиклем сер йомғағы булып ҡалған башҡорт пирамидаларына ла сәйәхәт ойоштора, хатта уларҙың картаһын да эшләп ҡуйған. Үҙ ғүмерендә өс йөҙ тирәһе ағас ултыртҡан ир-уҙаман балаларында ла тыуған ергә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән, ейән-ейәнсәрҙәрен дә шуға өйрәтә.
Хәҙис Сафиуллин музейға экскурсияға килеүселәрҙең исем, фамилияларын теркәп барырға ғәҙәтләнгән. Музейҙы ҡарап сыҡҡас, мин дә 2245-се булып исем-шәрифемде яҙып ҡуйҙым. Ирекһеҙҙән ҡунаҡтарҙың географияһы күҙгә ташланды. Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына түгел, Силәбе, Төмән өлкәләренән, Санкт-Петербургтан, хатта Үзбәкстандан да килеп халҡыбыҙҙың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар булған. Күптәр, музейҙың бай булыуына һоҡланыуын белдереп, рәхмәт әйткән.
Эйе, музей, ысынлап та, бик бай һәм мауыҡтырғыс. Хәҙис Ғибәҙулла улы уны ниндәйҙер дан йәки аҡса табыу өсөн түгел, ә тыуған төйәгенең ысын патриоты булараҡ, йөрәк ҡушыуы буйынса ойошторған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт бәләкәй булыу сәбәпле, күп экспонаттар тышта тора. Бинаның ҡыйығы ла тишелә башлаған, яҙын-көҙөн һыу тамсылап ыҙалата. Бәлки, ошо юлдарҙы уҡып, эҙәрмәнгә ярҙам итеүселәр табылыр, етәкселәр ҙә был проблемаға иғтибар итер, тип ышанғы килә. Был бәләкәй генә йортта халҡыбыҙҙың тотош тарихы һаҡлана бит. Ә тарихын белмәгән йәки онотҡан халыҡтың, боронғо грек фәйләсүфе Платон әйтмешләй, киләсәге лә юҡ.