Газ үткәрелгән йорттар арта02.12.2011
“Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат районы буйынса эксплуатация хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан районда 127 йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” ингән. Бөгөн Нәсибаш урамдарында газ бүлеү селтәрҙәрен төҙөү тамамлана. Лаҡлы, Мөрсәлим ауылы урамдарында газ үткәргестәр һалына. Дөйөм алғанда, үткәргес яҡынса 30 километрға һалынған.
Сулпан ауылының яңы урамындағы 15 өйҙө лә быйыл газға тоташтырыу күҙаллана. Әле ике йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” индерелгән. Шуларҙың береһендә Динаида менән Тимербай Мөхөтдиновтар йәшәй. Улар икеһе лә хаҡлы ялда. Былтыр ғына һалынған йорттарына газ үтеүгә ҡыуаныстарының сиге юҡ.
“Йүрүҙән”,
Салауат районы.


Вернуться назад