“Һылыуҡай” Кем булыр?23.03.2018
“Һылыуҡай” Кем булыр?Баш ҡаланың “Азимут” ҡунаҡханаһында “Һылыуҡай-2018” бәйгеһе ойоштороусылары һәм бағыусылары, баһалама ағзалары, матур бәйгелә ҡатнашыусы гүзәлдәр, журналис­тар ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы булып үтте.

Һылыуҡайҙар, үҙҙәре менән таныштырып, баһалама ағзалары, гәзит-журнал, Башҡортостан телевидениеһы хеҙмәткәр­ҙәре менән аралашып төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, фекерҙәре менән уртаҡлашты, сослоҡ, шаянлыҡ, тапҡырлыҡта көс һынашты. Шулай уҡ “Матбуғат һылыуҡайы” исеменә лайыҡ булыусы ла билдәләнде.
Һайлап алынған 12 бәйгесе араһында Балаҡатай, Ҡыйғы, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Әлшәй, Бөрйән, Ауырғазы, Ейәнсура район­дарынан, Өфө һәм Мәскәү ҡалаларынан 16 йәштән 24 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар бар. Улар ике аҙна дауамында төрлө оҫта­лыҡ дәрестәрендә булып тәжрибә туплаған, хозур Бөрйән ерендә урынлаш­ҡан Шүлгәнташ мәмерйәһендә “Урал батыр” эпосына бәйле серле сюжеттарҙа, “Тамыр” телеканалында барған “Һылыуҡай көндәлеге” тапшырыуҙарында төшкән, Республика перинаталь үҙәгендә лә булып өлгөргән. Бер һүҙ менән әйткәндә, камил­лыҡҡа ынтылып, тәжрибәле уҡытыусы­ларҙан һәм белгестәрҙән матурлыҡ серҙәренә өйрәнгәндәр, үҙ өҫтәрендә эшләгәндәр. Ҡыҙҙарҙың матур ял итеүен һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуйған һәр көнөн ойоштороуҙа республикала ғына түгел, халыҡ-ара аренала билдәле “Азимут” ҡунаҡханаһы етәкселеге ҙур ярҙам күрһәткән. Һылыуҙар республика бәйгеһенә әҙерлек мәлендә барыһы ла ошонда йәшәгән һәм үҙ-ара дуҫлашып өлгөргән.
Еребеҙ ҡарҙан әрселеп, тәбиғәт уянған, шаян ҡыҙҙарҙай сылтырап гөрләүектәр аҡҡан илаһи мәлдә яҙҙың үҙеләй матур, мөләйем, һоҡланғыс быйылғы һылыуҡай кем булыр? Барыһы ла бөгөн баш ҡаланың “Башҡортостан” дәүләт залында үтәсәк “Һылыуҡай-2018” республика бәйгеһенең гала-концертында билдәле буласаҡ. Иң гүзәл башҡорт ҡыҙы тип табылған еңеүсене “Лада Гранта” автомобиленең асҡысы көтә. Билеттар буйынса “Бәйләнештә” социаль селтә­рендә https://vk.com/he­leykai2018 төр­көмөнә мөрәжәғәт итергә йәки 8 9274892828 телефонына шылты­ратырға мөмкин.



Вернуться назад