Район-ара бәйләнеш21.03.2018
Район-ара бәйләнешКөньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһының 2020 йылға оҙайтылыуы төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, ситтән инвесторҙар йәлеп итеүгә, яңы эш урындары асыуға булышлыҡ итте. Былтыр көҙ Ейәнсура районында күсмә кәңәшмә үтеп, Хоҙайбәндә ауылы янында урынлашҡан “Маяҡ” муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһының “Аҡҡондоҙ” бригадаһының эше менән яҡындан танышып, Йылайыр районы хакимиәте район-ара хеҙмәттәшлекте булдырыу хаҡында һүҙ ҡуйышҡайны. Әйтелгән һүҙ үтәлде, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары араһында һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса уртаҡ проектҡа нигеҙ һалынды.
Сәләх ауылында йәшәүсе эшҡыуар Ҡорбанғәле Таһировтың хужалығында “Маяҡ”тан алып ҡайтылған “Франчеза” (волгоград) тоҡомло тәкә бәрәстәре аҫрала. Килешеүгә ярашлы, һарыҡтарҙы көтөү өсөн уңайлы кәртәң булһа, хужалыҡҡа 100 баш һарыҡ бирелә. Әгәр мал ҡышты имен-һау сығып, хужалыҡ килешеүенә ярашлы, махсус күрһәтмәләр үтәлеп, бәрәстәр тейешле ауырлыҡты туплаһа, эш хаҡы иҫәбенә 20 баш ҡалдырыла. Әгәр артым булһа, йәки ҡышлауға мал көр сыҡһа, йәнә бер нисә баш ҡалдырыу ҡаралған. Ейәнсуралар был алымды һарыҡсылыҡ тармағына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү маҡсатында ойоштора.
— Эште улым Рәмис менән бергә алып барабыҙ, — ти Ҡорбанғәле Әбделғәлим улы. – Һарыҡтарҙы үҙҙәре алып килде, даими рәүештә ветеринар менән килеп, уларҙы ҡарап, күҙәтеп торалар. Килешеү — 1 майға тиклем. Район хакимиәте ошондай тәҡдим әйткәс, улым менән кәңәшләштек тә тәүәккәлләргә булдыҡ. Етмәһә, бесәнебеҙ ҙә, фураж да етәрлек. Беҙ эшҡыуарлыҡ менән байтаҡ шөғөлләнәбеҙ. Игенен дә сәсәбеҙ, малын да көтәбеҙ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең пилорама бар, умартасылыҡ үҫешкән. Ике кешегә эш урыны булдырылды. Был тоҡомло һарыҡтар оҡшап ҡалды, бер тәкәнең ауырлығы 123 килограмға тиклем етеүе бар. Ит тоҡомло һарыҡтарҙы үҙебеҙҙең төбәктә үрсеткәндә, табышлы буласаҡ.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө, тиһә лә халыҡ мәҡәле, Таһировтарҙың тәүге эше отошло булмаҡсы. Киләсәктә һарыҡсылыҡ тармағын булдырыу ниәтендә яна улар. Бының өсөн тоҡомло мал алыу талап ителә. Күреүегеҙсә, “Маяҡ” хужалығы ҡышҡылыҡҡа аҫрауға тик тәкәләрҙе генә сығара, ә орғасыларын үҙҙәрендә ҡалдырып, уларҙан бәрәс ала.
Һарыҡсылыҡ тармағы йылайырҙар өсөн дә уңайлы. Бигерәк тә Ғәле, Сиҙер, Матрай ауылдары халҡы өсөн ҡулай ҙа, табышлы ла. “Ябай һарыҡтарҙы аҫрап, уларҙан уҙа барһа 12-15 килограмм ит алғансы, волгоград тоҡомлоларын үрсеткәндә, күпкә отошлораҡ”, — ти Ҡорбанғәле Таһиров.

Йылайыр районы.


Вернуться назад