Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ, Мәләүез районының Антоновка ауылында йәшәгән әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Рабиға Минһажетдин ҡыҙы Сабитова матур ғүмер байрамын – 60 йәшен билдәләй.Әней! Юбилейың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һин һәр ваҡыт киң күңелле, сабыр, кешелекле, оло йәнле, маҡсаттарыңа ирешеүсән, тәүәккәл, абруйлы, беҙгә өлгө булып тораһың.
Әнейебеҙ 40 йылдан ашыу ғүмерен киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, белем биреүгә бағышланы. Әле һаман да мәктәптә математика, физика фәндәренән уҡытып йөрөй. Төрлө йылдарҙа йәмәғәт эштәрендә уңышлы эшләп, район, ауыл халҡы араһында ҙур абруй ҡаҙанды. Ул – төрлө яҡлы талант эйәһе, киң ҡоласлы шәхес. Әле булһа йыр һәм нәфис һүҙ менән сәхнәләрҙә сығыш яһай.
Әтейебеҙ Миңнехай Хөснулла улы менән бергә ҡулға-ҡул тотоноп матур донъя көтәләр. Беҙгә, ике ҡыҙына, юғары белем биреп, кеше араһында кәм-хур итмәйенсә, яратып-һөйөп үҫтерҙеләр, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Барыһы өсөн дә мең рәхмәтлебеҙ һеҙгә!
Әней, алдағы тормошоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, һау-сәләмәт бул, матур ғүмер кисер, балаларыңдың, ейәндәреңдең игелеген күреп йәшә, күңел тыныслығы, бәхет, шатлыҡ һәм әтейебеҙ менән күп йылдар тигеҙ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Әнейебеҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, әней,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
Иң изге теләктәр менән балаларың
Рида, Рәйлә, кейәүҙәрең
Илнур, Илшат,
ейәндәрең Илхан, Илназар, Илсур.