СТӘРЛЕТАМАҠТАР ӘҮҘЕМЛЕК КҮРҺӘТӘ18.03.2018
Стәрлетамаҡтан үҙ хәбәрсебеҙ Рәмил Мансуров хәбәр итеүенсә,

ҡала халҡы Рәсәй Президентын һайлауға етди ҡарай. Иртәнге cәғәт 10-ға һайлаусыларҙың 4,97 проценты тауыш биргән. Әле һайлау участкаларына халыҡтың күпләп ағылыуы күҙәтелә. Билдәле, иртәнге сәғәттәрҙә башлыса оло быуын килгән.
- Иртән үк һайлап, бер юлы магазинға инеп, бөтә эшемде тамамлап ҡуйырға күнеккәнмен, - ти Валентина Ивановна.
- Һайлауҙарға мотлаҡ барырға кәрәк, ил киләсәге кандидаттар өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә мөһим, кәрәкле. Шуға һәр кем тауыш бирергә бурыслы, - тип һүҙгә ҡушыла Марат Йәғәфәр улы.
Был көндә ҡалала 120 һайлау участкаһы эшләй, шуның алтыһы - ябыҡ типтағы (дауахана һәм тәфтиш изоляторҙары). Тауыш биреүселәр - 202 270 кеше. Һәр участкаға 5-6 күҙәтеүсе беркетелгән. Әйткәндәй, әле стәрлетамаҡтар, буласаҡ Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашыу менән бер рәттән, "Заманса ҡала мөхите" проекты буйынса ла тауыш бирә. Йәмғеһе биш биләмә тәҡдим ителгән. Ҡайһы биләмә ошо проектҡа ярашлы ремонтланасаҡ - быны ҡала халҡы тауыш биреү юлы менән үҙе хәл итә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һайлау көнөндә стәрлетамаҡтар участкаларға троллейбуста бушлай йөрөй.
* * *
Ишембайҙа ла шулай уҡ кандидаттар һәм проект өсөн тауыш биреү бара.
Унда сәғәт 10-ға һайлаусыларҙың 11,1 проценты тауыш биргән.


Вернуться назад