Майҙа нисек ял итәбеҙ?25.04.2012
Май байрамдарына Башҡортостанда ла, илдең башҡа күп төбәктәрендәге кеүек үк, ете көн ял тура килә. Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән ошо хаҡта хәбәр иттеләр.
Рәсәй Хөкүмәтенең “2012 йылда ял көндәрен күсереү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, ял көнө 28 апрелдән 30-ына, 5 майҙан — 7-һенә, 12 майҙан 8-енә күсерелә. 28 апрелдә һәм 12 майҙа эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Шулай итеп, май байрамдарына бәйле Башҡортостанда 29, 30 апрель, 1, 6, 7, 8, 9 май — ял көндәре.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә 1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре йыллыҡ төп йәки өҫтәмә отпуск иҫәбенә индерелмәй.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад