“Әүҙем халыҡ йәшәй беҙҙә”21.03.2018
“Әүҙем халыҡ йәшәй беҙҙә”Ауыл халҡы урындағы үҙидараға күҙ төбәп йәшәй. Йомош менән килә, кәңәш һорай, ярҙамға өмөт итә... Төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ауыл биләмәһе башлығы туранан-тура ҡатнаша, шуға күрә күңелендә ҙур яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән кешеләр генә тарта алалыр ул йөктө. Ун йылға яҡын Яманһаҙ ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын лайыҡлы тартҡан, ауылда абруй ҡаҙанған Ислам АМАНТАЕВ менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ биләмәлә башҡарылған эштәр, үткән йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә билдәләнгән бурыстар хаҡында барҙы.


— Ислам Айрат улы, ауыл хакимиәте менән яҡындан танышып үткәндә...
— Яманһаҙ ауыл биләмәһенә Һултантимер ауылы ҡарай. Барлығы 320 хужалыҡта 875 кеше йәшәй. Халыҡтың күпселеге шәхси ихатала мал көтөп, килем ала. Ситтә вахта ысулы менән йөрөп эшләү­селәр ҙә, күрше Хәйбулла районында урынлашҡан тау сәнәғәте предприятиеларында хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе, иман йорто эшләй. 20-нән ашыу милләт үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй.
— Яманһаҙҙар районда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында иң әүҙем тормошҡа ашырған ауылдар иҫәбендә. Йыл һайын ауыл биләмәһе үҙҙәре тәҡдим иткән проект менән конкурста еңеп сыға. Бының сере ниҙә?
— Халыҡтың берҙәм һәм әүҙем булыуында. Ысынлап та, был программала беҙ 2014 йылдан алып ҡатнашабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ тәҡдим иткән проекттар нигеҙендә йылдар буйы хәл ителмәгән проблемалар аҡрынлап тормошҡа аша. Был программаға ярашлы, тәүге йылда ауыл аша ағыусы Галчатник йылғаһындағы күперҙе төҙөкләндерҙек, киләһе йыл Һултантимер ауылында 700 метр юл ремонтланды, артабан ДТ-75 тракторы һәм янғын һүндереү машинаһы һатып алдыҡ. 1 мил­лион 200 мең һумға алынған тракторҙың кәрәкле ҡоролмалары бар, шуға күрә Яманһаҙ һәм Һултантимер урамдарын ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе яйға һалынды.
Яҙ ҡар әрселеп, ер бер аҙ асылыу менән ике ауылда ла урамдарҙағы соҡорҙарҙы тигеҙләү эшенә тотонорбоҙ тип торабыҙ. Программа һөҙөмтәһендә йылы гараж сафҡа инде, трактор ҙа, янғын һүндереү машинаһы ла, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ әҙер. Быйыл да ауыл халҡы ситтә ҡалманы, 1 километр 600 метр урам юлын ремонтлау өсөн үҙ тауышын бирҙе. Проекттың хаҡы — 1 миллион 300 мең һум. Проект еңеп сыҡһа, инициатив төркөм халыҡ менән эш башларға әҙер.
— Ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади торошо урындағы эшҡыуарҙарға бәйле. Ауылда шәхси эшҡыуарҙар эшмәкәрлегенә лә туҡталып китәйек әле?
— Беҙҙең биләмәлә оҙаҡ йылдар “Йылайыр һөтө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бик уңышлы эшләп килә. Күптән түгел “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең теген цехы асыуға өлгәштек. Элекке балалар баҡсаһы бинаһында заманса шарттар булдырылған бик яҡшы цех асылды. Ситтән килеүселәр өсөн ятаҡ бүлмәләре лә бар. Иң мөһиме — эш урындары булдырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшкә килергә теләүселәр әлегә аҙ, шунлыҡтан цех яртылаш буш тора. “Яманһаҙ икмәге” тигән бренд та районда киң таралған. Ауылда икмәк бешереү цехы бар, Яманһаҙ икмәге күрше Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарына таратыла. Туғыҙ шәхси эшҡыуар теркәлгән, улар — крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм сауҙа өлкәһендә эшләүселәр. Ауыл биләмәһендә үткән бөтә мәҙәни, спорт сараларының бағыусылары булараҡ тап улар сығыш яһай. Кәрәк икән, матди яҡтан, техника менән ярҙам күрһәтәләр.
— Ауыл биләмәһе республика һәм федераль маҡсатлы программаларҙа ҡатнашамы?
— “Таҙа һыу” маҡсатлы федераль программа­һында ҡатнашып, 24 миллион һумлыҡ эш атҡарылды. Проектҡа ярашлы, һыу яңы система буйынса үткәрелде. Элеккеләренән айырмалы, бында һыу һурҙырғыс башняһы ҡуйылмай, уның урынына һыу насосы станцияһы төҙөлдө. Ауылға 38 һыу колонкаһы ҡуйылды, теләүселәр йорттарына һыу үткәрҙе. Ауылда дөйөм оҙонлоғо туғыҙ километр тәшкил иткән һыу селтәре сафҡа инде.
— Йәмәғәт ойошмаларына килгәндә, ауыл тормошонда уларҙың ролен нисек баһалай­һығыҙ?
— Улар — төп ярҙамсыларыбыҙ. Бер генә эш тә улар ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Халыҡтың әүҙемлеге, йәмәғәт ойошмаларының ихлас эшләүе — беҙҙең төп уңыш. Ауыл депутаттары ла әүҙем, дәртле. Үҙҙәренә йөкмәтелгән эште еренә еткереп башҡарып ҡына ҡуймай улар, төрлө инициативалар менән сығыш яһай, үҙ тәҡдимдәрен индерә. Һултантимер ауылы старостаһы Мәрғиҙә Ғәлиәкбәрованы айырыуса билдәләр инем. Ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ҡоро менән бергәләшеп, ауылыбыҙға ҡот һәм йәм бирергә тырышабыҙ.
— Ислам Айрат улы, берҙән, ауыл ҙур, икенсе­нән, төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Проблемалар ҙа юҡ түгелдер бит?
— Эшләмәгән кешенең генә проблемаһы юҡтыр. Бар, әлбиттә, һәм улар бик күп. Иң борсоғаны — эшһеҙлек мәсьәләһе. Эш булып та, эшләргә теләмәүселәр аптырата. Кеше нисектер үҙ яйына йәшәргә өйрәндеме, әллә башҡа сәбәп ҡамасау­лаймы, аңламайым, кеше өйҙә буш ятһа ята, әммә эшкә сығырға уйламай. Ана, “эш юҡ” тип күпме зарланды ҡатын-ҡыҙҙар – астыҡ теген цехы. Рәхим ит, ең һыҙғанып эшлә, тик ни өсөндөр өйҙә ултырыуҙы хуп күрәләр. Имеш тә, йортто ҡарайҙар. Эшләп тә өлгөрә, балаһын да баға теләгән кеше. Шулай уҡ эскелек проблемаһы ла юҡ түгел. Көмөшкә һатыусыларға ҡаршы көрәште полиция участкаһы хеҙмәткәре Алмас Бикҡолов менән бергәләшеп алып барабыҙ.
Ауылдағы демографик хәл менән дә маҡтана алмайбыҙ. Үлем күрһәткесе тыуымдан саҡ ҡына юғарыраҡ. Һуңғы ике йылда 31 сабый донъяға килгән, 32 кеше вафат булған.
— Быйылға ниндәй уй-ниәттәр ҡораһығыҙ?
— Һәр ваҡыттағыса, алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышып эшләйәсәкбеҙ. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектында еңеп сығыуыбыҙға өмөтөбөҙ ҙур. Ауыл халҡы өсөн иң ҙур ваҡиға — “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреү бурысы тора. Һуңғы тапҡыр был сара 2006 йылда үткән, халыҡ үҙе байрам үткәреү теләген белдерҙе. Хәҙерҙән үк был йүнәлештә эш башланды. Ҡалғандары – көн дә башҡарылырға тейешле эштәр. Тиҙҙән ташҡын, көтөүҙе ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр бар.
— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ауыр, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!


Вернуться назад