Бөгөн Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эшләүсе журналисыбыҙ - “Башҡортостан” гәзитенең социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире Гүзәлиә Балтабаеванан йәнә бер мәғлүмәт килде.18.03.2018
Бөгөн Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эшләүсе журналисыбыҙ - “Башҡортостан” гәзитенең социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире Гүзәлиә Балтабаеванан йәнә бер мәғлүмәт килде. Мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ ҙа үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк: республикала ошо категорияға ҡараған 267 486 кеше Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙ тауышын бирәсәк. Уларҙың 11 671-е хәрәкәт ағзалары боҙолоуҙан яфалана: 8727-һе махсус креслола йөрөй, 2944-е – протезда. Күреү һәләтен юғалтҡандар һаны – 5664, ишетеү һәләтенән мәхрүмдәр – 10 057.

Һайлауҙы ойоштороусылар хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың һайлау участкаһына килеү маршруты буйынса 7975 паспорт төҙөгән. Насар күргән һәм ишеткән граждандар өсөн улар күпләп йәшәгән урында алты махсуслаштырылған участка асылған. Өфөлә, Бәләбәйҙә, шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Белоретта ошондай йәнә икешәр участка бар.


Вернуться назад