Хәйбуллала һайлау әүҙем бара18.03.2018
“Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова хәбәр итеүенсә,
Хәйбулла районы халҡы илебеҙҙең, республикабыҙҙың, районыбыҙҙың киләсәген һайлауҙа әүҙем ҡатнаша.
Дөйөм алғанда, районда бөгөн 60 һайлау участкаһы эшләй. Һайлау хоҡуҡтарын 312 һайлау комиссиялары ғәмәлгә ашыра. Район буйынса 23 мең 390 һайлаусының 200-ҙән ашыуы быйыл тәүге тапҡыр үҙ тауышын бирә.
Беренсе тапҡыр тауыш биреүселәргә һәр һайлау участкаһында бүләктәр әҙерләнгән.
Иң өлкән һайлаусы - Өфө ауылынан Евдокия Жиляковаға ике көндән 104 йәш туласаҡ.
Бигерәк тә ауыл халҡы Президент һайлауҙа әүҙем ҡатнаша, ошо ваҡытҡа районда 50 проценттан ашыу кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.