Нур өләшеүсе күңел21.03.2018
Нур өләшеүсе күңелБала саҡтан теүәл фәндәрҙе яратҡан Зөбәржәт Салауат ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә. Юллама буйынса Баймаҡ районының Аҡморон урта мәктәбенә эшкә килә һәм ошо ауыл егете Фәнил Моратовҡа кейәүгә сығып, ауылда төпләнеп ҡала. Уҡыусыларҙы утыҙ йылдан ашыу серле математика донъяһы менән таныштырған Зөбәржәт Салауат ҡыҙының һәр дәресе үҙенсәлекле үтә. Ауыр, ләкин ҡыҙыҡлы миҫалдар сисеү, геометрик фигураларҙы өйрәнеү, арифметик мәсьәләләрҙе эшләү һәр уҡыусыға еңел бирелмәй, әммә тәжрибәле уҡытыусы һәр бала күңеленә үҙенсә асҡыс таба, үҙ фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.


— Математиканан Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу башланғас, уҡыусылар менән даими шөғөлләнәм. Дәрестә генә бар материалдарҙы үтеп өлгөрөп булмай, шуға күрә күберәк төштән һуң улар менән өҫтәмә шөғөлләнергә тура килә, — ти уҡытыусы.
Зөбәржәт Салауат ҡыҙы мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй: 16 йылдан ашыу директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була, 2016 йылдан — мәктәп директоры. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәпкә тулыһынса капиталь ремонт яһала, белем усағы өр-яңы төҫ ала.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Зөбәржәт Моратова шәхси тормошонан да уңған. Ошо уҡ мәктәптә физкультуранан белем биргән Фәнил Фәйзрахман улы менән ике бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Айгөл Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала, улдары Азат быйыл ун беренсе класты тамамлай. Әйткәндәй, Азат та әсәһе кеүек теүәл фәндәрҙе үҙ итә. “Улым менән икәүләп өйҙә мәсьәләләр эшләүҙе дауам итәбеҙ”, — тип йылмая Зөбәржәт Салауат ҡыҙы.
Һәр саҡ йылмайып, барыһына ла нур өләшеп, уҡыусыларға төплө һабаҡтар биргән тәжрибәле уҡытыусы, абруйлы етәксе һәм һөйөклө ҡатын, бәхетле әсә Зөбәржәт Моратова ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Уға киләсәктә лә эшендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад