Хәтер вахтаһы23.03.2018
Еңеү көнөнә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуҙың 75 йыллығына арналған автоуҙыштан һуң бер йыл тиерлек уҙҙы. 2017 йылдың 2 майы иртәһендә Мамай ҡурғанында Башҡортостан Республикаһы делегацияһы менән Дондағы Ростов ҡалаһының башҡорт йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре осрашты. Сталинградты һаҡлап һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберенә сәскә һалғандан һуң автоуҙыштың төп этабы башланды. Ул кавалерия рейдының һәр саҡрымы яҡташтарыбыҙҙың ҡаны менән һуғарылған ерҙәр буйлап үтте. Ростов һәм Волгоград өлкәләре халҡы башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығын онотмай, ҡәберҙәрҙе, һәйкәлдәрҙе тәртиптә тота.
Быйыл 23 апрелдә 112-се Башҡорт һәм 55-се Алтай кавалерия дивизиялары һуғышҡан ерҙә “Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте башланғысы менән “Хәтер вахтаһы”н асабыҙ. Башҡортостандан һәм Алтай крайынан эҙәрмән отрядтарының килеүе көтөлә. Улар 23 апрелдән 9 майға тиклем Алексеев утары – Деев утары – Суйын балкаһы – Обливская ҡасабаһы эргәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәләк булған яугирҙәренең һөйәктәрен эҙләү менән шөғөлләнәсәк. Обливскаялағы мемориал янында үтәсәк митингтан һуң “Хәтер вахтаһы”нда ҡатнашыусылар кавалерия дивизияһының хәрби юлынан йүнәләсәк. Автоуҙыш Обливская – Морозовск ҡалаһы – Тацинск ҡалаһы – Белая Калитва ҡалаһы – Красновка станцияһы маршруты буйынса үтәсәк. Әйткәндәй, Дондағы Ростовтағы һәм Краснодарҙағы йәмәғәт ойошмалары – ИВА – һуғыш инвалидтары (етәксеһе А.М. Попович), “Яҡташтар” башҡорт-татар мәҙәни үҙәге (башҡорт секторы етәксеһе Э.Ш. Сәғитов), “Поиск” хәрби-патриотик үҙәге (етәксеһе А.В. Павленко), “Всевеликое войско Донское” (етәксеһе М.И. Беспалов), “Ағиҙел-К” башҡорт милли үҙәге (етәксеһе А.А. Мусин) сарала ҡатнашырға теләк белдерҙе.
12 мартта Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең координация советы ағзаһы Владимир Щербанов менән берлектә буласаҡ автоуҙыш маршрутынан үттек, ҡала, район һәм ауыл хакимиәте башлыҡтары менән осраштыҡ. Улар патриотик акцияның мөһимлеген аңлап, һәр йәһәттән ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте, саралар планын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоп, уға етди үҙгәрештәр индерҙе. Беҙ биләмәләрҙең һәр береһендә митингтар, туғандар ҡәберлегенә сәскә һалыу тантаналарын ойошторорға, шулай уҡ мәктәп, кадет корпустары һәм училищелар уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, Белая Калитвала “Рәсәйҙең эҙәрмән хәрәкәте – тарих һәм хәҙерге заман” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үтәсәк.
Автоуҙыш Тарасов районының Красновка ауылында тамамланасаҡ. Унда ун өс Советтар Союзы Геройы мемориалында хәтер акцияһын ойоштороу күҙаллана. Әйткәндәй, бында шулай уҡ яҡташтарыбыҙ – Советтар Союзы Геройҙары Зөбәй Үтәғолов менән Тимерәй Көбәкәев ерләнгән.
“Хәтер вахтаһы”ның тәүге этабы 9 Майҙа – Еңеү көнөндә тамамлана. Владимир Щербанов әйтеүенсә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш Ростов өлкәһендә, айырыуса Сталинград алышы аҙағында ҡан ҡойғос һуғыштар булған ерҙә эҙәрмәндәр хәрәкәтен әүҙемләштереүгә этәргес бирәсәк.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтмәксемен: башлаған ҙур һәм изге эшебеҙ халыҡ күңелендә хуплау тапһын һәм туҡталып ҡалмаһын ине. Обливская һәм Белая Калитва хакимиәте башланғысы менән ошо ҡасабаны, ҡаланы “Хәрби дан” биләмәләре тип таныуға ғариза бирелгәйне. Ғаризаларында улар, архив документтарына таянып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары ошо ерҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн ҡаһармандарса һуғышҡан 1942 йылдың аҙағы һәм 1943 йылдың башындағы ваҡиғаларҙы айырып билдәләне. Был турала ишеткәс, айырыуса ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем!
Мәхмүт СӘЛИМОВ.