Йәмәғәт матбуғат үҙәгенән “Башҡортостан” гәзите журналисы Гүзәлиә Балтабаева хәбәр итә:18.03.2018
Йәмәғәт матбуғат үҙәгенән “Башҡортостан” гәзите журналисы Гүзәлиә Балтабаева хәбәр итә: Йәмәғәт матбуғат үҙәгенә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, политолог Әхтәр Боҫҡонов килде. Үҙенең сығышында ул ошо һайлауҙа халыҡтың айырыуса әүҙемлек күрһәтеүен, Президент һайлауҙың, башҡа кампанияларҙан айырмалы рәүештә, бөтөнләй икенсе, айырыуса юғары әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләне.

– Был – Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн бик мөһим осор. Халыҡ быны яҡшы аңлай, сөнки дәүләттең киләсәге уның һөҙөмтәләренә бәйле. Әлбиттә, илебеҙҙең эсендә лә, тышында ла проблемалар бар, әммә халыҡ әлеге тотороҡлоҡто, һиллекте һаҡлау яҡлы, тигән фекерҙәмен, – тине Әхтәр Мөхәмәт улы.


Вернуться назад