Уҡытыусы һәр саҡ юғары21.03.2018
­Ғаилә – йәшәү башланғысы, мөхәббәт һәм ихтирам сығанағы. Әҙәм балаһы ғаиләлә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр тыныс урын таба. Һәр ҡайһыбыҙ ер йөҙөнә яратырға, яратылырға, донъя ҡорорға, бәхетле булырға килгән. “Матур ғаилә – ил күрке”, ти халыҡ мәҡәле. Һоҡланғыс, татыу ғаиләләр тормошто биҙәй. Шуларҙың береһе Балтас районының Яңы Балтас ауылында йәшәүсе – Эльза менән Айрат Вәлинуровтар.


“Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән һүҙҙәр тап бына улар хаҡында әйтелгән. Ауылды йәмләгән иркен йорттар әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Өйҙөң һәр мөйөшө ентекле уйлап эшләнгән, ҡаласа уңайлыҡтар булдырылған. Тирә-яғын емеш ағастары уратып алған, ихаталары сәскәләргә күмелгән, һәр нәмә үҙ урынында. Йортҡа инеү менән был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инанаһың.
Бөрө дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлаған Эльза Яңы Балтас ауылына инглиз теленән уҡытырға ҡайта. Бала саҡтағы хыялы тормошҡа аша. Мәктәптә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Был ауылда икенсе хыялы тормошҡа аша – ауылда агроном булып эшләүсе буласаҡ тормош иптәше Айрат менән таныша, бәхетле ҡатын-ҡыҙ һәм әсәй булыу бәхетенә өлгәшә. Йәштәр татыу ғаилә ҡороп, береһенән-береһе уңған өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Марсель менән Илгиз армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Марсель яратҡан эшендә тырышып эшләй. Өйҙәге эштәрҙә ярҙам итеүсе кесе улдары ла уңған.
— Йәш саҡта күңелле ине. Ауыл клубында төрлө конкурс-ярыштар, халҡыбыҙҙың милли байрамдарын үткәрҙек. Ауыл халҡы, балалар әүҙем ҡатнаша ине. Ваҡытты әрәм итмәй торғайныҡ, ҡыҙыҡһынып, йәш саҡты дәртле итеп, үкенескә ҡалмаҫлыҡ итеп үткәрҙек, – ти Эльза Әрхәм ҡыҙы.
Быйыл 50 йәшен билдәләне ул. Бөгөн район үҙәге Иҫке Балтастың заман талаптарына тура килтереп төҙөлгән 1-се мәктәбендә уҡыусыларҙы инглиз теленән уҡыта. Уҡытыусы – уның булмышы. Район күләмендә үткән олимпиада, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, уҡыусылары призлы урындар ала, еңеүсе була.
Һәр телдең үҙенсәлекле яҡтары була. Туған телде дөрөҫ уҡытыу, уҡыусыларға аңлайышлы аңлатыу өсөн өйрәнгән телдең мәҙәниәтен, үҙенсәлектәрен белергә кәрәк. Халҡының күңел байлығына, көнкүрешенә бәйләп өйрәнгәндә телде өйрәнеү ҡыҙыҡһындырғыс һәм аңлайышлыраҡ була.
Уҡытыусынан да бөйөгөрәк, хөрмәтлерәк һө­нәр юҡтыр. Ниндәй генә юғары вазифа билә­гән кеше булмаһын, ул уҡытыусы ярҙамында кеше була, бейеклектәргә үрләй. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы  һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй. Уҡыусыларының район һәм республика олимпиадаларында әүҙем ҡатнашыуы – Эльза Әрхәм ҡыҙының ижади эшмәкәрлегенең төп ҡаҙанышы. Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе бар, тимәк, балалар күңеленә үтеп инә алған. Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән, атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр итеп йәшәй һәм хеҙмәт итә эшһөйәр уҡытыусы, яратҡан тормош иптәше, һөйөклө әсәй.



Вернуться назад