Сәфәрҙәргә – яңы китапхана25.04.2012
Учалы районының Сәфәр ауылында, төбәктә икенсе булып, моделле китапхана асылды. Тәүгеһе былтырҙан Ахун ауылында уңышлы эшләй.
Учреждениеның китап фонды 17 мең дана тәшкил итә, унан тыш өс тиҫтәнән ашыу гәзит-журнал алдыралар. Бында яҡташтары, Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин тураһында күп мәғлүмәт тупланған. Халыҡ күпләп йөрөгән китапханаға ремонт эшләнгән, янғын хәүефһеҙлеге сигнализацияһы ҡуйылған, компьютерҙар һатып алынған. Заманса китапхана уҡырға яратыусыларға интернет селтәренә сығыу, электрон документтар менән танышыу мөмкинлеген бирә.


Вернуться назад