Өс кеше ярлыҡанды25.04.2012
Рәсәй Федерацияһы Президентының 23 апрелдәге Указы менән Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм төрлө енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән Р.Ф. Ҡыуандыҡов, П.Н. Тимашов һәм Р.Ф. Ханнанов ярлыҡанды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Рәсәй Президенты әүәлерәк Башҡортостан Президентының республикала яза срогын тултырған ун кешене ярлыҡау тураһындағы тәҡдимен ҡәнәғәтләндергәйне.