Баймаҡтар әүҙем18.03.2018
Баймаҡта ҡаланың 1-се мәктәбендә урынлашҡан 1001-се һайлау участкаһында тауыш биреүселәрҙең күпселеге - иҫке Баймаҡ микрорайонынан.
Кәкреурам, Таналыҡ, Йолалы округтарында йәшәүсе халыҡ электән үҙҙәренең әүҙемлеге менән айырылып тора. Быйыл да Рәсәй Президентын һайлау йәнле башланды. Тәүгеләрҙән булып Зөлхизә Хәсәнова үҙ тауышын бирҙе.
- Мин “Баймаҡ ҡойоу- механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләйем, Әле эшкә барыр алдынан гражданлыҡ бурысымды үтәргә килдем. Һайлауҙарҙан бер ваҡытта ла ҡалғаным юҡ. Ил яҙмышы хәл ителгән саҡта һәр кем үҙ тауышын лайыҡлы тип һанаған кандидатҡа бирергә тейеш. Хәҙер тыныс күңел менән эшкә барасаҡмын, - тип йылмайҙы Зөлхизә Ишбулды ҡыҙы.