Хөкөм ҡарары ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы25.04.2012
Үткән аҙнала Башҡортостандың Юғары суды Бәшир Плиевтың енәйәтсел төркөмөнә ҡарата хөкөм сығарҙы.
Енәйәтселәр 2010 йылдың мартында Октябрьский ҡалаһындағы аҙыҡ-түлек келәтенә талау ниәтендә һөжүм иткәндән һуң ҡулға алынғайны. Улар һаҡсы менән кассирҙы яралаған, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәткән. Ҡасып киткән Плиевты бер аҙнанан Силәбелә тотҡандар. Енәйәтсел төркөм ағзалары дүрт йылдан туғыҙ йылғаса иркенән мәхрүм ителде, етәкселәре алты йыл ғүмерен тимер рәшәткә артында үткәрергә тейеш. Әммә республика прокуратураһы суд ҡарары менән килешмәгән һәм уға кассация ялыуы бирмәксе.