Улар лайыҡлы25.04.2012
Рәсәйҙең халыҡ артисы һәм “Ғүмер бүләк ит” мәрхәмәтлелек фондын ойоштороусыларҙың береһе Сулпан Хаматова менән уның фекерҙәше, актриса Дина Корзунды Нобелдең тыныслыҡ премияһына тәҡдим итмәкселәр.
“Новая газета”ның мөхәррире Дмитрий Моратовтың башланғысын күптәр, шул иҫәптән СССР-ҙың элекке президенты, Нобелдең тыныслыҡ премияһы лауреаты Михаил Горбачев та хуплай. Тап уның Хаматова менән Корзунды абруйлы премияға тәҡдим итеү хоҡуғы бар.
“Ғүмер бүләк ит” фонды яман шеш кеүек ауыр сирҙәргә дусар балаларға ярҙам итә. Премия бирелгән осраҡта, дәғүәселәр уны тулыһынса балаларға сарыф итер ине, тигән фекер йәшәй. Сулпан менән Дина иһә: “Фондтың төп эшен табиптар һәм изге күңелле волонтерҙар башҡара”, – тип белдерә.


Вернуться назад