Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа район һәм ҡалаларҙағы 181 участка комиссиялары тауыштарҙы һанау өсөн, 2010 йыл өлгөһөндәге Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын файҙаланасаҡ.18.03.2018
Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа район һәм ҡалаларҙағы 181 участка комиссиялары тауыштарҙы һанау өсөн, 2010 йыл өлгөһөндәге Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын файҙаланасаҡ. Баш ҡалабыҙҙың 33 участкаһында һәм Өфө районының биш участкаһында яңы быуын тауыштарҙы иҫәпләү комплексы ҡулланыласаҡ.

Заманса ҡоролма сенсор ярҙамында эшләй. Аппарат һайлаусы менән итәғәтле итеп “һөйләшә”, бюллетенде дөрөҫ итеп һалырға ярҙам итә. Әммә уртаға бөкләп һалынған бюллетенде ғәмәлгә ярашһыҙ тип иҫәпләй. Был техника электр уты булмаған осраҡта ла бер нисә сәғәт эшләргә һәләтле.

Ҡоролма тауыштарҙы үҙе иҫәпләй һәм махсус код менән һөҙөмтә сығара. Шулай итеп, ҡулдан һанау һәм протокол төҙөү ихтыяжы юғала. Әйткәндәй, был мөмкинлек Рәсәйҙең 13 төбәгендә генә ҡулланыла, шул иҫәптән, Башҡортостанда ла.


Вернуться назад